Фотоһүрәттә йылмайып торған был һөйкөмлө ҡыҙҙы барығыҙ ҙа беләһегеҙҙер. Эйе, ул — Наҙгөл Шәрәфетдинова.
Дүрт йәшенән "Сәңгелдәк" тапшырыуында төшә башлаған ҡыҙсыҡ бөгөн "ӘЮЯ ҡаласығы"ның алыштырғыһыҙ алып барыусыһына әйләнде. Шулай уҡ әллә күпме фестивалдә еңеүҙәр яулаған "Кәкүк сәйе" телефильмында төп ролде башҡарырға ла өлгөрҙө.
Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ғәжәп тырыш, аҡыллы, сәмсел, нәзәкәтле ҡыҙҙы барлыҡ "Тамыр" менән яратабыҙ. Наҙгөл ҡатнаша икән, тапшырыуҙы төшөрөүе шул тиклем еңел һәм рәхәт була. Ул мөхәррирҙең, режиссерҙың ни теләгәнен тәү әйтеүҙән үк аңлай, үҙенсә төҙәтмәләр ҙә индереп ебәрә.
Наҙгөл Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында белем ала. Тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән ҡыҙ мәктәптә уҙған сараларҙа ихлас ҡатнаша, "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсында еңеү яуланы. Уның киләсәгенең дә тик уңыштарҙан тороуын теләйек. Хыялдарың тормошҡа ашһын, Наҙгөл!