Тәмәкеселәргә кем штраф һала?16.11.2013
Тәмәкеселәргә кем штраф һала?15 ноябрҙән тәмәкегә ҡаршы законды үтәмәгән өсөн штрафтар тураһында яңы ҡануниәт үҙ көсөнә инде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әлегә көйрәтеү белем биреү, мәҙәниәт, спорт, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында, эш урындарында, торлаҡ йорт подъездарында, балалар майҙансыҡтарында, шулай уҡ тимер юл һәм автобус вокзалдарында, порттарҙа һәм аэропорттарҙа тыйыла. Бынан тыш, тәмәке тотҡан килеш вокзал һәм метроға инеү урынына 15 метрҙан да яҡыныраҡ килергә ярамай. Был ҡағиҙәләрҙең үтәлешен полиция, метро һәм вокзал хакимиәте контролдә тотасаҡ.
Эш урындарында иһә тәмәкеселәргә «Роспотребнадзор», «Ространснадзор», «Росздравнадзор» күҙ-ҡолаҡ буласаҡ. Уңайлы мөхит булдырыу һәм законды үтәү йәһәтенән, Хеҙмәт кодексына ярашлы, эш биреүсенең дә дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырыуы ихтимал.
Тәмәкегә ҡаршы закондың үтәлешен тәьмин итмәгән етәкселәргә лә штраф ҡаралған. Шулай итеп, тәмәке тартыуҙы тыйыу тураһында билдә элеп ҡуймаған өсөн шәхси эшҡыуарҙарға һәм вазифалы кешеләргә – 10-20, ойошмаларға 30-60 мең һум түләргә тура киләсәк. Әгәр ҙә тикшереү барышында эш урынында тәмәке тартыу осраҡтары асыҡланһа, штраф күләме шул тәртиптә 30-40 һәм 60-90 мең һумға тиклем артасаҡ.
Әйткәндәй, ведомстволар эш биреүсегә генә түгел, тәмәке тартыусының үҙенә лә штраф һала ала. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы билдәләгән талаптарға ярашһыҙ тәмәке тартыу урындарын булдырған етәкселәр ҙә язаһыҙ ҡалмаясаҡ. Ойошмалар бының өсөн 50-80 мең һум түләйәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2014 йылдың 1 июненән тыйылған урындар исемлеге киңәйтелә. Унда бар, ресторан, ҡунаҡхана, дөйөм ятаҡ, алыҫ араларға йөрөгән поезд, электричка көтөү өсөн перрон инәсәк. Тәмәке тартыу «хаҡтары» шул килеш ҡала: 500-ҙән 1,5 мең һумға тиклем.


Вернуться назад