Беҙҙең лауреаттар31.12.2011
Быйыл гәзитебеҙҙә донъя күргән иң яҡшы яҙмалары өсөн түбәндәге ижадсылар “Башҡортостан”дың 2011 йылғы
лауреаттары тип билдәләнде:

БЕЙЕШЕВА Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙы, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге рәйесе – “Матбуғаттың тәьҫир көсө” (8 ғинуар), “Аллаһы Тәғәлә ер өләшкәндә” (22 ғинуар), “Ил яҙмышы – ир-ат ҡулында” (19 февраль), “Уйҙар, уйҙар...” (9 декабрь) тигән көнүҙәк мәҡәләләре һәм гәзитте әүҙем пропагандалағаны өсөн;

ҒҮМӘРОВ Сәлимйән Ялал улы, матбуғат ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы – “Тоғролоҡ” (24 февраль), “Тормош мәҙәктәре” (18 июнь), “Бөгөнгө мәктәпкә бер ҡараш” (2 август) тигән яҙмалары һәм гәзитте әүҙем пропагандалағаны өсөн;

ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ Марсель Әҡсән улы, публицист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре – “Ижтимағи мөнбәр” рубрикаһын даими алып барғаны өсөн;

НАЗАРОВ Хәсән Мөҙәрис улы –
“Халыҡ өмөтө, теләге – шағирҙың
шул төп һүҙе” (26 март), “Туғанлыҡ ул – ҡандағы йыр” (30 ноябрь) тигән шиғырҙар шәлкеме һәм гәзитте әүҙем пропагандалағаны өсөн;

ӘХМӘТҠУЖИНА Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы, драматург, шағирә – “Бәхете күктә яралған” (5 октябрь), “Ғәжәйеп ил Әбйәлил” (22-23 ноябрь) тигән публицистик яҙмалары, “Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде” тигән махсус битте (28 октябрь) әҙерләгәне өсөн.


Вернуться назад