“Яҙылығыҙ, тип өгөтләйем”20.11.2013
“Башҡортостан” – халыҡтың уртаҡ гәзите. Уны беҙ, матбуғат дуҫтары, журналистар менән бергә сығарабыҙ. Үҙем китапханасы булып эшләгәс, иң тәүҙә яратҡан баҫмамды ҡулыма алам. Башҡаларҙы ла, ниндәй фәһемле, бай йөкмәткеле гәзит сыға, алдырығыҙ, тип өгөтләйем”, – тип яҙа Белорет районының Абҙаҡ ауылынан Сәлиә Мәхмүтова.
Октябрҙә гәзиттең күптәнге дуҫтары Рамаҙан Үтәғолов, Фәрит Вахитов халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ҡаһарманлығы хаҡындағы яҙмалары менән ҡыуандырҙы. Әүҙем авторҙарыбыҙ Марсель Ҡотлоғәлләмов, Самат Ғәлиуллин, донъялағы хәл-ваҡиғаларға ҡарата үҙ ҡарашын белдереп, гәзитебеҙ йөкмәткеһен байытты. Бишбүләктән Әнүәр Сөләймәновтың мәҡәләләре лә даими баҫылып тора.
Хаттар, хаттар… Берәүҙәр яратҡан гәзитенә дан кешеләр хаҡында хәбәр итергә тырышһа, икенселәр рәхмәт һүҙен яҙа. Ә бына Ғафури районынан штаттан тыш хәбәрсебеҙ Флүрә Хәлилова магазиндарҙағы аҙыҡ-түлектең сифаты насарлығына зарлана. Салауат ҡалаһынан Мәрйәм Собханғолова: “Сканворд, кроссвордтар биреп, ҡайһылай шәп итәһегеҙ. Кисен ғаиләбеҙ менән күмәкләшеп ошо башватҡыстарҙы сисәбеҙ. Ҡайһыларын белмәһәк, йәһәт кенә һүҙлек аҡтара башлайбыҙ”, – тип ҡыуанысын белдергән. “Һорау – яуап”, “Мең дә бер кәңәш” рубрикаһы ла гәзит уҡыусыларҙың күңеленә хуш килгән. Туймазынан Ләлә Хәсәнова, әҙәби әҫәрҙәр йышыраҡ бирелһен ине, тигән теләктә.
Киләсәктә лә гәзит менән әүҙем хеҙмәттәшлек итегеҙ, дуҫтар. “Һөнәрмән” конкурсына декабрҙә йомғаҡ яһаласаҡ. Әлегә бер аҙ ваҡыт бар, төрлө эшкә маһир оҫталар хаҡында яҙып ебәрә алаһығыҙ. “Йәшәйеш – ул үҙе бер миҙгел” тигән фотоһүрәттәр конкурсы барғанын да иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. “Әҙип һүҙе” рубрикаһына яҙыусыларыбыҙҙан халҡыбыҙҙы һыҙландырған проблемалар хаҡында мәҡәләләр көтәбеҙ. Тәрән йөкмәткеле публицистик яҙмалар, очерктар гәзитебеҙҙә баҫылмай ҡалмаҫ.
Тормошобоҙҙағы етешһеҙлектәрҙе теркәүсе “Ялыу кенәгәһе”, “Халыҡ һүҙе” рубрикаларына үҙегеҙҙе борсоған мәсьәләләр хаҡында хәбәр итә алаһығыҙ.