Тыныс ҡына торған йәкшәмбе кисендә ут күршеләребеҙҙән килгән ҡайғылы хәбәр тетрәндерҙе. Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда самолет ҡолаған, иҫән ҡалғандар юҡ... Авиаһәләкәт 50 кешенең, шул иҫәптән ике баланың, ғүмерен ҡыйған.
“Боинг-737” Мәскәүҙәге “Домодедово” аэропортынан Ҡазанға ғәҙәти киске рейсҡа сыға. Бараһы еренә имен-аман ғына килеп еткән самолет ултырыр саҡта бәләгә тарый. Билдәләүҙәренсә, беренсе әйләнештә ултыра алмаған техника икенсегә урап киткән һәм ҡанаты менән ергә тейгән, шунлыҡтан уның яғыулыҡ бактары шартлаған. Әлегә тиклем тикшереү бара, һәләкәттең сәбәбе асыҡлана. Пилоттың хатаһы йәки самолеттың техник етешһеҙлектәре эҙемтәһе булыуы мөмкин. Һауа шарттарына килгәндә, ул сәбәп түгел, ти эксперттар, сөнки был мәлдә самолет төшә торған һыҙат яҡшы күренгән.
Алдан әйтеп китеүебеҙсә, фажиғәлә 50 кеше һәләк булды, уларҙың 44-е — пассажир, алтауһы — экипаж ағзаһы. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, пассажирҙар араһында Татарстан Президенты Рөстәм Миңлехановтың 23 йәшлек улы Ирек, Федераль именлек хеҙмәтенең Татарстан буйынса идаралығы башлығы Александр Антонов, билдәле спорт комментаторы Роман Скворцовтың ҡатыны Эллина ла булған. Үкенескә ҡаршы, яҙмыш бер кемде лә аямай...
Әлегә тиклем һәләк булғандарҙың шәхесен асыҡлау бара. Кешеләрҙең кемлеген генетик анализ яһап ҡына белеп була. Яҡындарын юғалтҡандарҙың хәле бик ауыр, психологтар уларҙың янынан китмәй.
Һәләкәттең рәсми сәбәптәре билдәле булмаһа ла, күптәр уны “Боинг”тан күрә. Самолетҡа, баҡһаң, 23 йыл да дүрт ай! Техника, айырыуса күктә осҡан самолет өсөн был бик күп. “Татарстан” авиакомпанияһына килеп еткәнсе ул ете дәүләткә хеҙмәт иткән. Техник етешһеҙлектәре барлығы ла әллә ҡасан асыҡланған булған да бит...
Рәсәй йыш ҡына сит илдәрҙә файҙаланылып, ярайһы уҡ таушалған самолеттарҙы һатып ала. Үҙебеҙҙең авиация сәнәғәтен үҫтерәһе урынға, мөмкин булғанса иҫкергән техниканы ҡулланабыҙ. Авиакомпания етәкселәре, килем артынан ҡыуып, пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге тураһында онота.
Үкенесле, әммә донъяла иҫкергән “Боинг”тар күберәк ҡолай. 2006 йылда, мәҫәлән, бер нисә ай эсендә генә ошондай маркалы өс самолет ҡазаға тарыны. 2008 йылда ла бер ай эсендә ике “Боинг“ ҡоланы (Ҡырғыҙстанда һәм Пермь янында). Интернеттағы мәғлүмәттәргә ышанһаң, барлығы 139 “Боинг-737” һәләкәт кисергән һәм үҙе менән 3740 кешенең ғүмерен алып киткән.
“Ространснадзор” менән “Росавиация” “Татарстан” авиакомпанияһын сираттан тыш тикшерә башланы. Предприятиеның документтары тартып алынған, уның хәүефһеҙлек талаптарын үтәү-үтәмәүе асыҡланасаҡ.
Һәр ваҡыттағыса, бәлә килеү менән илдә әүҙем тикшереү башлана, ошоға бәйле тармаҡҡа иғтибар арта. Әммә ҡарашты төптән үҙгәртмәй, техник базаны яңыртмай тороп һауала осоуы хәүефһеҙ тип әйтеп булмай шул. Бер ғәйепһеҙ һәләк булғандарҙы ғына кире ҡайтара алмайбыҙ.
“Өфө” халыҡ-ара аэропорты ғәҙәти режимда эшләй һәм, кәрәк булһа, Ҡазанға йүнәлгән рейстарҙы ҡабул итергә әҙер. Аэропорттан хәбәр итеүҙәренсә, әлегә тиклем бындай рейстар булмаған.
* * *
“Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективы ла Татарстандағы фажиғәне барса халыҡ менән бергә ауыр кисерә һәм туғандарын, яҡындарын юғалтҡандарҙың сикһеҙ ҡайғыһын уртаҡлаша.
Александр ПОЛТИНИН, Рәсәй Тәфтиш идаралығының Волга буйындағы транспорт өлкәһендә тәфтиш идаралығы етәксеһе:
— Һәләкәттең төп сәбәптәре пилоттың хатаһы һәм техник факторҙар тип фаразлана. Барлыҡ тәфтиш эштәре мөмкин тиклем тиҙ арала башҡарыласаҡ. Беҙҙең мәғлүмәт буйынса, экипаж ултырыр алдынан диспетчер менән бәйләнешкә инә һәм билдәһеҙ сәбәп буйынса самолетты икенсе әйләнешкә алып китә. Пилоттың ни өсөн шунда уҡ лайнерҙы ултырта алмауын да асыҡларға кәрәк.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡазан аэропортындағы авиафажиғәлә һәләк булғандарҙың ғаиләләре, туғандары һәм яҡындарының, барлыҡ туғандаш Татарстан халҡының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
“Ҡазан аэропортындағы авиаһәләкәт Башҡортостан халҡын тәрән тетрәндерҙе. Рөстәм Нурғәли улы, Һеҙҙең, ғаиләгегеҙҙең, һәләк булғандарҙың туғандары һәм яҡындарының, барлыҡ туғандаш Татарстан халҡының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ошо ауыр көндәрҙә һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ”, — тиелә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов исеменә ебәрелгән телеграммаһында.
Махсус иҫәп асылған“Ҡазан” халыҡ-ара аэропортындағы һәләкәткә бәйле Татарстанда ошо фажиғә ҡорбандарының туғандарына аҡса йыйыу өсөн махсус иҫәп асылды.
Ярҙам күрһәтергә теләгәндәр “Ак Барс Созидание” Хәйриә фондының иҫәбенә аҡса күсерә ала. Адресы: 420066, Ҡазан ҡалаһы, Меридиан урамы, 1а. Хәйриә фондының реквизиттары:
ОГРН 1061600052425, ИНН/КПП 1658079690/165701001, р/с 40703810100020000999 в ОАО “Ак Барс” Банк, БИК 049205805, корр. счет 30101810000000000805
Түләүҙең тәғәйенләнеше: “Жертвам авиакатастрофы”.