“Аҡһаҡ ат” ҡазаһы ҡабатланһа...19.11.2013
Шәмбе “Өфө уттары” күңел асыу комплексында үткән концерт фажиғә менән бөтә яҙған — беренсе сығыш тамамланғас та тамашасыларҙы бинанан сығарғандар.

Комплекстың түбәһенән төтөн сығыуы тураһында ҡотҡарыусыларға киске сәғәт 9-сы яртыла хәбәр итәләр. Тиҙ арала бында 29 берәмек техника һәм 67 ҡотҡарыусы килеп етә. Бинанан йәмғеһе меңгә яҡын кешене эвакуациялайҙар. Бәхеткә күрә, яраланғандар һәм һәләк булғандар юҡ.
Пермь крайындағы “Аҡһаҡ ҡола” клубы, Өфөләге “Европа” сауҙа үҙәге фажиғәләре әле һаман күңелде тетрәндерә, йөрәктәрҙе һыҙлата. Уларҙың төп сәбәбе — етәкселәрҙең вайымһыҙлығы һәм янғын хәүефһеҙлеге сараларын үтәмәүе. Баш ҡалала булған әлеге ваҡиғаның имен-аман тамамланыуына шөкөр итергә генә ҡала.


Вернуться назад