Европа “амурҙар”ҙы алҡышланы15.11.2013
Европа “амурҙар”ҙы алҡышланыЛейпциг — шанлы һәм данлы ҡала

17 октябрь көнөн Лейпциг ҡалаһындағы иң әһәмиәтле урынға — “Халыҡтар һуғышы” иҫтәлегенә бағышланған ҙур монументҡа экскурсиябыҙҙы урыҫ армияһы яугирҙәренә арнап һалынған ғибәҙәтхана янынан башланыҡ. Эргәлә генә бер аулаҡ сквер аҡланында йөҙйәшәр платан күләгәһендә башҡорт яугирҙәре хөрмәтенә ҡуйылған иҫтәлекле таш билдә тора. Был һәйкәлде 2003 йылда Ирек Байышев менән Нәсүр Йөрөшбаев үҙ көстәре менән яһатҡан. Ошо урында туҡтап, тантаналы сафҡа баҫып, 9-сы кантондың тарихи байрағын юғары күтәреп, һәйкәл алдында батыр башҡорт яугирҙәре хөрмәтенә баш эйҙек, йәшел артыштан яһалған гирлянданы һалдыҡ. Тарихи байраҡтың һәйкәл алдында булыуы сафыбыҙға тағы ла йәм биреп, тантаналы күренеште көсәйтеп ебәрҙе. Байраҡ йөрөтөүселәр – аталы-уллы Сәлимовтар беҙҙең яу кейемдәребеҙҙән бер аҙ айырылып торған ҡарағусҡыл-зәңгәр кафтандарында бик йәмле күренде.
Шул ваҡытта яныбыҙға Рәсәйҙең Германиялағы илсеһе етәкселегендәге ҙур делегация килеп баҫты. Олатайҙарыбыҙҙы хәтерләүебеҙгә, уларға хөрмәт күрһәтеүебеҙгә һоҡланыуҙарын белдерҙеләр. Һәйкәл алдына сәскәләр гөлләмәһе, майшәмдәр яндырып ҡуйҙылар. Был делегация менән килгән Башҡортостандың төрки халыҡтары мырҙалары һәм тархандары вариҫтары йәмғиәтенең етәксеһе З.Я. Әйүпов та беҙҙең менән күрешеп, һәйкәлгә баш эйеп китте.

Болоттар өҫтөндә бейеү

Халыҡтар һуғышы монументы 1913 йылда элекке яу яланының уртаһында төҙөлгән. Тарихта тиңе булмаған ҙур һуғыштың 100 йыллығын билдәләп, йөҙ метр самаһы бейеклегендәге ҡыңғырауҙы хәтерләткән монумент һалына. Алдында йәйрәп ятҡан бассейн һыуы ҡайғы-хәсрәттән, афәттән, юғалтыуҙарҙан түгелеп аҡҡан күҙ йәшенән йыйылғандай, монументтың шомло шәүләһен сағылдыра.
Беҙҙең төркөм, шул бассейнды бер ситенән урап үтеп, монумент өҫтөнә менеп, Лейпциг өҫтөнә һирпелеп ҡарау уйы менән алға атланы. Уның бер эсенә инеп, берсә тышына сығып, таш диуар булып үргә үрмәләгән тар ғына текә баҫҡыстары буйлап беҙ ҙә башҡа туристар менән йәнәшәләп күтәреләбеҙ. Монумент өҫтөндәге 90 метрҙан ашыу бейеклектәге күҙәтеү майҙансығында бүректәрҙе осороп алырҙай көслө ел уйнай. Ҡапыл өҫкә менеүҙән тын ҡыҫылғандай тойолһа ла, күңел ҡанатланыуы көслөрәк ине. Иңемә аҫылған ағас ҡумтанан ҡурайымды сығарып, “Урал”ды яңғыратып алғас, һулыштар киңәйеп китте. Алыҫта, бик түбәндә, ус төбөндәгеләй күренгән Лейпциг өҫтөндә башҡорт көйөн шулай уйнармын тип уйыма ла килтермәгәйнем бит.
Бер аҙ тын алырға тип ултырған Амантаевҡа бейергә ишаралап, “Перовский”ҙы уйнап ебәреүгә, егетебеҙ һикереп торҙо ла, еләненең итәк остарын елберҙәтеп, ҡанаттарын йәйгән ҡыйғыр бөркөттәй, бейергә төшөп китте. Әле генә моңло көйҙән илергән барса халыҡ дәртле бейеүҙән шаҡ ҡатты. Ете ҡат күк көмбәҙендәгеләй бейеклектә көн дә бейеп тормайҙар шул. Быға тиклем берәй халыҡтың милли көйҙәре шулай уйналдымы икән дә, бейеүҙәре бейелдеме икән? Рафаэлдең бөркөттәр генә осар бейеклектәге был сығышын яныбыҙҙағы төрлө тараф кешеләре алҡыштар менән оҙатты.
Панорамала һуғыш фажиғәһе сағыла
Европа “амурҙар”ҙы алҡышланыҠала буйлап экскурсиябыҙҙы дауам итеп, тағы ла бер иҫтәлекле урынды – Лейпциг ҡалаһының 1813 йылдағы фажиғәне хәтерләтеп торған панорамаһын — күрергә форсат тейҙе. Ул август башында ғына асылған, авторы — Сүриә рәссамы Йәҙегәр Азизи. “Халыҡтар һуғышы фажиғәһендәге ҡала” тип аталған был панорамала Лейпциг нәҡ 1813 йылдағы архитектураға тап килтереп һүрәтләнгән. Бейеклеге — 30, оҙонлоғо 111 метрлыҡ панорама полотноһының дөйөм майҙаны 3500 квадрат метр һәм ул бөгөн донъяла иң ҙуры тип иҫәпләнә. Залына ингән урында 1813 йылғы Халыҡтар һуғышында ҡатнашҡан илдәр, ғәскәрҙәр тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирелгән, шул яуҙан ҡалған ҡомартҡылар урынлыштырылған. Унда башҡорттарҙың һәм казактарҙың күпләп ҡатнашыуы тураһында эре хәрефтәр менән яҙылып ҡуйылыуы күңелдәребеҙҙе шатландырып, ғорурлыҡ хисе уятты.
Панорамала яҡтылыҡты әкрен генә үҙгәртеп, тәүлектең барлыҡ мәлдәрендә ҡала тормошо, уның тирә-яғы күрһәтелә. Алыҫта, ҡала ситендә, һуғыш булып үткән урындарҙа янғын ялмаған биналар, келәттәрҙең шатырҙап янғаны һүрәтләнә. Ҡуйы ҡара һөрөм менән буталған болоттар аҫтында ҡунар урын таба алмай ҡарҡылдашып осҡан ҡарға-ҡоҙғон туптары күренешкә тағы ла шом өҫтәй. Таң атҡан мәлдә лә, көндөҙ ҙә һуғыш ғәрәсәтенең солғанышында ҡалған ҙур ҡала афәттән мандый алмайынса берсә ярҙам һорағандай ҡанға, күҙ йәштәренә мансылып, ояһына айыу баҫҡан һағыҙаҡ күселәй гөжләй, берсә ыңғыраша төҫлө.
Тик киске эңер төшөп, бер аҙ йоҡомһорап торған мәлдә алыҫтағы казактар һәм башҡорттар тупланған урындарҙан һағышлы йыр ишетелгәндәй була. Ҡайҙалыр яҡында ғына сиркәү ҡыңғырауы үҙәктәргә үтеп саң ҡаға. Бынан 200 йыл элек, ысынлап та, Европала баҙар ҡалаһы булып, сауҙагәрҙәрҙе үҙенә ылыҡтырып торған Лейпциг янындағы һуғыш һөҙөмтәһендә 90 мең мәйет һәм яралы тирә-яҡҡа тиф эпидемияһының ҡотороп таралыуына сәбәп була. Тетрәнеп тә, сирҡанып та, хисләнеп тә ҡараныҡ ҙур оҫталыҡ менән башҡарылған был панораманы.
Европа “амурҙар”ҙы алҡышланыШварца ҡунаҡсыллығы

18 октябрь. Был көндөң таң атыуын барыбыҙ ҙа тулҡынланып та, дәртләнеп тә көттөк. Алдан белдереп ҡуйылғанса, беҙ Саксонияға күрше ятҡан Тюрингия ерендәге Шварца коммунаһына рәсми ҡунаҡтар сифатында саҡырылғанбыҙ. Бургомистр Райхл әфәнденең саҡырыуын йәй үк алғайныҡ.
Лейпцигтан Шварцаға илткән юл буйҙары бик матур ҙа, ҡыҙыҡ та тойолдо. Тирә-яҡтағы ялан-ҡырҙар Инйәр, Еҙем, Егән буйҙарын хәтерләткәндәй. Шул мәлдәрҙә француз генералы де Марбоның яҙмалары иҫкә төшә: “Беҙҙе бигерәк тә башҡорттар үҙҙәренең бәләкәй генә аттарында етеҙ елеп, төрлө соҡор-саҡырлы уйһыу урындарҙа ныҡ ыҙалатты…” Бәй, бына Европаға килеп еткәс тә, Уралдағы үҙәндәргә оҡшап торған уйһыу урындарҙа башҡорт аттары ла үҙ илендәгеләй кинәнеп сапҡан, етеҙ йөрөгән һәм олатайҙарыбыҙға һуғышта йәтеш кенә ярҙам иткән бит, тип барыбыҙ ҙа бер фекергә килеп ҡуйҙыҡ.
Әгәр ҙә 1814 йылда башҡорт полкы Париждан ҡайтышлай ошо ауыл янында туҡталып китмәһә, Тюрингияның түрендәге төпкөл генә Шварца ла донъяға бик үк билдәле булып китмәҫ ине, бәлки.
Мәргән уҡсылар булып, “Төньяҡ амурҙары” ҡушаматын алып, 1814 йылда Париждан ҡайтып килгән башҡорттарҙы ошо ауылдың бургомистры Карл Гюнтер туҡтатып, ҡунаҡ итеп ебәргәне билдәле. Башҡорт уҡ-һаҙаҡтарының көсөн һынап ҡарағыһы, мәргәнлектәрен дә күргеһе килеп, ғибәҙәтхана манараһындағы ҙур булмаған баҡыр ҡоршаулы шарға атыуҙарын үтенә. Майҙанға йыйылған халыҡ башҡорт уғының көмбәҙгә ҡаҙалыуына шаһит була.
Шварцаға килеп етеү менән машинабыҙҙан төшөп, тамаҡ ялғар өсөн кафе эҙләй башланыҡ. Шул мәлдә, беҙҙең юлдан сарсап килеүебеҙҙе көтөп торғандай, яныбыҙға 60 йәштәр самаһындағы бер ир килеп сыҡты ла, үҙенең артынан әйҙүкләп, бер йортҡа инеүебеҙҙе һораны. Артабан ни булырын белеп тә өлгөрмәйенсә, казак дуҫтарыбыҙ менән бергәләшеп инеп ултырған урыныбыҙ немец ғаиләһе йәшәгән йорт булып сыҡты. Хужабикә тиҙ генә һый-хөрмәтен өҫтәлгә ҡуйҙы. Йорт эсе бик бөхтә һәм зауыҡлы йыйыштырылған. Ишектән кергән ерҙә боронғо көршәк, ураҡ, крәҫтиән тормошон хәтерләткән йыһаздар заманса һаҡлыҡ менән ҡәҙерләп эленгән.
Ҡапыл баҙап ҡалыуыбыҙҙы күреп, хужа Нестлер әфәнде, һыйҙан ауыҙ итегеҙ, был һеҙгә хөрмәтебеҙ йөҙөнән, тип ҡыҫтай башланы. Арабыҙҙа немец телендә иркен аралашҡан ике яҡташыбыҙ булғас, һәйбәт аңлаштыҡ һәм, үҙебеҙ ҙә көтмәгәндә, бик матур, алсаҡ, йомарт, ҡунаҡсыл немец ғаиләһенең тормошо менән танышып, тамаҡ ялғап алдыҡ. Беҙ сәй эсеп сыҡҡан йорт Тирмән урамында урынлашҡанын белдек. Был урында 1886 йылда тирмән булған. Ә бөгөн шул тирмәнде төҙөүсе Нестлер вариҫтарының ғаиләһе ҡомартҡыларын ҡәҙерләп һаҡлап йәшәп ята.
Хушлашҡанда рәхмәт йөҙөнән казактар менән күмәкләшеп ҡурайға ҡушылып ”Любизар” ҙы йырланыҡ, хужаға иҫтәлеккә уҡ бүләк иттек. Урамға сыҡҡас, бергәләшеп фотоға төштөк һәм шул саҡ йорт стеналарында беҙҙең тантанала ҡатнашыр өсөн Шварцаға килеүебеҙ хаҡында яҙылған реклама ҡағыҙҙарын да күреп ҡалдыҡ.
Көр кәйеф менән Шварца ғибәҙәтханаһы янына килеп туҡтағанда, кирха манараһының юғары осондағы эштәрҙе тамамлап торалар ине. Күп тә үтмәй, алтын ялатылған уҡ ҡаҙалған ялтырап торған еҙ шарҙы килтерҙеләр. Бына шул шар һәм уҡты тантаналы урынлаштырыу сараһында ҡатнашыр өсөн саҡырылғанбыҙ халҡыбыҙ исеменән. Майҙанға барса Шварца халҡы йыйылды. Балалар концерт күрһәтте, оркестр уйнаны. Хакимиәт башлығы Райхл әфәнде ҡыҫҡаса телмәр тотҡас, минән дә башҡорттар исеменән һүҙ әйтеүемде һоранылар.
Үҙ телемдә башҡорт халҡынан сәләм һәм батыр олатайҙарыбыҙ тураһындағы иҫтәлектәрҙе һаҡлағандары өсөн Шварца халҡына рәхмәт әйтелгән телмәремде Ирек Байышев туранан-тура немец теленә тәржемә итеп торҙо. Һүҙемде тамамлағас, бургомистрға күстәнәс итеп башҡорт балын тотторҙом.
Бар халыҡ алдында бургомистр шарҙың эсенә иҫтәлеккә тип киләсәк быуындарға хат һалды. Беҙҙән дә ҡомартҡы һалып ҡалдырырға үтенделәр. Күп уйлап торманыҡ, тиҙ генә Юлай Ғәйнуллиндың түшенән алып “Башҡорт халҡының хәрби даны. 1812 — 2012” тип аталған, клубыбыҙҙа сығарылған миҙалды, “Бородино һуғышына — 200 йыл” тип аталған 10 һумлыҡ иҫтәлекле Рәсәй коллекция тәңкәһен һәм клубыбыҙ тураһындағы буклетты капсулаға һалдыҡ. Ғәзиз ҡандарын изге ғүмерҙәрен аямайса фиҙа ҡылып, Европаны азат итеүҙә һәләк булған мәргән, батыр олатайҙарыбыҙ хаҡына лайыҡлы ҡомартҡылар ҡалдыра алыуыбыҙға шат инек. Бәләкәй генә снаряд гильзаны хәтерләткән еҙ цилиндр капсуланы ҡулыбыҙҙа тотҡан килеш ҡапҡасын ҡурғаш менән йәбештереп ҡуйҙылар.
Тағы ла тиҫтәләгән йылдар үтер, был капсуланы ла асып уҡырҙар. Шул саҡ беҙ ҡалдырған иҫтәлекле ҡомартҡылар алыҫ Европала йәшәүсе халыҡтарға башҡорттар тураһында белдерер, хайран итер, һоҡландырыр.
Оркестр уйнаған марш аҫтында алтынланған уҡлы шарҙы автокран ярҙамында мендереп ҡуйҙылар. Шул саҡ минең бармаҡтарым ҡумтаһында ятҡан ҡурайымды һурып сығарҙы ла ирендәремә терәне. Ҡараштарымды манараға ҡаҙалған алтын уҡҡа төбәп “Урал”ды уйнап ебәрҙем. Был мәлдә казактар менән башҡорт егеттәре ҡылыстарын ҡындарынан сығарып, ысын хәрбиҙәрсә хөрмәт күрһәтте. Шул уҡ сарала тарихи ваҡиғаны хәтерләтеп торған иҫтәлекле таҡтаташ асыуҙың шаһиты булдыҡ.
Шварца ауылы хакимиәтенең үҙ иҫәбенә “1814 йылда Париждан ҡайтышлай мәргән уҡ атҡан батыр башҡорттар иҫтәлегенә” тигән яҙыу менән иҫтәлеккә таҡтаташ яһатҡанын белеп һоҡландыҡ. Рәссамын да тапҡандар — Польшала йәшәүсе башҡорт Азат Ҡужин ул.


Вернуться назад