Кеше берәй шөғөл менән ныҡлап мауыҡһа, беҙҙең яҡта: "Был тиклем дә булмаҫ, ауырыйҙыр ул", — тиҙәр. Ысынлап та, үҙ һөнәреңде ныҡлап яратып, унан кинәнес алһаң ғына, уңышҡа өлгәшеп була. Тәүҙә күңелдә мауығыу булып бөрөләнеп, һуңынан тәжрибә менән оҫталыҡ бергә ҡушылһа, "ауырыталыр" — тынғыһыҙ йән яңынан-яңы эш көтәлер ҙә, ошоно башҡарғас ҡына, әйтеп аңлатмаҫлыҡ ләззәт, кинәнес кисерәлер.
— Тимер-маҙар күрһәм, шунда уҡ башҡа берәй әйбер яһау тураһында уй килә, — ти Рәфҡәт ағай. — Бигерәк тә тимер сым булһа...
Рәфҡәт Миңнәхмәтов, ҡалыныраҡ сымдарҙы, арматура, башҡа шундай тимерҙе бөгөп, төрлө йәнлек, ҡош һындары яһай. Сәнғәттә, бәлки, махсус исеме лә барҙыр — уныһы мөһим түгел. Миңә ҡалһа, яһаған әйберҙәренең ихласлығы, ябайлығы, шул уҡ ваҡытта эскерһеҙ серлелеге балалар һүрәтен хәтерләтә. Әйтерһең, сабый ҡулына ҡәләм алған да, ҡояш, болоттарҙы аҡ ҡағыҙға төшөрөп, ситенә: "Һәр ваҡыт булһын ҡояш, һәр ваҡыт булһын әсәй..." — тип яҙып ҡуйған. Йырҙағыса. Рәфҡәт ағайҙың тимер һындары ла шуны күҙ алдына килтерә: ана, юлсының юлын бесәй ҡыйып сыҡҡан, тик ул йылмая, киреһенсә, хәйерле сәфәр теләй — ҡулындағы гөл һауыттарында күҙҙең яуын алырлыҡ сәскә таждары алһыулана. Йәнәшәлә нимә? Бәй, Урта Азияның изге хайуаны — ишәк бит был! Ул да "ауыр" йөк артмаҡлаған — хужаларға гөлдәре аша шатлыҡ өләшә. Арыраҡ аҡҡоштар һыуға төшкән — мөхәббәт утрауында ҡойона, һауаны ярып торналар үткән — "торрыйҡ-торрыйҡ..." Был да изгегә. Ғөмүмән, оҫта күңел биреп эшләгән һәр нәмә изгелек, матурлыҡ нуры сәсә.
Рәфҡәт ағай, үҙе әйтмешләй, ҡулына бишектә үк ҡағыҙ, ҡылҡәләм, буяуҙар тотҡандыр. Сабый сағынан уҡ ниҙер сыймаҡларға, эшләргә яратҡан. Ә бына һүрәт төшөрөүгә, тимер эшенә ныҡлап тотоноуына өс тиҫтәнән ашыу йыл үткән.
— Бер ваҡыт "чеканка" модаға инеп китте бит. Магазиндарҙа ла күп ине, сувенир итеп бүләккә биреү ҙә булды, — тип хәтер төйөнөн сисә оҫта. — Шул саҡ башҡа, туҡта әле, үҙем дә яһай алам бит быны, тигән уй килде...
Кәрәкле эш ҡоралдары, материал һатып алып, Рәфҡәт ағай уйына килгән һүрәтен ҡалайға сүкей. Әлбиттә, тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була. Уның ҡарауы, үҙе яһаған! Беҙ, ирҙәр, ҡайһы саҡ бигерәк бала-саға һымаҡ бит ул: күңелдә дөрләгән усаҡтай дәрт-дарманды һүндереү өсөн дә, быҫҡып ҡына осҡонланған ҡуҙҙы ялҡын итергә лә бер һүҙ етә. Аҙ ғына маҡтап, һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырып ебәрҙеңме, үҙеңдә тау аҡтарырҙай көс тояһың, әй, һинән буламы ни ул, тинеңме, шунда уҡ "балта һыуға төшә". Рәфҡәт ағайҙың тормош иптәше, һөйөклө ҡатыны Рәшиҙә апай тәүгеләр рәтенә инә — иренә һис ҡасан ауыр һүҙ әйтмәҫ, күңелен китмәҫ, киреһенсә, һәр эшен күрә, баһалай белә, фекерен әйтә. Үҙе лә ҡул эштәренә бик оҫта: өй эсе бөхтә итеп йыйыштырылған, һәр нәмә үҙ урынында, аҙ ғына ваҡыты булдымы — бәйләмгә, күңеле тартҡан башҡа эшкә ултыра.
Йәнлек һындарын тимер сымдан бөгөп яһау теләге Миңнәхмәтовҡа Өфө яғында йәшәгән улдарында булған саҡта килә. Хәҙер бит "яңы байҙар" өйҙәрҙе әкиәттәгесә — боронғолоҡто сағылдырып — һала. Береһе ҡәлғәне хәтерләтә, үҙенсәлекле һарайҙы, башҡа нәмәне — аҡсалары булғас, хан һарайы төҙөп ҡуйһалар ҙа аптырамаҫһың. Уныһы мөһим түгел. Ә бына оҫта күҙҙәре үҙенә кәрәген күрә белә: ошо коттедждарҙың ҡыйыҡтары, ишек баштары, һыу торбалары, ҡапҡалары, бүтән төр әйберҙәре төрлө йәнлекте, ҡошто, үҫемлекте кәүҙәләндергән тимерҙәр менән биҙәлгән. Ҡыйғыға ҡайтҡас, Рәфҡәт ағай шуларҙы үҙаллы эшләп ҡарай. Бик күп нәмәне барлай, әммә иң ҡулайлыһы сәскә, гөл һауыттары ҡуйыр өсөн фигуралар тигән уйға килә. Шулай итеп, ғүмер буйы һыуытҡыстар йүнәткән ҡулдар иретеп йәбештереү аппаратын да үҙләштерә.
— Беҙҙең яҡ халҡы бик дәртле, оҫта, — ти Ҡыйғы район хакимиәте мәҙәниәт бүлегенең халыҡ ижады методик үҙәге етәксеһе Рәфилә Хәсәнова. — Рәфҡәт ағай һымаҡ оҫталарҙы күрә белергә, табып, бер-береһе менән аралаштырырға ғына кәрәк. Ни менән генә шөғөлләнмәй кеше! Бындай оҫталар — оло хазина. Үҙҙәре генә эшләп ҡалмай, һөнәрҙәрен балаларына, яҡындарына өйрәтә. Күсәгилешлек булһа ғына, халыҡ кәсептәре йәшәйәсәк. Бына ошоно бик яҡшы аңлай улар...
Рәфҡәт ағай менән Рәшиҙә апай ҡапҡа тышына сығып уҡ оҙатып ҡалды. "Юл төшкәндә килеп йөрөгөҙ", — тине улар. Бындай йортҡа килмәү, хужаларының хәлен белмәү мөмкинме һуң? Үҙенең биҙәктәре, семәрҙәре, оҫта ҡулдары яһаған һындарға эленгән гөл-сәскәләре менән әллә ҡайҙан саҡырып, тартып тора бит ул...