Водителдәр, бер-берегеҙҙе хөрмәт итегеҙ!16.11.2013
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Динар Ғилметдиновтың “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында юл-транспорт һәләкәттәре ҡорбандарын иҫкә алыу көнө алдынан үткәргән матбуғат конференцияһына тығындар арҡаһында саҡ һуңламаным.

Ағиҙел аша һалынған күперҙә бер нисә машина бер-береһенә төкөлгән, Салауат Юлаев проспектынан Зәки Вәлиди урамына күтәрелгән күперҙә еңел автомобиль “НефАЗ” автобусына бәрелгән, унан саҡ ҡына өҫтәрәк “КамАЗ” менән еңел автомобиль юл бүлешә алмаған. Ошо өс авария арҡаһында Дим, “Йәшел сауҡалыҡ” биҫтәләренән, аэропорт һәм Ташкисеү яғынан баш ҡалаға ингән юлдарҙа ҙур тығын барлыҡҡа килгән. Ғөмүмән, имен уҙған бер көн юҡ тип әйтергә булыр ине, ниндәйҙер мөғжизә арҡаһында ғына 10 ноябрҙә, ял көнөнә тура килһә лә, бер юл-транспорт ваҡиғаһы ла теркәлмәгән. Ә бит һәр минут һайын донъяла 12 кеше ошолай һәләк була…
Шулай ҙа Рәсәй юлдарындағы хәлде һаман да һуғыш ваҡыты менән сағыштыралар. Мәҫәлән, илдә йыл һайын юл-транспорт ваҡиғаһында 30 мең кеше һәләк була. Һуңғы ун айҙа республикала 581 кеше юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булған, биш меңе төрлө тән йәрәхәттәре алған. Шуларҙың 17-һе балалар. Уларҙың йәрәхәтләнеүендә тәү сиратта өлкәндәр ғәйепле, ти белгестәр, сөнки ата-әсәләр йыш ҡына сабыйҙы хәүефһеҙлек ҡайышы менән креслоға беркетергә онота.
Автомобилдәр һаны артыуы ла юлдарҙағы хәлгә ҙур йоғонто яһай. Быйыл ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан бер миллион ярым административ хоҡуҡ боҙоу теркәлгән, 17 мең водитель машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Йәмғеһе 680 миллион һумлыҡ штраф һалынған, шуларҙың 470 миллионы түләтелгән. Айына бер тапҡыр мотлаҡ “Штраф” операция үткәрелә.
Динар Ғилметдинов белдереүенсә, юл-транспорт ваҡиғаһына килтергән төп сәбәптәрҙең береһе — водителдәрҙең бер-береһен хөрмәт итмәүе. Шуға юлда иғтибарлы, ихтирамлы булырға саҡырҙы баш дәүләт автоинспекторы.
Әйткәндәй, юл-транспорт фажиғәләрендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө Европала 1993 йылдан алып билдәләнә. Республикала төрлө йәмәғәт ойошмалары әлеге сараны үҙенсә үткәрергә уйлай. “Ғүмер тиҙлектән ҡәҙерлерәк” тигән акция ойоштороласаҡ. Айырыуса йыш авария булған урындарҙа активистар салғы тотҡан үлем костюмында водителдәргә иҫкәрмәләр эшләйәсәк.


Вернуться назад