"Йәйғор" сәләмәтлек бүләк итә19.11.2013
"Йәйғор" сәләмәтлек бүләк итә"Йәйғор" шифаханаһы 1984 йылда ойошторолған һәм тәүге йылдарҙа Өфө ҡалаһының айырым предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен генә ҡабул иткән. 1998 йылда иһә дауалау учреждениеһы директоры итеп Альберт Шәмсетдинов тәғәйенләнде. Ул ҡыҫҡа ғына осорҙа шифахана эшмәкәрлегенә ыңғай үҙгәрештәр индереүгә өлгәшә, уны теләгән һәр кеше дауалана алырлыҡ урынға әүерелдерә алды. Тиҙ арала бында яңы үҙенсәлекле ҡорамалдар барлыҡҡа килде.
— Умыртҡа һөйәге һәм быуындар һыҙлауынан, геморройҙан һәм енси ауырыуҙарҙан дауалағанда айырыуса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшәбеҙ. Беҙгә атлай алмағандарҙы ла килтерәләр. Массаж, мануаль терапия, энә ҡаҙау һәм "ANATOMOTOR" тигән сит ил аппаратында умыртҡа һөйәген яҙылдырыу ярҙамында уларҙы аяҡҡа баҫтырабыҙ, — ти бөгөн Альберт Рәшит улы.
— Беҙҙәге ҡайһы бер дауалау аппаратын илдең башҡа бер шифаханаһында ла осратып булмай, — ти гинеколог, физиотерапевт, гирудотерапевт Гөлсинә Ғайсина. — Мәҫәлән, ҡаҡма-тулҡынлы терапия аппараты — республикала берҙән-бер. Ул быуындар шешеүен, үксә һөйәге ауырыуҙарын дауалай. Шифаханабыҙҙағы кеүек "Гальванованна" ҡоролмаһы Рәсәйҙә бер нисәү генә. Ул мускулдар ауыртыуын бөтөрә, ҡан әйләнешен яйға һала, контузия алған кешеләрҙең хәлен яҡшырта. "Магнитотурботрон" аппараты ла ҙур әһәмиәткә эйә. Ул ебәргән магнитлы тулҡындар организмға төрлө ауырыуҙы дарыуһыҙ еңергә ярҙам итә, кешене башынан алып аяғына тиклем һауыҡтыра. Айырыуса юғары ҡан баҫымынан, тын юлы һәм ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙарынан тиҙ ҡотҡара, иммунитетты нығыта.
Шифаханала йылдар буйы һыналған дауалау ысулдарын да киң ҡулланалар. Мәҫәлән, һөлөк һалыу, физиотерапия, массаж, батҡаҡлы ванналар, тоҙ шахтаһы, ингаляция, аэрофитотерапия — һауығыуға өмөтөн өҙгән кешеләргә аяҡҡа баҫырға ярҙам иткән процедураларҙың ҡайһы берҙәре генә.
Файҙалы Тоҙло Илек һыуы (йәки шундай уҡ концентрациялы һыу) тултырылған йылы һәм таҙа бассейн — ял итеүселәрҙең яратҡан урыны. Ул һөйәк, мускул, нервы системаһы, ҡан тамырҙары ауырыуҙарын, балалар экземаһын, псориазды дауалай. Тағы ла ҙур йөҙөү, тренажерҙарҙа шөғөлләнеү өсөн бәләкәй бассейндар бар.
"Лазер бөтөнләй ауырттырмай", — тип йылмая теш табиптары Гөлшат Аҙнағолова менән Ирина Йәғәфәрова. Шифахананың стоматология бүлеге бер нисә йыл элек теш быраулау машинаһы энәһен лазер нурына алмаштырған.
Тештәрҙе лазер ярҙамында дауалау механик дауалауҙан күпкә айырыла. Берҙән, ауырттырмай, икенсенән, пломбаһы кәмендә ун йыл тора. Анестезияға аллергияһы булғандар өсөн лазер — теш һыҙлауынан ҡотолоуҙың берҙән-бер сараһы. Шифахана стоматологтары тештәрҙе ағартыу, тешкә ултырған таштарҙы алыу, кариесты иҫкәртеү, теш ҡаҙнаһын дауалау кеүек хеҙмәтләндереү төрҙәрен дә күрһәтә.
Косметология кабинетында озонды кешенең һаулығын нығытыуҙа һәм тышҡы ҡиәфәтен яҡшыртыуҙа бик уңышлы файҙаланалар. Озон терапияһы ярҙамында целлюлитты, икенсе эйәкте, биттәге һәм тәндәге һырҙарҙы, яра эҙҙәрен, операциянан һуң ҡалған йөйҙәрҙе бөтөрәләр. Тағы ла озон менән ҡан тамырҙарын таҙартыу, холестеринды кәметеү, ҡан әйләнешен яҡшыртыу уңышлы башҡарыла. Башҡортостанда берҙән-бер һаналған эксимер лазер менән псориаз, нейродермит, экзема, витилиго кеүек тире ауырыуҙарын дауалайҙар.
Һуңғы йылдарҙа "Йәйғор"ҙа ял итергә теләүселәр артҡандан-арта: республиканың ҡала һәм райондарынан, алыҫ төбәктәрҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә киләләр. Шифахананың белгестәр менән тулыһынса тәьмин ителеүе, заманса ҡорамалдарға эйә булыуы оҙаҡ йылдар һауыға алмай интеккән ауырыуҙың хәлен яҡшыртыу мөмкинлеген бирә. "Хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла яғымлы, иғтибарлы. Нисек йоҡлауыңа, кәйефеңдең ниндәй булыуына тиклем һорашып торалар", — тип һоҡлана ял итеүселәр.
Халыҡ ихтыяжынан сығып төҙөлгән "Иммунитетты нығытыу" һәм "Организмды таҙартыу юлы менән ябығыу" комплекслы программалары үҙенең юғары һөҙөмтәле, файҙалы булыуын иҫбатлаған.
Күптән түгел Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының йүнәлтмәһе буйынса республиканың төрлө райондарынан йөҙләгән пенсионер, инвалид "Йәйғор" шифаханаһында сәләмәтлеген нығытты. Баймаҡ районынан ғына бер юлы һигеҙ пенсионер килгәйне. Уларҙың фекерҙәрен тәҡдим итәбеҙ.


Ғәбит ЯМАНТАЕВ, Мерәҫ ауылы:
— Мин оҙаҡ йылдар "Таналыҡ" колхозында механизатор, профком рәйесе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Хеҙмәтем юғары баһаланды — ике орден һәм ете миҙал менән бүләкләндем. Шул саҡта аралашҡан күрше "Салауат" колхозында водитель, профком рәйесе булып эшләгән Оморҙаҡ Әүәлбаевты нисәмә йылдан һуң тап ошо шифаханала осратыуыма бик шатмын. Беҙ, Баймаҡтан килгән ял итеүселәр, дауаланған осорҙа бик дуҫлаштыҡ. Бындағы шарттар ифрат оҡшаны.

Оморҙаҡ ӘҮӘЛБАЕВ, Ниғәмәт ауылы:
— Шифаханалағы көндәр һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Дауаланып та, төрлө төбәктән килгән ҡорҙаштар менән аралашып та, кистәрен концерттарҙа күңел асып та өлгөрҙөк. Бында хеҙмәтләндереүсе табиптар, шәфҡәт туташтары, ашнаҡсылар ололарға итәғәтле мөнәсәбәте менән хәтергә уйылды. Барыһына ла рәхмәт. "Йәйғор"ҙа ял итеү күңелдәргә лә йәйғор төҫтәре биреп, беҙгә яҡшы кәйеф, сәләмәтлек бүләк итте.
Шифахананы ҡарағай урманы уратҡан, ҡаланың ығы-зығыһы бында моңло ҡоштар һайрауына алышынған, һауаһы ла башты әйләндерерлек саф һәм йомшаҡ. Ғөмүмән, "Йәйғор"ҙо баш ҡаланың сағыу, мөғжизәле утрауына тиңләрлек. Йәмлелеге өсөн генә түгел, ә ҡайһы берҙә тормошҡа ашмаҫтай тойолған файҙалы хеҙмәттәр башҡарыуы арҡаһында ла.


Вернуться назад