“Ашан”ға барыуы бәлә…20.11.2013
“Ашан” гипермаркеты асылғас, “Спорт һарайы” туҡталышынан ошо магазинға тиклем “Башавтотранс” йәмғиәте автобустары йөрөнө. Пенсионерҙар өсөн бик ҡулай ине был. Тик ниңәлер маршрут ябылды.
Бәлки, дәүләткә пенсионерҙарҙы юл-транспорт картаһы менән хеҙмәтләндереү килем бирмәгәндер, шуның өсөн дә әлеге маршрутты эшҡыуарҙарға “тапшырып” ҡуйғандарҙыр. Был – бер. Икенсенән, халыҡ “Тирмән комбинаты” туҡталышына тиклем барғас, юл ситендәге бейек бордюрҙы һикереп сыға ла ”кәзә һуҡмағы” буйлап шыуышып тигәндәй аҫҡа төшә һәм шул гипермаркетҡа атлауын дауам итә.
Хан һарайылай магазиндар төҙөгәс, матур ғына итеп берәй юл да эшләп булмаймы? Ни өсөн халыҡ интегергә тейеш әле?