“Асыҡ ишектәр” көтә20.11.2013
Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова бала хоҡуғын, азатлығын һәм мәнфәғәтен яҡлау, етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн социаль гарантиялар, шулай уҡ ижтимағи мөнәсәбәттәр өлкәһендәге башҡа мәсьәләләр буйынса граждандарҙы ҡабул итә, һорауҙарға яуап бирә.
Ошо сараға ярашлы, Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан идаралығында Асыҡ ишектәр көнө иғлан ителде. Бүлек етәкселәре бала хоҡуғын яҡлау буйынса консультация үткәрә. Ойошманың адресы: Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95-се йорт, 207-се бүлмә. Сара 20 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 6-ға тиклем дауам итә.
Бынан тыш, бөгөн Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе дәүләт власы органдары, республиканың Нотариаль һәм Адвокаттар палаталары, юридик клиникалар вәкилдәре ҡатнашлығында Балаларға хоҡуҡи ярҙам көнөнә арналған ҡабул итеү сараһы ойоштора.