Бына-бына яңы йылға аяҡ баҫырға торабыҙ. Барыбыҙҙың да кәйеф ифрат шәп. Шыршыларҙа уттар емелдәй. Ә бына ошо мәлдә сабыйҙары донъяға килгән әсәй-атайҙарҙың ҡыуаныстарын, уй-хистәрен әйтеп бөтөргөһөҙ.
Өфөлә тәү тапҡыр Сабыйҙар көнө билдәләнде. Ул 6-сы балалар табыу йортонда үтте. Ҡулдарына баҙрап торған гөлләмәләр тотҡан бәхетле атайҙар, олатай-өләсәйҙәр бәпес алырға килде.
Иң беренсе булып сабыйын ҡулына Баймаҡ егете Рәфил Әминев алды. Кәләше Ғәлиә шалҡан кеүек ул тапҡан. Бәхеттәре йөҙөнә сыҡҡан йәштәрҙе ҡотлап, Башҡортостандың ЗАГС идаралығы начальнигы Зифа Әбүбәкирова уларҙың ҡулына тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырғас:
– Һеҙҙе иң бәхетле көнөгөҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ, сабыйығыҙҙы матур, сәләмәт, илебеҙгә файҙалы кеше итеп үҫтерегеҙ, – тине.
Башҡорт дәүләт медицина университеты проректоры Зөфәр Мортазин йәш ғаиләгә республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитовтың бүләген тотторҙо.
Филиә менән Данис Ғөбәйҙуллиндар Бөрйәндә тыуып үҫкән. Улар ҙа был көндө йорттарына тәүге балаһын алып ҡайтты.
Йортҡа йәм-нур өҫтәп бәпес ҡайта. Әҙәм балаһы өсөн шунан да ҙур ҡыуаныс бармы икән? Шәфҡәтле, бәхетле булып үҫһен улар.
В. ӘХМӘТОВ.