Ҡәҙерле дуҫтар! “Башҡортостан” гәзитен уҡыусылар!
Һеҙҙе кешеләрҙе берләштереүсе, һәр кемдең тормошона шатлыҡ индереүсе, ғүмерҙең яңы бер мәле башланыуын билдәләүсе мөғжизәле байрам — Яңы йыл — менән ҡотлайым! Гәзиттең һәр ваҡыт көнүҙәк, оператив, мәғлүмәткә бай, ҡыҙыҡлы һәм заманса булыуын теләйем. Ә уны булдырыусыларға һәм уҡыусыларға — һаулыҡ, именлек, яҡшы кәйеф һәм бәхет. Уңыштар һеҙҙең бар эшегеҙҙә юлдаш булһын. Яҡындарығыҙ һәм туғандарығыҙ һәр саҡ шатландырып торһон. Барыр юлығыҙ болотһоҙ һәм еңел булһын. Яңы йылда барлыҡ теләктәрегеҙ ҙә тормошҡа ашһын!
Сәлиә Мырҙабаева,
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты.
* * *
Һеҙҙе етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым. 2012 йыл Башҡортостаныбыҙ һәм илебеҙ халыҡтарына тик уңыштар, ырыҫ, бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар, рух күтәренкелеге алып килһен. Һөйөклө Ватаныбыҙ артабан да йылдам аҙымдар менән алға барһын, сәскә атһын, милләтебеҙ үҫеш кисерһен!
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, ҙур уңыштар теләйем.
Марсель Йосопов,
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты,
Бөтә донъя башҡорттары
ҡоролтайының башҡарма
комитеты рәйесе.
* * *
Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе Яңы йыл байрамы менән ысын йөрәктән ҡотлайым. Үтеп барған 2011 йыл төрлө сараларҙан, етди ҡаҙаныштарҙан, күптән көтөлгән асыштарҙан һәм тормош һабаҡтарынан торҙо. Республиканың педагогтар йәмғиәте өсөн дә йыл ҙур тәжрибә һәм уңыштар килтерҙе. Хәҙер алдыбыҙға яңы маҡсаттар ҡуйырға һәм сираттағы бурыстарҙы хәл итергә кәрәк.
Байрам алдынан мәғариф өлкәһендә эшләүсе һәр кемгә рәхмәт әйткем килә. “Башҡортостан” гәзите дуҫтарының күпселеге уҡытыусылар булыуын да онотмайбыҙ. Һеҙҙең барығыҙ ҙа көсөгөҙҙө йәлләмәй хеҙмәт итә.
Яңы йыл менән, яңы бәхет менән!
Әлфис Ғаязов,
Башҡортостандың
мәғариф министры.
* * *
Хөрмәтле ватандаштар!
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы һәм үҙемдең исемдән барығыҙҙы ла 2012 йыл менән ҡотлайым!
Яңы йыл алдынан үтеп барған йылға йомғаҡтар яһарға күнеккәнбеҙ. Быйыл беҙҙең һөҙөмтәләр һәйбәт. 3,2 миллион тонна ашлыҡ йыйып алыуға өлгәштек. Иң мөһиме — тармаҡтың һәр бер йүнәлешендә лә үҫеш бар.
Ауыл эшсәндәрен, эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен, ҡәҙерле ветерандарҙы, ғалимдарҙы һәм Башҡортостандың барлыҡ халҡын ысын күңелдән Яңы йыл менән ҡотлайым. Һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, бәхет теләйем, барлыҡ хыялдарығыҙ ҙа тормошҡа ашһын!
Эрнст Исаев,
Башҡортостандың
ауыл хужалығы
министры.