Батыр даны үлмәй16.11.2013
Йәрмәкәй районында яу яланында һәләк булған өлкән лейтенант Шәйхураз Сабировтың II дәрәжә Ватан һуғышы ордены яҡын туғандарына тапшырылды.
Орден яугирҙең алыҫ туғанына 1989 йылда уҡ тапшырыла, ләкин ул геройҙың вариҫтарын табыу хаҡында хыяллана.
“Ермекеевские новости” (“Йәрмәкәй яңылыҡтары”) гәзите редакцияһы тарафынан быйыл ғинуарҙа ғәмәлгә индерелгән “Барыһын да исемләп хәтергә төшөрәйек” ижади проекты ярҙамында һалдаттың награда ҡағыҙы табыла. Туғандары һәм район активистары тырышлығы менән һәләк булған яугирҙең ҡатынының тулы исеме һәм тыуған көнө асыҡлана. “Кешеләрҙе эҙләү” сайтына ҡуйылған иғлан яңы мәғлүмәттәрҙе файҙаланып яңыртыла. Уға Шәйхураз Сабировтың кинйә улының ҡыҙҙары яуап бирә.
“Барыһын да исемләп хәтергә төшөрәйек” ижади проектының авторы Ынйы Шафиҡова әйтеүенсә, Ольга менән Елена Сабировалар Свердловск өлкәһенең Первоуральск ҡалаһында йәшәй.
– Олатайыбыҙҙы ҡырғыҙ тип уйлағайныҡ. Уның фамилияһы һәм исеменән башҡа бер ниндәй ҙә мәғлүмәт булманы, – тине Сабировалар, Башҡортостанға килгәс.
Ольга менән Елена олатайҙары иҫтәлегенә Әбделкәрим ауылындағы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре обелискына сәскә һалды. Сабировтар тоҡомоноң иң өлкән вәкиле Вил Сабиров хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы эҙләү менән шөғөлләнеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтте.