Эй, көткәйнек бит үҙен!20.11.2013
Тәүге ҡар ҡунды тәҙрәгә —
Эй, көткәйнек бит үҙен!
Сихри мәлде ҡарап торам
Ала алмайса күҙем.

Күктән йондоҙ яуа кеүек,
Еребеҙ нурланһын өсөн,
Балалар саф һауала
Уйнап туймаһын өсөн!


Вернуться назад