Йылайыр – йырлы ер20.11.2013
Өфөлә яҡташтар йыйынын үткәреү яҡшы йолаға әйләнде. Әле бер мәҙәниәт һарайында, әле икенсеһендә шундай саралар йыш уҙып тора. Тиҙҙән йылайырҙар осрашасаҡ. Ошо хаҡта баш ҡалалағы Йылайыр районының йәштәр берлеге рәйесе, Башҡорт дәүләт университеты физика-технология институтының IV курс студенты Илдар Алсынов һөйләй:

– Элек бындай сараның Өфөлә шаулап-гөрләп үтеүен хәҙер һағынып иҫләргә генә ҡалды. Төрлө сәбәптәр арҡаһында ул һүнеп ҡалғас, теҙгенде фекерҙәшем Иҙел Алсынов менән үҙебеҙҙең ҡулға алырға ҡарар иттек. Республикабыҙҙың бүтән райондарынан беҙ кәмме ни, әллә ҡулдан килмәйме? Көҙгөһөн Салауат Юлаев һәйкәле майҙанында әүҙем яҡташтарым менән һөйләшеүгә йыйылдыҡ. Осрашыуға иллегә яҡын ҡыҙ һәм егеттең килеүе күпте һөйләй. Ысынлап та, барыһы ла йыйын үткәреүҙең кәрәклеге тураһында әйтте.
Йылайыр – таланттар төйәге. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында уҙасаҡ "Йылайырым – йырлы ерем!" тигән концерт бик үҙенсәлекле итеп әҙерләнә, беҙ бигерәк тә йәштәрҙең мәнфәғәтен күҙ уңында тотабыҙ. Әйткәндәй, Гөлсөм Бикбулатова, Сәйед Билалов, Венера Юлгилдина, Юнир Һағынбаев, Иҙел Аралбаев һәм башҡа йырсылар, шағирҙар сығыш яһаясаҡ. Бынан тыш, тыуған яғыбыҙҙан да йыр-моң күстәнәсен көтәбеҙ. Хәйер, элекке шикелле кисәгә йәштәр генә түгел, урта һәм өлкән быуын вәкилдәре лә килә ала, хатта бүтән райондарҙан да.
Эшлекле һөйләшеү буласаҡ, киләсәккә уй-ниәттәр билдәләү йәһәтенән уның файҙаһы ифрат ҙур. Фойела матбуғатҡа яҙылыу ойоштороласаҡ.
Әлбиттә, Йылайырҙан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр сараның биҙәге буласаҡ. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Башҡортостандың халыҡ артистары, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Фәрит Бикбулатов менән Азат Айытҡолов һәм башҡалар — шуға асыҡ миҫал. Төйәгебеҙҙән Йылайыр районы хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин етәкселегендәге мәртәбәле делегацияның килеүе көтөлә.
22 ноябрҙә киске сәғәт 7-ләге кисә һәр кемдең күңелендә яҡшы тәьҫораттар, күтәренке кәйеф ҡалдырыр тип ышанам. Килегеҙ, танышайыҡ, күрешәйек, бергәләп уйнап-бейеп күңел асайыҡ, дуҫтар!


Вернуться назад