Йәмғиәтте тотоп торған рухи бағана15.11.2013
Йыйын
Донъя моделендә Кешенең маҡсатын, философияһын, йәшәү барышын мифологик белемдән символик йола-ритуал теленә күсереү иһә йыйын төҙөлөшөндә асыҡ сағыла. Бушлыҡты өйөрөлтөп алыу — донъя төҙөү (ат менән йөрөп сығыу): ул урынға нөктә, билге ҡуйыу — хужа булып баған ҡатыу; тормошта үлем һәм йәшәү көрәшен сағылдырыу (батырҙар, атта сабышыусылар, йүгереүселәр, таш атыусылар, бағанға менеүселәр ярышы) һәм Еңеү культын күрһәтеү ул (батырға — бәрән, матурҙарҙың бүләк биреүе, мәргәндәргә — теләк, сәсәндәрҙең ҡобайыр әйтеүе һ.б.). Шул уҡ йыйын эсендә тормоштоң күңелле мәле лә ритуалләшә. Көлөү, ирмәк, мәрәкә тылсымын йолалаштырыу (ҡатыҡҡа баш тығып тәңкә алыу, тоҡ кейеп йүгереү, наказ һуғыу һ.б.) атҡарыла. Быларҙың барыһы ла донъя төҙөлөшөн, барышын һәм унда фәҡәт көслө, дәртле булыуҙы аныҡ маҡсат итә. Дим буйы башҡорттарында һабантуй урынын дүрт мөйөшлө киң ялан итеп күҙаллап, дүрт бағана ҡаҡҡандар. Иң төп бағана уртала булған. Ҙур майҙанды уратып, һабан һөрөп билге һалғандар (Әлшәй районының Себенле ауылында Рафиҡов Бәхтиәр Ғилем улынан яҙып алынды (1924 йылғы). Шулай итеп, дәүләт, үҙаллы ер-һыу урынын билдәләү һәм ҙурлау ана шул Баған ҡуйыуҙа сағыла ла инде.
Йыйын боронораҡ "Тауға сығыу", "Тау", "Тауға барыу" тип тә аталған. Ҡалҡыуыраҡ урын йәки, ғөмүмән, тауҙарҙы культ дәрәжәһендә ҙурлап, уларҙы тере, ифрат көслө, дәһшәтле рух итеп ҡабул итеүгә бәйле ул.
Сәғәт һуғыу көнө
Йәйге миҙгел башланыу мең башҡорттарында борон-борондан бер көн тылсымына бәйле. 7 июнде сәғәт һуҡҡан көн, тиҙәр. Ошо мәлдән алып һыу инергә, йылы тупраҡҡа йәшелсә ултыртырға мөмкин булған. Йәй ултырыуы, йәғни көн йылыныуы башлана. Был көндө ҡайын япрағы йыйып, мунса инәләр, йыуынып таҙарыналар. Байрам ваҡытында "сәғәт ҫуҡҡан көн ҫабантуй кеүек үтә" ти халыҡ: көрәш, ат сабыш, йүгереш була. Был байрам ял көнөнә тура килеү-килмәүенә ҡарамай үтәлә, бөтөн тирә-яҡ ауылдарҙан йыйылалар. Оло инәйҙәр ошо көндә төйөнсөккә япраҡ йыйып алып ҡайта, эҫеләп бешереп, сәй эсә. Уның шифаһы көслө була, тиҙәр.
Был мәл сәсеү бөткән ваҡытҡа тура килә. Ҫабантуй кеүек була ул. Әлшәй районының Ғәйнеямаҡ ауылында Әхмәтова Мәрйәм Хәбиәхмәт ҡыҙынан (1926 йылғы) яҙып алынды.