Республика кимәлендәге кейеҙ баҫыу бәйгеһендә ҡатнашырға насип булғайны. Унда йыуылған, тетелгән һарыҡ йөнөн маҡтап бөтә алманылар, уның менән Баймаҡтан эшҡыуар Шәһит Сөләймәнов тәьмин итте, тинеләр. Ошо ваҡиғанан һуң Баймаҡ оҫтаһы хаҡында күберәк белеү теләге уянды.
Сөләймәновтар ғаиләһе күптән шөғөлләнә был эш менән. Шәһит Әхмәт улы Йылайыр районының Ташҡурға ауылында тыуып үҫкән (хәҙер был ауыл юҡ, хужа шуның хөрмәтенә шәхси магазинын "Ташҡурға" тип атаған). Оҙаҡ йылдар Сибайҙа ҡулланыусылар йәмғиәтендә әҙерләүсе булып тәжрибә туплаған. Үҙгәрештәр еле ҡағылғас, 15 йыл элек Баймаҡ ҡулланыусылар йәмғиәтенең буш торған быйма баҫыу бинаһын һатып алған. Әлбиттә, аҙыҡ-түлек магазины асыу отошлораҡ та һымаҡ, әммә үҙ эшенең нескәлектәрен тәрән тойған, тармаҡ киләсәге өсөн борсолған Шәһит Әхмәт улы өсөн ошо юл дөрөҫөрәк. Уға ҡатыны Гөлбаныу Фазылйән ҡыҙы ярҙамға килгән.
Халыҡ һарыҡ йөнөн ҡайҙа ҡуйырға белмәгән осор. Эшһеҙ ҡалған быйма баҫыу оҫталарын саҡыртып, шөғөлөн үҫтереүгә ең һыҙғанып тотона Сөләймәновтар. Йылына 5 мең пар быйма баҫҡан саҡтары була. Тегелгән, йыуылған йөндән өлкәндәр һәм балалар юрғаны, матрас, кресло, ултырғыс өсөн йомшаҡ түшәк, диван өсөн япма, кейеҙ, бейәләй, мендәр етештерәләр.
— Йыш ҡына Себерҙә эшләүсе яҡташтар килеп, беҙҙең продукцияны һатып ала: вагонда йоҡлағанда йылы. Хәҙер беҙҙең йылы юрғандарҙы, быймаларҙы Мәскәү, Өфө, Ухта, Тольятти, Сорғот, Ноябрьск ҡалаларында осратырға була, — ти Гөлбаныу апай.
Унан тыш, арҡан ишәләр, эш бейәләйҙәре, түшәк әйберҙәре тегәләр. Һәр төрлө тире ҡабул ителә. Уны эшкәртеп, ат егеү өсөн ҡайыш, дилбегә, йүгән яһайҙар, шулай уҡ ауыҙлыҡ, дуға, ҡамыт һәм башҡа әйберҙәр тәҡдим итәләр.
Ошо осорҙа "Гамма-5" бәйләү станогын файҙалана башларға иҫәптәре. Уның менән йөн ойоҡ бәйләргә була. Махсус белемле операторҙы эшкә саҡырғандар. Белгес һәйбәт эш хаҡы, торлаҡ менән тәьмин ителәсәк.
Сөләймәновтарҙың татыу ғаиләһендә дүрт бала ҡанат нығытҡан. Улдары Рәмил туризм йүнәлешендә Мәскәүҙә уҡый, бер ҡыҙҙары Өфөлә йәшәй, икәүһе, сит телдәр факультетын тамамлап, Сибай ҡалаһында төпләнгән, ошонда уҡ филиал асып, атайҙарының эшен ойошторорға ярҙам итәләр.
Сит илдән килгән синтетик юрған-мендәргә ихтыяж кәмей хәҙер, сөнки хужабикәләр тәнгә йылылыҡ, сәләмәтлек биргән тәбиғи туҡымаға, ә ҡыш йылы быймаларға өҫтөнлөк бирә. Ата-баба йолаһын дауам итеүсе Сөләймәновтарҙың эше уң булһын, тип теләргә ҡала.