Баш ҡалабыҙҙа, Рәсәй Эске эштәр министрлығының 29-сы махсус тәғәйенләнештәге эске ғәскәрҙәр отряды биләмәһендә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды.
Бер йыл элек Волга буйы төбәк эске ғәскәрҙәр командованиеһының 29-сы махсус тәғәйенләнештәге отрядына генерал Шайморатов исеме бирелгәйне. Ошо ваҡиғанан һуң хәрбиҙәр отряд территорияһында обелиск ҡуйырға тәҡдим итте.
Һәйкәлдең авторы Владимир Дворник әйтеүенсә, был эш ярты йыл самаһы ваҡытты алған. Ул скульптураны геройға мөмкин тиклем нығыраҡ оҡшатыу өсөн тарихи документтарҙы, генерал-майорҙың һүрәттәрен өйрәнгән. Авторҙың тырышлығы Шайморатов менән таныш булған ветерандар тарафынан юғары баһаланды.