Күптән көтөлгән бүләк20.11.2013
Күптән көтөлгән бүләкЮрматы ауылында ҙур байрам булды: өр-яңы мәсет төҙөлөп, халыҡты ҡыуандырыуына ун йыл тулды. Был ҙур сараны Юрматы мосолмандары күптән көтә ине.

Ауылда иң тәүге иман йортоноң төҙөлөүенә 150 йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән. Икенсе мәсет тә Октябрь революцияһына тиклем булған. Уның беренсеһе Совет осоронда – мәктәп, икенсеһе клуб ролен үтәне.
Ауыл халҡы оҙаҡ ҡына мәсетһеҙ интеккәйне. Хөкүмәт даирәләре рөхсәт итмәһә лә, юрматылар дингә инаныуын дауам итә: яңы тыуған балаларға исем ҡуштыра, өйләнешкәндәргә – никах, теге донъяға киткәндәргә йыназа уҡыта. Был йолаларҙы “мәсетһеҙ муллалар” тип аталған, дини белемдәре булған Ильяс суфый Ҡолошов һәм Зараф хәлфә Вәлитов башҡара. Ураҙа байрамы, Ҡорбан ғәйете ҙурыраҡ йортта, клуб бинаһында ойошторолдо.
Күптән көтөлгән бүләкМәсет төҙөү юрматыларҙың күптәнге хыялы ине. Улар башта күмәкләп нигеҙ һалды. Йолаға ярашлы, мосолмандар һәр мәсетте үҙ көсө менән төҙөй һәм, ниндәй дин тотоуына ҡарамаҫтан, уны төҙөүҙә ҡатнаша ала. Әммә был ярҙам хәләл көс менән табылған булһын.
Тимерғәле мулла ла мәсет төҙөү юлдарын төрлөсә юллап ҡарай. Бер көндә Мәләүез ҡалаһы эшҡыуары Марат Сәйфуллин ярҙам ҡулын һуҙа: бина бер йәйҙә үк һалынып бөтә. Юрматылар уға һәм Тимерғәле хәҙрәткә бик рәхмәтле. Ҙур ихтирам күҙлегенән сығып, мәсеткә М. Сәйфуллиндың әсәһенең исемен ҡушалар. Имам йорто «Миңниса» исемен йөрөтә.
Бына шул ваҡыттан ун йыл үтеп тә киткән. Ауыл халҡын ҡотларға Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадирова ла килде. Уның ихлас күңелдән ҡотлауы һәм моңло йырҙары халыҡҡа оҡшаны.
Мәсет имам-хатибы Тимерғәле хәҙрәт төҙөлөштә ярҙам иткәндәре өсөн ауыл халҡына, Марат Сәйфуллинға, район хакимиәте башлығы Радик Ишмөхәмәтовҡа, район юл-ремонт һәм төҙөлөш идаралығы эшсәндәренә һәм башҡаларға рәхмәт әйтте.
Күптән көтөлгән бүләкЮрматы мосолмандарын үҙәк диниә назараты вәкиле Рәмил хәҙрәт, Сәғүд Ғәрәбстаны шәйехе Мөхәмәд әл-Ҡиәми, Стәрлебаш имам-мөхтәсибе Зөфәр хәҙрәт һәм башҡалар ҡотланы. Ҡунаҡтар мәсеткә бик матур бүләктәр тапшырҙы. Тантаналы сара байрам ашы менән тамамланды.


Вернуться назад