"Изге эшем" конкурсына20.11.2013
Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары ижады
Ярҙам күрһәтә алыуыма шатмын
Йәйге каникулда Әбйәлил районының Әүнәш ауылында йәшәгән өләсәйемдәргә барҙыҡ. Ямғыр күп яуғанлыҡтан, бөтә ерҙе һыу баҫып, халыҡтың ҡаза күргән мәле ине.
Кешеләрҙең кәртә-ҡураһы емерелгән, бесәндәре аҡҡан, ағастар ҡолаған, күперҙәр, юлдар емерелгән... Өләсәйемдең өйө эргәһендә лә ҙур-ҙур күләүектәр ята, йортона, ихатаһына зыян килгәйне. Барыһын да тәртипкә килтерергә, йүнәтергә булыштым. Өләсәйемә, тыуған төйәгемә бәләкәй генә булһа ла ярҙам күрһәтә алыуыма сикһеҙ шатландым.
Ҙурайғас, тәбиғәтте һаҡлаусы һөнәрен аласаҡмын. Тыуған илемдең, халҡымдың имен булыуын теләйем.
Арыҫлан ХӘСӘНОВ.
Яҡындарым көн дә һөйөнһөн
Земфира өләсәйем Белорет районының Әзекәй ауылында йәшәй, шәфҡәт туташы булып эшләй. Каникулды уның янында үткәрергә яратам.
Өләсәйем эштә саҡта шишмәнән һыу ташыйым, туҙанды һөртөп алам, иҙәнде тап-таҙа итеп йыуып ҡуям. Арып ҡайтҡан өләсәйемде һөйөндөрөү — оло бәхет. Был изгелектәр, әлбиттә, бәләкәй генә. Үҫә төшкәс, тағы ла ҙурыраҡ эштәр башҡарырмын әле. Миңә ғүмер бүләк иткән әсәй-атайымды, туғандарымды, дуҫтарымды көн дә изге ғәмәлдәр менән һөйөндөрөргә теләйем. Илемә файҙалы кеше булырға тырышасаҡмын.
Эшләгән изгелек
Килтерһен ҡыуаныс —
Рәхмәт ишетеп,
Алырбыҙ йыуаныс.
Диана МОСТАНОВА.
Редакциянан. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Ата-әсә, уҡытыусыларҙың һорауы буйынса "Изге эшем" конкурсының ваҡыты оҙонайтыла. Ул киләһе йылдың 1 июненә ҡәҙәр барасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ихлас күңелдән башҡарылған яҡшы эше, киләсәккә хыялдары хаҡында яҙылған ижад эштәре араһынан иң уңышлылар һайлап алынып, тәүге өс урын билдәләнәсәк. Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә. Төп приз — нетбук. Көсөгөҙҙө һынарға ашығығыҙ, дуҫтар!