Аҡылың, күңелең зәғиф булмаһа...19.11.2013
Аҡылың, күңелең зәғиф булмаһа...Һаумыһығыҙ, "Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре! Һеҙгә күпме рәхмәт әйтеп, ниндәй генә уңыштар теләһәм дә, аҙ булыр һымаҡ. Туған телемдә сыҡҡан баҫмамды, изгелекле фәрештәләй күреп, түҙемһеҙлек менән көтөп алам, уҡып сыҡҡас, үҙемде ошо тормошобоҙҙа төрлө яҡлап ғилем эйәһе булған аҡ һаҡаллы Пәйғәмбәребеҙ менән кәңәшләшеп һөйләшкәндәй тоям.
Нисектер үҙең тураһында гәзиткә яҙыу уңайһыҙ һымаҡ. Тик башҡа сара ла, юл да тапманым, сөнки Сунтар районында берҙән-бер башҡортмон икән. Ҡатыным Светлана — саха милләтенән. 1989 йылда өйләнештек. Ҡыҙыбыҙ үткән йыл Ауыл хужалығы академияһының иҡтисад факультетын тамамланы. Улыбыҙ Айнур ошо уҡ уҡыу йортоноң ветеринария факультетында белем ала.
Был мәҡәләне яҙыуымдың төп сәбәбе — гәзит уҡыусыларға, бәлки, өлгө, фәһем булып, күңелдәрендә киләсәккә дәрт сатҡылары балҡытып, йәшәр өсөн ҙур ышаныс тыуҙырыр тигән ҙур өмөт бағлауҙан. Бәғзе берәүҙең: "Кит юҡты, фәстерәһең", — тиеүе ихтимал. Тик ғәҙеллек менән өмөт бергә етәкләшеп тормош юлынан алға атлағанда башҡаларға, килер быуынға ышаныслы таҡыр юл-һуҡмаҡ ҡалдырыр.
Ғәҙел юлдан бар, тип олатай миңә өҙлөкһөҙ әйтә торғайны. Шайтан ғына киләсәген һис тә уйламай, өмөтһөҙ йәшәй.
Мин — I группа инвалиды. Ике аяҡ та (тубыҡтан аҫта), ике ҡул да юҡ. Уң ҡулдың баш бармағы ғына бар. Шуға беркетеп ҡуйылған протез менән бар эште лә тигәндәй үҙем башҡарам. Ҡайһы берәүҙәр миңә "бәләкәй эшҡыуар" тип тә мөрәжәғәт итә. Үҙемә ҡалһа, тиктормаҫлыҡ, тынғыһыҙлыҡ шауҡымы аша тәнемә һаулыҡ биреүсемен. Бында килеп йәшәй башлағас, балта һаптары, ағас көрәктәр, тырма, түңәрәк өҫтәл, ултырғыс, тумбочка, һирәкләп кейем шкафтары, һандыҡтар эшләп һатырға булдым. Заказ күп булмаһа ла, алдан уҡ әҙерләп, лак менән буяп ҡуям. Түңәрәк өҫтәлдәрҙе өс төрлө ҙурлыҡта яһайым: кемгә ҡайһыһы оҡшай, шуныһын һатып ала. Бындай өҫтәл менән ултырғыстар сауҙала күренмәй. Бөтәһе 10–15 ултырғыс эшләйем дә береһен уҡыусы балаға йәки оло йәштәге апайға хәйер итеп бирәм. Аллаға шөкөр, 63 йәшемде тултырырға ла күп ҡалманы, иҫәнлек-һаулыҡ булһа, киләсәктә лә ошо кәсебемде туҡтатырға уйламайым. Хәрәкәттә — бәрәкәт, тиҙәр. Ошо уҡ һүҙҙәрҙе атаҡлы ғалим Дарвин: "Хәрәкәт — тормош сығанағы", — тип фәнни-медицина яғынан дәлилләп ҡуйҙы.
Ҡарағай таҡта менән миңә эшҡыуар Авдей Алексеевич ҙур ярҙам күрһәтә. Үҙенең фермер хужалығы, оло һәм бәләкәй пилорамалары бар. Оло йөрәкле, ярҙамсыл, ихтирамлы кеше минән ике йәшкә өлкән, шуға күрә үҙебеҙҙең йола буйынса мин уға “Авдей ағай” тип өндәшәм. Июнь айында 2, 3, 4, 5, 5,5 сантиметр ҡалынлығындағы ҡарағай таҡталарҙы кәрәкле оҙонлоҡта бысып, электроциркуллы станокта йышып, ҡояш төшмәгән, ямғыр үтмәгән урынға киптерергә ҡуям. Ҡышын иһә ҡул йышҡыһы менән йәнә йышып, кәрәкле әйберҙе әтмәләргә генә ҡала. Өй температураһында тағы аҙна-ун көн кипкәс, эште башлайым. Ошондай кәсепте булдырыу, тергеҙеү өсөн арифметиканы ла белергә кәрәк. Күңел йылыһын биреп, йыбанмай, матур, сифатлы итеп эшләһәң, һатып алыусы ҡәнәғәт йылмайып, рәхмәт әйтеп ала. Шул сағында һиңә ҡарата ихтирам арта, хөрмәт итәләр. Кеше баҙап, албырғай төшөп, эс-күңеленә шом һалырға тейеш түгел. Ниндәй группа инвалиды йәки һау булыуыңа ҡарамаҫтан, аҡылың, күңелең зәғиф түгел икән, һин үҙеңә, туғандарыңа, халҡыңа ла ярҙам ҡулы һуҙа алаһың. Саха Республикаһының "Забота" гәзитендә (2013 йыл, 3 октябрь) "Киүкәйҙең хөрмәтле кейәүе" тигән мәҡәләлә оҫталығым тураһында маҡтап яҙып сыҡтылар. Ә 5, 16 апрель көндәрендә әбейем менән икебеҙҙе Саха телевидениеһынан күрһәттеләр. Әлеге лә баяғы шул түңәрәк өҫтәлдәр менән ултырғыстар арҡаһында, әлбиттә. Халыҡ яғынан бындайын ихтирам, хөрмәт билдәһе һирәк кешегә күрһәтеләлер ул. Был донъяла кеше булып йәшәгең килһә, барыһы ла үҙеңдән, аң-белемеңдән тора. Эшеңә ҡарап, тормоштоң үҙ билдәһен — яман кешеме, яҡшымы тигән мөһөрҙө — һине уратып алған халыҡ һуғасаҡ.
Аҡылың, күңелең зәғиф булмаһа...Аллаға шөкөр, үҙ башҡортомдоң исеменә, намыҫына тамсы ла тап төшөрмәүемә һөйөнәм. Ошо баҙар, иҡтисади көрсөк, демократия осоронда тормош көтөр өсөн ҡыйыулыҡ, таһыллыҡ талап ителә. Юғиһә, һине ошо тормош санаһынан тибеп төшөрөүсе табылмаҫ тимә.
Ҡыйыулыҡ — ярты бәхет, тип юҡҡа әйтмәгән беҙҙең халыҡ. Айнур улыма һәр саҡ: "Ҡыйыу, аң-белемле булып ғәҙеллек юлынан барһаң, был тормошта берәүҙең дә ҡолона, ялсыһына әйләнмәҫһең, үҙаллы, ғәҙел һәм һәйбәт донъя көтөп, балаларыңдың изгелеген күреп йәшәйәсәкһең", — тим.
Яҙлы-көҙлө, ҡырағай өйрәктәргә һунар рөхсәт ителгәндә, нисә көн теләйем — шунса тәбиғәт ҡосағында булам, ҙур күл ситендә палатка ҡороп, ял итеп алырға ла әүәҫмен. Уның өсөн палатка эсенә тимер мейес ултыртам. Күп йылдар инде мылтығымды законлаштырып тотам.
Тәбиғәт яҙмышы бик ныҡ борсоуға һала. Ҡайһы бер райондарҙа экологияны ҡағыҙҙа ғына һаҡлайҙар. Йәй ҡоро килеү сәбәпле, мин йәшәгән ауылдан йәй буйы төтөн еҫе аңҡып торҙо. Бик күп йәнлек, ҡоштарҙың ғәзиз балалары уттан яфаланып үлеүе кешелеккә гонаһ мөһөрө һуҡты. Тәбиғәтте Аллаһтың ҡәһәрен алыуға саҡлы тәләфләнек шикелле.
Хөрмәтле яҡташтарым! Һәр ғаилә туған телебеҙҙә сыҡҡан, тормошобоҙҙоң тотҡаһы булған "Башҡортостан" гәзитен алдырып уҡыһа, һис тә үкенмәҫ. Мин йәшәгән ауылда: "Бик матур, төҫлө гәзит сығара башҡорттар, тимәк, уның йөкмәткеһе лә уҡыусылары өсөн ҡәҙерле", — тип әйтеүселәр күп.


Вернуться назад