Европа “амурҙар”ҙы алҡышланы19.11.2013
Европа “амурҙар”ҙы алҡышланыБатырҙар яуҙа һынала

Сафта тороп фатиха ҡылғас, эйәр өҫтөндә Тәңребеҙгә тәсбих тә әйткәс, егеттәргә сарсамаһын өсөн муҡсайымда ятҡан ҡорот киҫәген бүлеп таратҡас, беҙҙең милли ғәскәр булып танылыуыбыҙ тағы ла сағыуыраҡ төҫ алғандай булды. Отрядыбыҙға башлыҡ булған Австрия уланына ла ҡоротто бер тешләм ҡаптырғас, уның милли ризығыбыҙҙы оҡшатып: “О-о, йогурт, йогурт!” — тип ҡыуанып, маҡтап тәмләүе беҙҙән ҙур ҡәнәғәтлек табыуын һөйләй ине.
Тәүге алыш, тәүге үҙаллы хәрби йөкләмә. Кавалерия ғәскәрҙәрен ҡурсалап, уң флангыға сығып, иң алғы һыҙыҡтағы бәләкәй генә йылға аша күперҙән сығырға торған Польша гвардия уландарына тоҫҡап уҡтар осороу бурысы ҡуйылды. Бер ҡаршылыҡһыҙ ғына баҫманы үтергә уйлаған поляктар беҙҙең йылға ярына ҙур тиҙлектә килеп етеүебеҙҙе күреп, баҙап ҡалды. Егеттәрҙе теҙеп ҡуйып, уҡ-һаҙаҡтарын алырға бойороҡ бирҙем. Әлегәсә бер ни аңлап өлгөрмәгән поляк кавалерияһы өҫтөнә бер-бер артлы уҡтар осто.
Ҙур, ойошҡан көс булып килгән ғәскәрҙәргә ҡаршы һөжүм “дошман” кавалерияһы сафтарында ысын сыуалыш тыуҙырҙы, тар баҫма өҫтөндә лә, тирә-яғында ла туҡтап ҡалған “дошман” атлылары буталды. Ялан өҫтөнән улар тарафына осҡан уҡтар тамашасыларҙы ла, ҡатнашыусыларҙы ла хайран итте. Бығаса күрелмәгән яңылыҡ ине беҙҙең егеттәрҙең эйәрҙә ултырған килеш дәррәү уҡ атыуы. Төрлө телдә ҡысҡырышыу, ялан тултырып башҡортса яңғыраған орандарыбыҙ, бер-беребеҙҙе дәртләндереп өндәшкән ғәйрәтле ауаздар уйынлы-ысынлы барған ошо шау-шыулы күренешкә ҡушылды.
Поляк атлылары йыйылышып, тупланғансы, беҙ алдаштырыу маневры яһап, тиҙ генә артҡа, үҙебеҙҙең ҙур көстәр янына елдерҙек. Артыбыҙҙан йәнтәслим ҡыуып килгән поляк уландарын күреп торған союздаш прус гусарҙары уларға тылдан көтмәгәндә һөжүм итеп, бик ҙур сыуалыш ҡуптарҙы. Поляктар, үҙҙәре лә абайламайынса, ҙур тактик хата ебәреүен аңлап, ҡысҡырыша-һөрәнләшә ҡасыу яғын ҡараны.
Тарихтан мәғлүм булыуынса, беҙҙең олатайҙар ҙа тап шундай тактика ҡулланып, дошманды арттарынан әйҙәп, ылыҡтырып, ҙур көстәр алдына сығарған. Ҡурҡыныс та, ауыр ҙа бындай хәрби алымды етеҙ аттарҙа ғына эшләп булғанлығын беҙ ҙә үҙ тәнебеҙҙә татыныҡ. Әлеге мәлдә лә аттарыбыҙ һынатманы, бер төркөм булып, бергә етеҙ елделәр, “дошман”дыҡы менән буталманылар. Һөжүмдән ҡайтҡанда улар ярһып бышҡырышты, кешнәп, баш сайҡаны. Беҙҙең сафтар теүәл ҡайтты. Барлыҡ кавалерия ғәскәрҙәрен хәрәкәткә килтергән был маневр һәр отрядҡа ҙур һынау булды.
Яугир яраһыҙ булмай
Европа “амурҙар”ҙы алҡышланыТәүге уңышлы атаканан Австрия офицеры ла ҡәнәғәт ҡалды. Оҫта һыбайлылар булыуыбыҙҙы шәйләп алған командирыбыҙ күп тапҡыр “дошман тылы”на маневр яһар өсөн беҙҙе йөрөттө. Тик тәүге атакала уҡ ҙур юғалтыу кисергән Гродно гусарҙары отряды уйнап ҡына күрһәтелгән яу булыуға ҡарамаҫтан, бик ҡурҡыныс һәм аяныслы сарала ҡатнашыуыбыҙҙы иҫкәртте. Өс гусарҙың, шул иҫәптән отряд командирының да аттарынан ҡолап, йәрәхәттәр алыуы йәл. Улар өсөн был алыш шунда тамамланды. Дуҫтарыбыҙға тәүге медицина ярҙамы килгәнсе, ҡурҡып ҡасҡан аттарын тотоштоҡ. Артабан улар яуҙы ситтән генә күҙәтергә мәжбүр булды. Һуғыш — ҡорбанһыҙ, батыр яраһыҙ булмай тигәндәре шулдыр инде...
Яу уйыны ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Ҡайҙа ҡарама, шартлау тауышы йөрәкте телеп, үҙәккә үтә. Был мәлдә аттар ҙа дер ҡалтыранып китә, эйе, малҡайҙарға бигерәк ҡыйын. Хужаһының эйәрҙә ышаныслы ултырыуын тойған аттар үҙендә алға елерлек көс таба.
Ялан тултырып йәйәүле ғәскәрҙәр теҙелешеп йөрөп ята. Әле бер урында, әле икенсеһендә ҡаты ҡысҡырышып-һөрәнләшеп, штык алышында ҡайнашалар. Беҙ ҙә тик тормайбыҙ. Командирыбыҙ артынан яландың бер ситенән икенсеһенә маневрҙар ойоштороп, “дошман”дың әле пехотаһын, әле атлыларын ҡыуабыҙ. Ҡылыс алышына инеп китәбеҙ ҙә, дәррәү алышып, тағы үҙ позициябыҙға ҡайтабыҙ. Егеттәрҙең күҙҙәре уттай яна, уйын ҡыҙған һайын, беҙҙең ғәйрәт арта төҫлө. Аттарҙан йығылып ҡалыуҙы башыбыҙға ла килтермәнек. Дошман ғәскәре менән бәрелешеү мәлдәрен көтөп алдыҡ, бер-беребеҙҙе ташламаныҡ.
Ике сәғәткә яҡын барған һуғыш эпизодтарының береһендә француздарҙың ауыр кавалерияһы — кирасирҙары — менән бик ҡаты бәрелешеп алдыҡ. Был тарихҡа 1813 йылдың 16 октябрендә инеп ҡалған ваҡиғаны — союздаш өс императорҙы ҡулға алыу маҡсаты менән маршал Мюрат кавалерияһының атакаһын — хәтерләтте. Бынан 200 йыл элек Австрия, Пруссия һәм Рәсәй батшаларын, ҡамалып, әсиргә алыныуҙан Александр I батшаның шәхси конвойын тәшкил иткән лейб-гвардия казактары отряды ғына ҡотҡарып ҡала. Әлеге мәлдә лә ҡапыл урыҫтарҙың тылына үтеп ингән француз кирасирҙары башҡорт атлылары төркөмөнөң көтмәгәндә һөжүм итеүенән баҙап ҡалды. Улар хәҙер араларына Австрия уланы етәкселегендә ғәйрәтләнеп үтеп ингән башҡорттар менән алышып, алдан ҡорған маҡсаттарынан ваз кисте. Бик ҡаты һәм дәһшәтле барған был алышта тарихи лейб-гвардия казактарының әһәмиәтен беҙ, башҡорттар, намыҫлы һәм юғалтыуһыҙ башҡарып сыҡтыҡ. Казак отрядтары төркөмөнөң бөгөн атһыҙ булыуы сәбәпле, урыҫтарҙың иррегуляр һәм еңел кавалерияһын кәүҙәләндереү беҙҙең иңгә төштө.
Ысынлап та, урыҫтарҙың һәм союздаштарҙың кавалерия отрядтары әлеге сарала бик аҙ булып сыҡты. Польшанан осһоҙ хаҡҡа саҡыртылған аттарҙың белешмәһе талаптарға яуап бирмәүе арҡаһында, 180 баш йылҡы уйынға индерелмәгәйне. Шул сәбәпле күп кенә атлы полктар, шул иҫәптән Рәсәй клубтары һәм хатта Наполеон үҙе лә маршалдары менән йәйәү ҡатнашырға мәжбүр булды. Ни тиһәң дә, немецтарҙа тәртип ҡаты һәм ҡәтғи. Ә беҙ үҙебеҙгә тәғәйенләнәсәк аттарҙы, немецтарға алдан уҡ хаҡын түләп, белешеп ҡуйған инек. Кавалерист булып уйындарҙа ҡатнашыу өсөн бик күп хәстәрҙәрҙе ваҡытында хәл итеү, һау-сәләмәт булыу шарт. Шундай уҡ талаптар аттарҙың үҙҙәренә лә ҡаты ҡуйыла.
Уйын тамамланыуға барған мәлдә, “дошман”ды позицияларынан ҡыҫырыҡлап, тамашасылар ултырған трибуналарға яҡынлаштыҡ. Беҙҙе һәр урында танып: “Гут, башкирен!” — тип алҡышлап, аяғүрә баҫып ҡаршыланылар. Был ваҡыттарҙа милләтебеҙ, атай-олатайҙарыбыҙ рухына бағышлап, ҡаршыбыҙға осраған “дошман” төркөмдәре менән тағы ла ғәйрәтләнеп, орандарыбыҙҙы ҡысҡырышып айҡаштыҡ.
Бына, ниһайәт, яу тамамланды, бер туҡтауһыҙ атҡан пушкалар тынып ҡалды. Беҙ ҙә тамашасылар рәтенә яҡын килеп, бер юрттырып уҙҙыҡ та рапорт бирер өсөн урыҫ армияһының баш командующийы торған тарафҡа йүнәлдек. Александр I батшаны кәүҙәләндереп ат өҫтөндә ултырған А.М. Валькович алдында сафҡа теҙелеп, уйындарҙа юғалтыуһыҙ ҡатнашыуыбыҙ хаҡында рапорт биргәс, ул да беҙгә урыҫ армияһының еңел кавалерияһы сифатында бик уңышлы сығыш яһауыбыҙ өсөн рәхмәт әйтте. “Императорыбыҙ”ҙы сәләмләп, өс тапҡыр “Ура!” ҡысҡырҙыҡ та, йырлашып, лагерға ҡарай елдерҙек:
— Лейпциг тигән ҡаланың
Урамдары таш ҡына.
Тыуған Уралды һағынып,
Беҙҙең йөрәк ашҡына.
Любезники-любизар,
Маладис, маладис.
Ел тарата юрғаларҙың
Тарап үргән ялдарын.
Европала алҡышлайҙар
Уралымдың улдарын!..
Любезники-любизар,
Маладис, маладис.
Беҙ ҡайттыҡ илгә иҫән-һау
Изге бурысты үтәп.
Тыуған илгә һәм халыҡҡа
Тағы бер данды өҫтәп.
Любезники-любизар,
Маладис, маладис.


Вернуться назад