Йәштәр өсөн кәрәк20.11.2013
Ғалимә, сәсәниә Розалия Солтангәрәева "Башҡортостан" гәзитендәге "Йәмғиәтте тотоп торған рухи бағана" тигән яҙмаларында бик кәрәкле теманы күтәрә.
Үҙемдең бер теләгемде еткерәм. Туй йолаһы тураһында һүҙ барғанда, күп йәштәр күҙ алдына килтерә алмаған ҡайһы бер алымдар бар. Мәҫәлән, килен ҡаршылағанда ығырмау таратыу. Ғөмүмән, был байрамдың һәр төбәккә генә хас үҙенсәлектәре бихисап. Ҡайһы берҙәре онотолған да. Бөтә йолаларҙы күрһәткән өлгөлө туй үткәреп, ул телевизор аша тапшырылһа, бик тә урынлы булыр ине. Юғиһә, хәҙер йәштәр никах та уҡытмай, мөнәсәбәттәрен законлаштырмай ғына йәшәүҙе хуп күрә.
Розалия һеңлекәш был эште үҙе ойошторорға ла, моғайын, риза булыр.