Хажылар байрамға йыйылды20.11.2013
Хажы ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы булды. Ошонда тыуып үҫкән хәҙер олатай-өләсәйҙәр, уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре үҙҙәренең матур тәбиғәтле, ҡәҙерле төйәгенә йыйылды. Һәр ғаилә үҙ ихатаһы алдына һый-хөрмәтле өҫтәл әҙерләп, ауылдаштарын, туғандарын тирмәләр ҡороп ҡаршы алды.
Ауыл Советы хакимиәте башлығы Әминә Мәһәҙиева өлгөлө пар Рәзилә менән Әнүр Ғәлиәскәровтарҙы, яңы тормош ҡорған Эльвира менән Рудил Йәләлетдиновтарҙы, 53 йыл бергә ғүмер иткән Хәбирә менән Байрамғәле Ғәлиуллиндарҙы ҡотлап, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Артабан ошонда тыуып үҫкән ир-уҙаман, әлеге мәлдә Ишембай ҡалаһында йәшәүсе Марат Абдуллин телмәр тотто. 77 йәштә булыуға ҡарамаҫтан, йыш ҡайтып йөрөй, тантаналы осрашыуҙарҙан ҡалмай, ойоштороусыһы ла ул. 2008 йылда Бөйөк Ватан һуғышында үлгән ауылдаштары иҫтәлегенә стела ҡуя.
Былтыр Марат Ғөбәй улы ауыл ҡоҙоғон кәртәләтеп, ял итергә ҡоролма эшләтеп ҡуйҙы. 70-се йылдарҙа ул ҡатыны Венера апай менән күрше Һайран ауылы мәктәбендә эшләп, директор вазифаһын башҡара.
Һуғыштан һуңғы ауыр заманда үҫкән апалы-һеңлеле Хәжәр менән Хәтижә Кинйәбаевалар математика фәненә мөкиббән китеп, юғары белемгә эйә булып, балалар уҡыта. 83 йәшлек Хәжәр Йәғәфәр ҡыҙы хәҙер Мәләүез районының Юлдаш ауылында йәшәй.
Ошо байрамда әсәһенең яҡты иҫтәлегенә ҡыҙы Тамара шиғырҙар йыйынтығын баҫтырып, ауылдаштарына таратты. Күренекле артисыбыҙ Тәнзилә Хисамова ла сығышы менән Хажы ауылынан.
Ғәли Ибраһимовтың "Кинйә" романы буйынса 90-сы йылдарҙа кино төшөргәндә лә Хажы ауылы кешеләре әүҙем ҡатнаша. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән Наил Әйүпов ошо фильмда тотҡон ролен башҡарып, ауылдың таш келәтенә ябыла. Артель хужалығы бөткәндән бирле ошо келәт ташландыҡ хәлдә, буш тора. Халыҡтың теләге шул: таш келәт, бағыусылар табылып йә Хөкүмәт тарафынан матди ярҙам күрһәтелеп, мәсет йә булмаһа клуб итеп үҙгәртеп ҡоролһон ине. Юғиһә ауылда йыйылыу урыны ла юҡ.
Бында йәмғеһе 19 йорт. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп көн күрәләр.
Байрамда Зилә, Рифат Фәйезовтар ҡорбан салып, аш, былау бешереп, ауылдаштарын һыйланы.
Гөлзада менән Фәнил Мәхмүтовтарҙың өҫтәле "Бай табын" исеменә лайыҡ булды. Гөлнара менән Ришат Ғәлиуллиндар — "Сәскәле ихата" номинацияһында еңеүселәр. Ғәйшә менән Байтимер Салауатовтар — "Күркәм йорт" хужалары.