Юлда үткән ғүмер20.11.2013
Юлда үткән ғүмерРифҡәт ағай һөнәре буйынса шофер булмаһа ла, яҙмыш уға юлдар бүләк иткән. Ауыл тормошонда ҡайнаған үҫмер йәне-тәне менән ергә, техникаға тартыла, мәктәптә уҡығанда уҡ машина-трактор эргәһендә йыш урала. Уҡыуҙы тамамлағанда тракторсы-машинист танытмаһы алып сыға.

Тәүҙә "Т-25", "ДТ-75" тракторҙарында эшләп сирҡансыҡ ала. Һуңынан уны "К-700" тракторын йөрөтөүгә хоҡуҡ алыу өсөн Бөрө һөнәрселек-техник училищеһына махсус курстарға ебәрәләр.
Ҡеүәтле техникаға уҙған быуаттың 70-се йылдар аҙағында ултыра ул. Тәүҙә Йәрмәкәйҙәге колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһында эшләгәндә идара итә Рифҡәт был техникаға. Район буйлап, шулай уҡ Благовещен ҡалаһына тимер-бетон плитәләр ташый, һуңыраҡ 400 саҡрым алыҫлыҡтағы Яңауылға, Күмертауға, Стәрлетамаҡҡа төрлө төҙөлөш материалы, техника алырға йөрөй. Алыҫ юлға иртәнге сәғәт дүрттән ҡуҙғалырға кәрәк. Ниндәй генә шарттар тыуыуына ҡарамаҫтан, юлда була.
— Эйе, сәфәрҙә төрлө хәлдәргә осрайһың. Буран, һыуыҡ бит әле тип тормайһың, йөктө ваҡытында тейешле урынға алып барып еткерергә тырышаһың, — ти ветеран.
Рифҡәт Нәсих улына хеҙмәтенең һуңғы осоронда райондың механизацияланған төҙөлөш колоннаһында, юл ремонтлау-төҙөү участкаларында эшләргә тура килде: ҡом, таш, асфальт ташыны. Район хужалыҡтарының бөтә ырҙын табаҡтары биләмәһендә асфальт түшәүҙә, юл һалыуҙа, шулай уҡ Бекет, Семен-Макар, Оло Йылға ауылдары күперҙәрен төҙөүҙә әүҙем ҡатнашты. Нисәмә мең тонна-километр юл үтелгән дә нисәмә тәүлек йоҡланмаған! Утыҙ йылдан ашыу ғүмерҙә әсеһен дә, сөсөһөн дә байтаҡ күргәндер. Иң мөһиме — Рифҡәт ағай һәр саҡ кешелеклелеге, кеселеклелеге менән күптәрҙең хәтерендә ҡалды.
Хеҙмәт ветераны, байтаҡ маҡтау грамотаһына эйә булған эшһөйәр Рифҡәт Ғәйфуллин 35 йыл ғүмерен райондың элемтә узелына арнаған Әминә апай менән ғүмер итә. Улдары Рифмир, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, “Ергән” МТС-ында инженер-механик булып эшләй, ҡыҙҙары Гүзәл дә юғары уҡыу йортонда белем ала. Ветерандар район үҙәгендә бөтә уңайлыҡтары булған йортта, мал-тыуар тотоп, мул тормошта йәшәй. Бөгөн дә ағайыбыҙ техниканан айырыла алмай, үҙенең “тимер ат”ын һәр саҡ тәртиптә тота.


Вернуться назад