Есемеңде асыр исемең15.11.2013
Малайҙар өсөн
Мөбәрәк ғәр. — бәхетле; ҡәҙерле, хөрмәтле; уңышлы; изге
Мөғәллим ғәр. — өйрәтеүсе, уҡытыусы
Мөғәлләм ғәр. — күп белеүсе, белемле
Мөҙәрис // Мөдәрис ғәр. — дәрес биреүсе, өлкән уҡытыусы
Мөждәбә ғәр. — һөйөнөс, ҡыуаныс
Мөжәүир // Мөжәүер ғәр. — күрше
Мөжәһит ғәр. — тырыш; изге юл өсөн көрәшеүсе
Мөкарам ғәр. — изге; хөрмәтле
Мөҡим ғәр. — йәшәүсе, ғүмер итеүсе; тырыш
Мөҡмин ғәр. — дингә ышанған
Мөҡсин ғәр. — изгелекле, яҡшылыҡ ҡылыусы
Мөлөк ғәр. — хакимлыҡ итеүсе; батша, солтан
Мөнир ғәр. — яҡтылыҡ биреүсе, нур һибеүсе
Мөнәүир ғәр. — яҡтылыҡ, нур һибеп тороусы
Мөрит ғәр. — эйәреүсе, шәкерт
Мөрсәлим ғәр. — именлек башлығы; именлек һөйөүсе
Мөршит ғәр. — тура юл күрһәтеүсе
Мөслим ғәр. — мосолман
Мөстәҡим ғәр. — тоғро, дөрөҫ; сыҙамлы
Мөсәлим ғәр. — килешеүсән, кеше күңелле; тыныс
Мөсәлләм ғәр. — һалдат
Мөсәлләх ғәр. — ҡораллы
Мөхитдин ғәр. — яҡлаусы
Мөхлис ғәр. — саф күңелле, тоғро
Мөхсин ғәр. — изгелекле, яҡшылыҡ ҡылыусы
Мөхтәбәр ғәр. — хөрмәтле, ҡәҙерле
Мөхтәр ғәр. — һайлап алынған
Мөхтәрәм ғәр. — хөрмәтле, ҡәҙерле
Мөхәддис ғәр. — ғалим
Мөхәмәҙи // Мөхәмәди ғәр. — мосолман кешеһе
Мөхәмәҙиә // Мөхәмәдиә ғәр. — ҡара: Мөхәмәҙи
Мөхәмәт // Мөхәммәт ғәр. — данлы, маҡтаулы (Ислам диненә нигеҙ һалған Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең исеменән)
Мөхәмәтвәли ғәр. — мөхәмәт+вәли
Мөхәмәтғата ғәр. — мөхәмәт+ғата
Мөхәмәтғәли ғәр. — мөхәмәт+ғәли
Мөхәмәтдин ғәр. — мөхәмәт дине
Мөхәмәтйән ғәр., фарс. — мөхәмәт+йән
Мөхәмәтйәр ғәр. — мөхәмәт+йәр; Мөхәмәттең дуҫы, иптәше
Мөхәмәтнур ғәр. — мөхәмәт+нур; Мөхәмәт нуры
Мөхәмәтсафа ғәр. — мөхәмәт+сафа (саф, таҙа, пак)
Мөхәмәтсәлим ғәр. — мөхәмәт+сәлим (сәләмәт, иҫән)
Мөхәмәтша ғәр., фарс. — мөхәмәт+шаһ; Мөхәмәткә ҡараған, мосолман
Мөхәмәтшәрип ғәр. — мөхәмәт+шәрип
Мөхәмәтхажи // Мөхәмәтхәже ғәр. — мөхәмәт+хажи
Мөхәрләм ғәр. — ҡара: Мөхәррәм
Мөхәррәм // Мөхәрәм ғәр. — ай календарындағы беренсе айҙың исеме; шул айҙа тыуған балаға ҡушылған исем
Мөшәрип ғәр. — данлыҡлы, шөһрәтле
Мөьмин ғәр. — Ислам динендәге кеше, мосолман
Ҡыҙҙар өсөн
Надиә ғәр. — саҡырыусы; йомарт
Нажиә // Нәжиә ғәр. — иң яҡын дуҫ; ярҙамсы
Наза фарс. — наҙлы; иркә
Наҙбикә фарс., баш. — наҙлы; иркә ҡыҙ
Наҙгөл неол., фарс., баш. — наҙ+гөл; гөл һымаҡ наҙлы
Наҙлыбикә фарс., баш. — наҙлы+бикә
Наҙлыгөл фарс. — гөл һымаҡ наҙлы ҡыҙ
Наҙлыһылыу фарс., баш. — наҙлы+һылыу
Наилә // Нәйлә ғәр. — бүләк
Наҡыя // Нәҡиә ғәр. — саф, таҙа, пак
Наргизә неол., ғәр., фарс. — ут-ялҡын кисеүсе
Насиха // Нәсиха ғәр. — кәңәшсе; ысын дуҫ
Наһар ғәр. — көн; көндөҙ
Ниса ғәр. — 1. ҡыҙ бала, ҡатын-ҡыҙ; 2. ҡатын-ҡыҙ исемдәренә ҡушылған ялғау
Нурания ғәр. — нурлы, яҡты
Нургизә неол., ғәр., фарс. — нур+гиҙә; нурҙа гиҙә
Нургөл ғәр., фарс. — нур+гөл
Нурғәйшә ғәр. — нур+ғәйшә; нурлы тормош
Нурзада ғәр., фарс. — нурлы бала
Нурзидә неол., ғәр., фарс. — күҙ нуры
Нурзилә неол., ғәр. — нур+зилә; саф ҡыҙ
Нурзифа ғәр., фарс. — нурлы; зифа буйлы
Нурзия // Нурзиә ғәр. — яҡты нур
Нурикамал ғәр. — камиллыҡ нуры
Нурисафа ғәр. — сафлыҡ нуры
Нуриәсмә ғәр. — нурлы; бөйөк
Нурия ғәр. — нурлы
Нуриямал ғәр. — нурлы; матур
Нурйыһан ғәр., фарс. — нур+йыһан; нурлы донъя
Нурсидә неол., ғәр. — йәш
Нурсилә неол., ғәр. — нурлы; нур ташҡыны
Нурһылыу ғәр., баш. — нурлы, һылыу ҡыҙ
Нуръямал ғәр. — нурлы; матур, һылыу ҡыҙ
Нәбибә ғәр. — белемле, аҡыллы
Нәбирә фарс. — баланың балаһы; ейән
Нәғимә ғәр. — муллыҡ, именлек; ләззәт, бәхет
Нәжибә ғәр. — аҡһөйәк, аҫыл зат
Нәзилә ғәр. — һөйкөмлө; нәфис
Нәзимә ғәр. — төҙөүсе, ойоштороусы; шағирә
Нәзирә ғәр. — үрнәк, өлгө; бик матур; алдан күреүсе
Нәзифә ғәр. — саф, пак
Нәзихә ғәр. — ысын дуҫ; кәңәшсе
Нәзәфәт неол., ғәр. — сафлыҡ, паклыҡ
Нәйрә ғәр. — нурлы
Нәҡифә ғәр. — һайлап ҡуйылған
Нәргиз неол., фарс. — ҡара: Нәркәс
Нәрисә неол., фарс. — өлгөрмәгән; сабый
Нәркизә неол., фарс. — гөл исеменән
Нәркәс фарс. — гөл исеме (матур күҙле)
Нәсибә ғәр. — яҙмыш, өлөш.
* баш. — башҡорт һүҙе, фарс. — фарсы һүҙе, бор. — боронғо, ғәр. — ғәрәп һүҙе, неол. — неологизм (яңы үҙләштерелгән), монг. — монгол һүҙе, лат. — латин һүҙе.
"Башҡорт исемдәре" (авторҙары — Т.Х. Кусимова һәм С.Ә. Бикҡолова) китабынан алынды.
(Дауамы бар).