Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте16.11.2013
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәтеБашҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы, "Газ-Сервис" йәмғиәтенең "Дүртөйлөгаз" филиалындағы Илеш район эксплуатация хеҙмәтенең электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсеһе Баянов Лаис Әбделмәлих улы, Бәләбәй "Автонормаль" заводындағы әҙерләү цехы хеҙмәткәре Ботинкин Вячеслав Константинович, Күгәрсен районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Гаврилов Николай Федорович, Октябрьский ҡалаһындағы "Дорстройремонт" предприятиеһының баш инженеры Ғәзизов Рафаил Шәрхәм улы, Ҡырмыҫҡалы районындағы Ҡарлыман ремонт-механика заводы инженеры Ғәйнетдинов Илдус Әғләм улы, Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Гәрәев Таһир Лотфулла улы, Саҡмағош район Советы аппаратының ойоштороу бүлеге начальнигы Гәрәева Рида Фидай ҡыҙы, Бишбүләк районы хакимиәтендәге финанс һәм иҡтисади үҫеш идаралығының төп иҡтисадсыһы Ғилфанова Лүзиә Сәмиғулла ҡыҙы, Күмертау ҡалаһындағы 5-се ремонт-экслпуатация участкаһының урам һепереүсеһе Головнева Елена Анатольевна, Бәләбәй ҡала электр селтәрҙәренең электр монтеры Данилов Сергей Иванович, "Башкиравтодор" йәмғиәтенең Бәләбәй юл ремонт-төҙөлөш идаралығы машинисы Йыһаншин Рим Мөбәрәкша улы, Учалы ҡалаһындағы "Николь-Пак" заводы операторы Камалова Әлфиә Йәҙгәр ҡыҙы, Ҡыйғы район Советы рәйесе Ҡотдосов Раян Һиҙиәт улы, Балаҡатай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Миңлеғәлин Мәсхүт Рәшит улы, Күмертау авиация етештереү предприятиеһы инженеры Муравьева Валентина Николаевна, Ҡалтасы районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Нурмөхәмәтова Зенфера Владимировна, Бәләбәй "Автонормаль" заводындағы гальваник цех хеҙмәткәре Петров Михаил Федорович, Федераль почта элемтәһе идаралығының Дүртөйлө почтамты начальнигы Сәйетов Әнзәм Әҙһәм улы, Салауат районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Сафина Филүзә Имаметдин ҡыҙы, Нефтекама автозаводы токары Степанов Владимир Никитич, Күмертау авиация етештереү предприятиеһының герметизаторсыһы Тимербаев Наил Хәмиҙулла улы, "Лесное" дәүләт ҡаҙна учреждениеһы шоферы Хәнәфин Радик Сөләймән улы, Октябрьский ҡалаһындағы "Автоприбор" сәнәғәт компанияһының слесарь-ремонтсыһы Шакиров Азамат Мирғәли улы, Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәтенең бүлек начальнигы Шангина Светлана Ғилемхан ҡыҙы, Дүртөйлө районындағы "Дүртөйлөмебель" йәмғиәте директоры Йосопов Мәүләүи Мәснәүи улы — Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Аҡманов Ирек Ғайса улы, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең идарасы директоры Артюхов Александр Викторович, Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһы Президиумы рәйесе урынбаҫары Ғәйнетдинов Миҙхәт Ғүмәр улы, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе Зырянов Павел Николаевич, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, Тарих һәм хоҡуҡи белем институты директоры Обыденнова Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы, Рәсәй Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе Пронина Светлана Николаевна, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Пустовгаров Юрий Леонидович, Өфө авиация институтындағы Хужалыҡ иҫәбендәге ижади үҙәктең генераль директоры Шолом Владимир Юрьевич Башҡортостан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.


Вернуться назад