АҠСАРЛАҠ15.11.2013
АҠСАРЛАҠБуранбай Исҡужин һүҙҙәре, Юлай Үҙәнбаев көйө.

Ел бауырлап осҡан ҡоштар
Аҡсарлаҡ түгел микән?
Һин киткәнгә мин түҙермен,
Йөрәгем түҙер микән?..
Һин киткәнгә мин түҙермен,
Йөрәгем түҙер микән?..

Аҡсарлаҡтар уйнар күлдә
Табып алдым пар ҡанат.
Һөйөүемдең билгеһе тип,
Түшемә ҡуйҙым ҡаҙап.
Һөйөүемдең билгеһе тип,
Түшемә ҡуйҙым ҡаҙап.

Ҡаурый ғына тороп ҡалды
Ҡанатлы һөйөүемдән.
Ҡайтауаздар ғына ҡалды
“Яратам”, — тиеүеңдән...
Ҡайтауаздар ғына ҡалды
“Яратам”, — тиеүеңдән...

Ел бауырлап осҡан ҡоштар
Аҡсарлаҡ түгел микән?
Һин киткәнгә мин түҙермен,
Йөрәгем түҙер микән?..
Һин киткәнгә мин түҙермен,
Йөрәгем түҙер микән?..


Вернуться назад