Күшеккән ергә юрған кәрәк20.11.2013
Көҙгө ел әсе һыҙғыра,
Үтә лә һыуыҡ тышта —
Бар тәбиғәт әҙерләнә
Ҡарлы-буранлы ҡышҡа.

Иртәнсәккә ҡырау төшә,
Кискә яуа ямғыры.
Күшеккән ергә тиҙҙән
Аҡтан "юрған" ябылыр.


Вернуться назад