Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы — республикабыҙҙың иң абруйлы бүләктәренең береһе. Ошо көндәрҙә уның сираттағы лауреаттары билдәләнде. Еңеүселәрҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәбрикләне.
Премияның 2013 йылғы лауреаты тип ун ғалим танылды. Яҡшыларҙан-яҡшы өс хеҙмәт билдәләнде: “Экологик үҙенсәлектәре яҡшыртылған автомобиль бензинын алыу технологияһы”, “Башҡортостан Республикаһында ҡорһаҡ ярыһының йәбешеү сирен диагностикалау, дауалау, иҫкәртеү алымдарын эшләү һәм ғәмәлгә индереү”, “Ҡиммәтле “Салауат Юлаев”, “Ватан” сорттары һәм яҙғы бойҙайҙан икмәк бешереү технологияһы” .
— Иң мөһиме — фән етештереүселәр менән берлектә эшләй башланы. Алдынғы предприятиелар, төрлө фондтар һәм ҙур инвесторҙар хеҙмәттәшлегенән дөйөм эшмәкәрлек йәнләнә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һуңғы өс йыл эсендә республикала башҡарылған ғилми-техник эш күләме ике тапҡырға тиерлек артты һәм былтыр 8,3 миллиард һум тәшкил итте. Дәүләт программалары сиктәрендә ғилми асыштарҙы йөҙҙән ашыу инновациялы предприятие тормошҡа ашыра.
Президенттың фекеренсә, инновациялы үҫешкә ғилми кадрҙарҙың йәше кәртә булыуын дауам итә. Дәрәжәһе булған ғилми хеҙмәткәрҙең уртаса йәше — 45, академиктар һәм ағза-корреспонденттарҙың — 60-тан юғарыраҡ.
— Әлбиттә, тәжрибә кәрәк, әммә фәнгә йәштәрҙең килеүе лә мөһим. Тағы бер проблема — фән, эшҡыуарлыҡ, етештереү һәм властың үҙ-ара эшмәкәрлегенә системалы ҡараш етмәүе. Башҡортостан һәм Рәсәй власы органдары фән алдындағы бурыстарҙы аныҡ ҡына ҡуя алмай. Был үҫешкә тотҡарлыҡ итә, — тине Рөстәм Зәки улы.
Лауреаттарҙың хеҙмәттәре бик мөһим һәм кәрәкле. Экологик үҙенсәлектәре яҡшыртылған автомобиль бензинын алыу технологияһын уйлап сығарған күренекле ғалимдарҙың исемдәре республикала яҡшы таныш. Өсөһө лә техник фәндәр докторҙары, профессорҙар — Ғүмәр Теләшев, Арыҫлан Әхмәтов һәм Георгий Сидоров.
Ҡорһаҡ ярыһының йәбешеү сирен иҫкәртеү һәм дауалау буйынса хеҙмәт тәҡдим иткән ғалимдарҙың эше лә иғтибарға лайыҡ. Уның авторҙары — медицина фәндәре докторҙары, профессорҙар Владимир Плечев, Наил Ғатауллин һәм Һәүбән Хунафин. Тантана барышында билдәләнеүенсә, был эш — 50 йыллыҡ хеҙмәт һәм эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе. Ул ошо сир менән яфаланыусыларға күрһәтелгән ярҙамдың сифатын бермә-бер күтәрә.
Премия алған өсөнсө хеҙмәт ауыл хужалығы тармағы өсөн мөһим. Уға ауыл хужалығы фәндәре докторҙары, профессорҙар Владимир Зыкин, Рафаэль Исмәғилев, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Рәлиф Кадиков һәм пенсионер Людмила Зыкиналар лайыҡ булды.
— Яңы бойҙай сортын файҙаланыу республикала уңыштың артыуына килтерер тип ышанам, — тине Президент.