Лутовтар киләһе йыл өсөн гәзиткә күптән яҙылған
Дуҫыңдың кем икәнен юлға сыҡҡас белерһең, ти халыҡ. Баҫмаларға яҙылыу осоро башланһа, кемлеге таныла. Берәүҙәр аҡса юҡлыҡҡа һылтана, икенселәр, күршеһенән алып тороп булһа ла, киләһе ярты йыллыҡҡа гәзитле була.
Кемдер рухы алдында ла оялмай (араларында башҡорт халҡының абруйлы шәхестәре исемен йөрөткән уҡыу йорттары булыуы бигерәк тә аптырата), кемдер башҡорт милләтенән булмаһа ла, күршеһен гәзитле итә. Ни генә тимәйек, баҫмабыҙҙы көтөп алған, яратып уҡыған һәм хөрмәт иткән уҡыусыларыбыҙ, шөкөр, күп. Ундайҙар, әлбиттә, үҙен һынатып тормай – гәзиткә алдан уҡ яҙылып ҡуя. Һеҙҙе таныштырасаҡ геройҙарым да шундайҙарҙан.
Бар яҡлап та өлгө булырҙай Лутовтар һәүетемсә йәшәп ята – балалары күптән шул уҡ ауылда, Түбәнге Әрметтә, башлы-күҙле булып, үҙ донъяһын көтә. Әммә ейән-ейәнсәрҙәре өҙөлмәй Зөфәр ағай менән Фәнүзә инәй эргәһенән: йә береһе хәл белешергә килә, йә икенсеһе ваҡ-төйәк эштә ярҙам итә.
Гәзиттән дә айырылмай улар. “Башҡортостан”ды даими алдыралар, һәр һанын уҡып, ҡәҙерләп һаҡлайҙар.
— Был баҫма һәр ваҡыт кәңәшсебеҙ ҙә, йыуатыусыбыҙ ҙа, мәғлүмәт биреүсебеҙ ҙә булды. Һуңғы йылдарҙа гәзиттең йөҙө бигерәк тә үҙгәрҙе, — ти Фәнүзә Хәбибрахман ҡыҙы.
Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем 17 йыл буйы почта бүлексәһе начальнигы булып эшләгән Зөфәр Зәйнетдин улы ла һүҙгә ҡушылды:
— Элек һәр йортҡа 10 — 15 баҫма килә торғайны. Почта таратыусылар ауылды хатта ике-өс тапҡыр урар ине. Ҡайһы берәүҙәрҙең "мәжбүрләп яҙҙырҙылар" тигән хәбәре нигеҙһеҙ – һәр кем алдан уҡ "Мин был журналды йәки гәзитте алдырасаҡмын", тип әйтеп ҡуя торғайны.
Хәҙер кешеләргә әллә ни булды ул. Әлбиттә, телевидение менән Интернет үҙ өлөшөн индерәлер, әммә гәзит уҡымай нисек йәшәмәк кәрәк?! Мәғлүмәт алыу күңелгә бигерәк тә дауа бит. Ауылыбыҙ миҫалына килгәндә, күптәр матур итеп донъя көтә, газ-һыуға ҡытлыҡ юҡ, юлдар көҙгөләй ялтырап ята. Әммә ошондай бәрәкәтле тормошта рухи етешлек ҡыҫыла барған һымаҡ. Шуға күрә бигерәк тә йәштәр гәзит алдырһын, күберәк уҡыһын ине, — тип теләге килә.