Иң ҙур ҡиммәт16.11.2013
Йоматау ҡасабаһында “Хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлеген тәьмин итеүҙә хеҙмәтте һаҡлау идараһының роле” темаһына төбәк-ара конференция булды.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан эш урынында йәрәхәтләнеү осраҡтары кәмеүе буйынса Рәсәй төбәктәренең тәүге бишәү иҫәбендә килә. Дөйөм алғанда, егерме йыл эсендә республикала кеше ғүмеренә бәйле ауыр фажиғәләрҙе алты тапҡырға ҡыҫҡартыуға өлгәшелгән. Шуға ҡарамаҫтан, хеҙмәткәрҙәрҙең эш ваҡытында бәлә-ҡазаға тарыуына юл ҡуйыла әле. Мәҫәлән, санитар-гигиена талаптарына ярашлы булмаған урындарҙа 100 мең самаһы кеше эшләй. Хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәренә бәйле һаулығын тәьмин итеүҙә хеҙмәтте һаҡлау идараһының роле ниндәй, проблемаларҙы дәүләт кимәлендә хәл итеү өсөн тәьҫирле механизмды нисек булдырырға?
Мәскәү ҡалаһынан, Урал һәм Волга буйы федераль округтары төбәктәренән хеҙмәтте һаҡлау буйынса министрлыҡ, ведомство, дәүләт күҙәтеүе, фәнни учреждениелар етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашҡан төбәк-ара конференция тап ошо мәсьәләләрҙе ҡарау маҡсатында ойошторолдо.
Сығыш яһаусыларҙың фекеренсә, хеҙмәткәрҙең һаулығы эш биреүсе өсөн иң ҙур ҡиммәт булып торорға тейеш. Предприятие йәки ойошма етәксеһенә зыянды ҡаплауға ҡарағанда, бәлә-ҡазаға тарыуҙы иҫкәртеүҙе еңелерәк һәм арзанға төшөрлөк итергә кәрәк. Әле Дәүләт Думаһында ошо юҫыҡтағы законға үҙгәреш индереү ҡарала. Әгәр ҡанун боҙоусыларға штраф 1 миллион һум булһа, был өлкәләге хәл тамырынан үҙгәрер, тип иҫәпләй сарала ҡатнашыусылар.
Белгестәр баһалауынса, Рәсәйҙә йыл һайын эш урынында йәрәхәтләнеү һәм һөнәренә бәйле сиргә тарыу арҡаһында юғалтыуҙар ике триллион һумдан ашыу күләмде тәшкил итә. Был тулайым эске продукттың 4,3 процентына тиң.


Вернуться назад