Ошо көндәрҙә ҡалабыҙҙың 3-сө һәм 7-се элемтә бүлексәләрендә “Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө” булды.
7-се элемтә бүлексәһе начальнигы Флүрә Бохараева әйтеүенсә, бындай саралар гәзит уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, сөнки күптәр баҫмаларға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеге хаҡында бөтөнләй белмәй. Почтаға килеүселәргә байрам кәйефе бүләк итәбеҙ: бинаны байрамса биҙәп, күргәҙмәләр ойошторабыҙ. Фойела почтальондар халыҡты киләһе йылға гәзит-журналға яҙҙырта, тәүге квитанцияларға бүләк ҡушып бирәбеҙ.
7-се почта бүлексәһенең гәзит-журналды, хаттарҙы халыҡҡа тапшырыу бригадаһы етәксеһе Рәйлә Әхмәҙина кешеләрҙе матбуғатҡа яҙҙыртыуға күп көс һала.
— Бөгөн халыҡ гәзит-журнал уҡымай тип әйтеп булмай, — тип һүҙ башланы ул. – Әммә баҫмаларҙың шул тиклем күп булыуы уҡыусылар араһында һайлап алыу мөмкинлеген арттыра. “Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө”н йышыраҡ үткәргәндә, һөҙөмтәләр ҙә яҡшыраҡ булыр ине.
Почта хеҙмәтендә оҙаҡ йылдар эшләгән Зөлфиә Ихсанова ла уның һүҙҙәрен ҡеүәтләй: “Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы осоронда редакция хеҙмәткәрҙәренең дә ҡатнашыуы мотлаҡ тигән фекерҙәмен. Уртаҡ эш кенә яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә”.
Сибай почтамтының “Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө” Хәйбулла районында ла ойоштороласаҡ.