ДӘҮЕРҘЕҢ ДӘҮ ҮРҘӘРЕ15.11.2013
ДӘҮЕРҘЕҢ ДӘҮ ҮРҘӘРЕЙәшәйештең яңы һулышы нимәнән ғибәрәт?

Яңы дәүергә аяҡ баҫтыҡ, тип икеләнеүһеҙ әйтергә була. Уның башланыуын билдәләгән айырым бер көн дә, ваҡыт та булманы. Кешелек, ғәҙәти шарттарҙа көндәлек тормошон дауам итеп, яйлап ҡына үҫеш юлының киләһе басҡысына күтәрелде. Эйе, һиҙелерлек үҙгәрештәр ҙә юҡ, күҙгә салынырлыҡ яңы йәшәү шарттары ла хасил булманы. Нимәнән ғибәрәт һуң йәшәйешебеҙҙең яңы һулышы?

Матди һәм рухи ҡиблаларға ынтылыу сиратлашып килә

Боронғо риүәйәттә маҡсатына ынтылышлы, уңышлы бер ир кеше тураһында бәйән ителә. Ул ғүмере буйына сәмләнеп мөлкәт туплап, барына риза булмай, нығыраҡ байырға тырышып йәшәгән. Олоғайған көнөндә һатып алған утрауында шулай ял иткәнендә был кеше бер мәл күңелендә бушлыҡ, яңғыҙлыҡ тойған, хатта үҙен донъялағы иң ярлы кешеләй хис иткән. Күңел байлығының ғына мәңгелек булыуына төшөнгәндер ҙә, бәлки, әммә быны аңлау өсөн тотош ғүмер юлы үтергә тура килгән. Хәйер, тормошта һуңлауҙар булмай.
Риүәйәттән күренеүенсә, әҙәм балаһы өсөн иң мөһиме – рухи үҫеш юлында булыу. Матди байлыҡ бөгөн бар, иртәгә – юҡ, күңел һандығы ғына хазиналар туплай-туплай, бер ғүмерҙән икенсеһенә күсә һәм ахыр сиктә ошо ҡиммәттәре менән Аллаһ Тәғәлә алдына килеп баҫа. Быныһы хаҡ, тик бөгөн әлеге хикәйәттәгесә генә йәшәү дөрөҫмө, әллә башҡасараҡ йүнәлеште үҙ итеү ысынбарлыҡҡа ярашлы булырмы?
Үткәндәр беҙгә үҫеш процесын күҙәтеү һәм унан фәһем алыу өсөн бирелә. Шулай итеп, тарих биттәренә күҙ һалһаҡ, йәшәйештә матди һәм рухи байлыҡтарға ынтылыуҙың бер-бер артлы сиратлашып килеүен күрәбеҙ. Әйтерһең дә, был – йәмғиәттә баланс һаҡлау өсөн уйлап табылған махсус алым. Мәҫәлән, Урта быуаттарҙы (V – XV быуаттар) «Дини тәғлимәт хеҙмәтсеһе» («служанка Богословия») тип атайҙар, ул дәүерҙә дин көсәйеп, ижтимағи-сәйәси юҫыҡта сиркәү өҫтөнлөк итә башлай. Христиан дине ике тармаҡҡа айырылып, Көнбайыш Европала – католик, Көнсығыш Европала православие сиркәүе барлыҡҡа килә. Инквизициялар, сиркәү судтары булдырыла, феодалдар рәтендә епископтар күбәйә. Кешенең аңы үҙ-үҙеңде камиллаштырыуға һәм йәмғиәт өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт итеүгә йүнәлгән була. Урта быуаттар рыцарҙар ваҡыты булараҡ та билдәле. Уларҙың кем икәнен аңлатып тораһы ла түгел: намыҫ, ватан, мөхәббәт кеүек изге төшөнсәләрҙе алдан ҡуйған батырҙар хаҡында ҡыҙҙар бөгөн дә үҙ-ара серләшә-серләшә һөйләшеп ала. Күренеүенсә, ул осор рухи-әхлаҡи ҡиммәттәргә йүнәлеш алыу менән айырыла.
Унан һуң килгән Яңырыу («Возрождение») дәүерендә гуманизм өҫтөнлөк ала һәм аҡыл эйәләренең, ә уларға эйәреп тотош йәмғиәттең иғтибары Аллаһ Тәғәләнән кешегә һәм уның эшмәкәрлегенә йүнәлтелә. Мишель Монтень, Эразм Роттердамский кеүек философтар кешенең аң-зиһене, уның көсө алдында баш эйә башлай. Аҡыл кешене башҡа тере йәндәрҙән айырып тора һәм хатта Хоҙайға тиң итә, тип иҫәпләгәндәр. Гуманистар ысын бәхетте аҡылда һәм белемдә күргән.
XVII быуатта башланған Яңы заман («Новое время») кешенең донъяға ҡарашын үҙгәртә. Әҙәм балаһы юғары идеалдарҙан, кешене өйрәнеүсе фәндән техника һәм сәнәғәт заманына күсә. Йәмғиәттә сәнәғәт революцияһы үтә, һәм фәнни-техник, иҡтисади үҫеш башлана. Халыҡ күпләп ҡалаларға ағыла, ҡул хеҙмәтен машиналар алмаштыра, фабрикалар төҙөлә, аграр иҡтисадтан индустрия етештереүенә күсәләр, шул дәүерҙә капитализм булдырыла. Бер һүҙ менән әйткәндә, нисә быуат дауам иткән рухи үҫештән кешелек матди донъя ҡороуға ташлана.
Әммә тәбиғәт бындай ситкә тайпылыуҙарҙы тиҙ төҙәтә: XX быуат башында аҡса ҡыуыуға нигеҙләнгән йәмғиәт ҡоролошо емерелә – Рәсәйҙә үткән революция тулҡыны бөтә донъяға тарала. Социалистик системаның яҡты идеяларға ҡоролған булыуын беҙҙең олатай-өләсәй, атай-әсәйҙәр яҡшы белә.
Шулай итеп, кешелек уң яҡтан һул яҡҡа, һул яҡтан уң яҡҡа ҡаҡлыға-ҡаҡлыға өҫкә табан бара. Бер яҡ ситкә нығыраҡ китһә, беҙҙең донъяны булдырған көс (уны Тәбиғәт тип атайым) шул системаны селпәрәмә килтереп, кешене икенсе яҡҡа бора. Бындай баланс гармониялы үҫешеү өсөн кәрәк, күрәһең.

Алтын урталыҡ

Хәҙерге заманды алып ҡарағанда ла, донъя кимәлендә бындай баланс һаҡлана: Көнсығыш илдәре, нигеҙҙә, дин, иман, йолалар юлынан бара, уның ҡарауы, Көнбайышта матди байлыҡҡа өҫтөнлөк бирәләр. Рәсәй иһә урталыҡта урынлашҡан.
Илебеҙ тарихына әйләнеп ҡараһаҡ, уның да тулҡынлы һыҙат (бәлки, спираль баҫҡыс тиһәк, дөрөҫөрәк булыр) буйынса үҫешеүен күрәбеҙ. XX быуат башында халыҡ алда телгә алынған социалистик идеяларға ҡоролған йәмғиәттә рухи ҡиммәттәргә, әхлаҡлылыҡҡа, яҡты киләсәккә табынып йәшәй башлай. Күп тә үтмәй, бындай боролош илдә, киреһенсә, әҙәпһеҙлек, ялған-ялағайлыҡ, урлашыу кеүек кире күренештәрҙең тантана итеүенә килтерә. Ә 90-сы йылдарҙан башлап был үлтереш, наркомания, суицид кеүек афәттәрҙә сағылыш таба. Һөҙөмтәлә йәмғиәт кире йүнәлеш алырға мәжбүр була: быуат ахырында халыҡ, Көнбайыш илдәренә ҡарап, ҡапыл «алтын»ға ташлана, матди йәһәттән бер-береһе менән уҙыша башлай, әхлаҡи ҡанундар онотола. Әммә тәбиғәт ҡанундарына ярашлы, был система ла бөлгөнлөккә тарый, финанс һәм иҡтисади көрсөктәр ошо хаҡта һөйләй.
Логик фекерләү буйынса, бөгөн кешеләр йәнә иман юлына баҫырға тейеш. Һәм был күренеш йәмғиәттә күҙәтелә лә инде. Тик бында шундай законлылыҡ бар: нимәгә табына башлайһың – шул емерелә. Шуға күрә бер яҡҡа ауышып китеп, хәл мөшкөлләнмәһен һәм уны төҙәтеү маҡсатында ҡаты саралар күрергә тура килмәһен өсөн заман кешеһенә алтын урталыҡты табып йәшәү зарур. Икенсе төрлө әйткәндә, рухиәткә ынтылыу менән бер рәттән матди тормошҡа ла тейешле әһәмиәт биреү фарыз. Был – яңы дәүер талабы.
Әйтәйек, йәш кеше эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Эше көйлө генә бара, мул табыш килтерә. Ошо саҡта матди байлыҡҡа мөкиббән китеп, эшҡыуарға аҡса ҡолона әйләнергә ярамай. Күңеленә сәселгән изгелек орлоҡтарын шыттырып (ә ундай яҡты нур һәр кешегә тыумыштан бирелә), ул йомарт булырға, ҡулынан килгәнсә игелек ҡылырға тырыша: мәсеттәр һалдыра, ҡәбер-зыяраттарҙы төҙөкләндерә, балалар приюттарына, ҡарттар йорттарына, ғөмүмән, мохтаждарға ярҙам итә, хәйриә сараларында ҡатнаша. Япониялағы иң бай кешеләрҙең береһенән уңышлы булыу сере тураһында һорағандар. Ул былай тип яуап биргән: «Эшемә бер ваҡытта ла аҡса һуғыу сығанағы тип ҡарамайым, минең өсөн ул – йәшәү рәүеше. Килемемдең шаҡтай өлөшөн мохтаждарға таратам һәм бынан ҙур кинәнес алам». Бына алтын урталыҡта йәшәүгә бер миҫал.
XXI быуаттың икенсе тиҫтәһен ваҡлағанда, донъябыҙ ҙур тиҙлек менән үҫешкән дәүерҙә шулай уҡ тик юғары идеялар менән янып, ҡоро фәлсәфә һатыуҙың да заманаға яраҡлы булмауын аңлайбыҙ. Тормошто һәйбәт яҡҡа үҙгәртергә, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртырға, донъяны матурларға, камиллаштырырға теләгән кешеләр бар икән, тимәк, йәшәүҙең дә киләсәге, мәғәнәһе бар. Ундай кешеләр – тормош көмбәҙенә нур һибеүсе йондоҙҙар. Тик бөгөнгө ысынбарлыҡ ошо ынтылыштарҙы ғәмәли эшмәкәрлек менән үрелдереп алып барыуҙы талап итә. Эйе, хеҙмәтсәндәр ярыша-ярыша маҡталып эшләгән, пландарын арттырып үтәгән, бының өсөн «алдынғы» исемен алған һәм маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән заманда бөтә кеше лә тигеҙ булған, тигеҙ шарттарҙа йәшәгән, шуға күрә идея өсөн эшләү хилаф һаналмаған. Бөгөн, һәр кем үҙ донъяһын үҙе ҡорған, бының өсөн тик үҙе яуаплы булған осорҙа, һүҙ менән эш йәнәш барырға тейеш.
Рәсәй юҡҡа ғына ике ҡибла араһында урын алмаған: уның тәғәйенләнеше – ике ярҙы тоташтырған йылға булып ағыу. Тик ошо һынланышы ғына уны юҡҡа сығыуҙан ҡотҡарасаҡ. Улай ғына ла түгел, бәлки, ул үҙе бер аҙҙан башҡа илдәр өсөн ҡотҡарыусы вазифаһын үтәр.

Рәсәй яҙмышы

Ил-Әсәбеҙ ауыр юл үткән. Рухи ҡиммәттәргә нигеҙләнгән йәмғиәттең емерелеүен дә нисәмә ҡат татыған, матди йәһәттән дә бер ҙә мандый алмаған. Бында ғәйеплеләр юҡ. Заманында батшалар ҙа, Хөкүмәт тә хаталар ебәргәндер, халыҡ та азат, үҙаллы, етеш йәмғиәттә йәшәргә әҙер булмағандыр, бәлки. Әммә илебеҙ шундай һынауҙар аша үткән икән, тимәк, был уны һауыҡтырыу, йәшәй алырлыҡ итеү өсөн эшләнгән. Рәсәй ҙә йәнле организм кеүек бит: физик һынланышы, мәғлүмәт-энергетик киңлеге һәм хатта йәне бар. Ул да үҫешә, хаталанһа – төҙәтәләр, ауырыһа – дауалайҙар, дөрөҫ йүнәлеш алһа – хуплайҙар. (Ысынында иһә, «дөрөҫ» һәм «яңылыш» тигән төшөнсәләр юҡ. Донъялағы барлыҡ процестар ҙа – дөрөҫ. Тик кеше аңында ғына улар теге йәки был баһа ала. Шуға күрә «дөрөҫ йүнәлеш алыу» тигәнде «тәбиғәт ҡанундарына ярашлы йәшәү» тип аңларға кәрәк).
Ни тиһәң дә, беҙҙең Рәсәй күберәк рухи яҡҡа тартыла. «Россия – щедрая душа», «русский дух», «русская гармонь», «русская березка», «добрый молодец» тигән һүҙҙәрҙә лә урыҫ кешеһенең иң тәүҙә киң күңелле, ихлас, йырлы, моңло булыуы сағыла. Күршеһендә берәй бәлә була ҡалһа, урыҫ кешеһе шунда уҡ ярҙамға ташланасаҡ, ә прагматик аңлы халыҡ вәкиле иң башта: «Миңә бының өсөн нимә бирәһең?» – тип һораясаҡ. Башҡорттарҙың да урыҫ халҡы менән бергә йәшәүе юҡҡа түгел. Беҙ практицизмды алға ҡуйған һалҡын ҡанлы, үҙемсе халыҡ менән йәшәй алмаҫ инек.
Әммә таяҡтың икенсе башы ла бар. Урыҫ ҡапҡаһы емерелһә, уны сығып төҙәтмәйәсәк, йылдар буйына шулай торасаҡ, әммә шул ҡапҡа төбөндә ултырып, күршеләре менән ихласлап хәбәр һатыуҙан баш тартмаясаҡ. Шуға ла беҙҙең ил матди йәһәттән бер ҙә байый алмаған. Бының менән ни әйтергә теләйем? Тормош ағымына бирелеп, шулай булырға тейеш тип, тәбиғәттән бирелгән фиғелгә, яҙмышҡа япһарып йәшәү ҙә дөрөҫ булмаҫ. Кешегә шуның өсөн аң, рух, көс, яуаплылыҡ тойғоһо бирелгән. Күктән көт, ерҙән эҙлә тигәндәй, Рәсәй үҙ юлынан атлай килә, ә уның халҡы, етәкселеге үҙ тормошон үҙе төҙөй. Ил яҙмышын булдырыуҙа йәмғиәттәге һәр кеше ҡатнаша.
Шулай ҙа, балыҡ башынан серей, тигән кеүек, күп нәмә етәксенән тора. Һәр кешенең донъяға үҙ ҡарашы бар, шул ҡарашынан сығып ҡиммәттәре формалаша, ҡиммәттәренә таянып ул эш итә. Әҙәм балаһы үҙе – тотошлайы менән бер донъя. Ҡайҙа ғына бармаһын, нимә генә эшләмәһен, ул шул донъяһын сағылдыра, аңындағы һәм аҫҡы аңындағы уй-ниәтен тормошҡа ашыра. Әйтәйек, кеше бер ойошмаға етәкселек итә. Ойошманың үҙенең дөйөм тәғәйенләнеше бар. Әммә етәксе кеше ошо тәғәйенләнешкә үҙенең эске донъяһын да һала. Тимәк, ойошма (мәктәп булһынмы ул, заводмы, тотош илме) билдәле бер бурысын үтәгән хәлдә лә, уның эшмәкәрлегенең ниндәй төҫ алыуы, ҡайһы маҡсаттарҙы, ҡиммәттәрҙе өҫтөн ҡуйыуы, ниндәй идеяны алға һөрөүе етәксенең уй-кисерештәренән тора. Мәҫәлән, табиптың төп бурысы – дауалау, ә быны нисек үтәүе – уның үҙенән, ниндәй маҡсаттарҙан сығып эшләүенән, донъяны танып-белеүенән, үҫеш кимәленән тора. Пациенттың (хеҙмәткәрҙәрҙең, халыҡтың) ниәттәре табиптыҡы (етәксенеке, ил башлығыныҡы) менән тап килә икән, был – тән генә түгел, йән сәләмәтлегенә лә тәүге аҙым. (Был – үҙе айырым бер мәҡәлә яҙырлыҡ тема: төрлө һөнәр эйәләренең башҡарған эшендә уларҙың белеме генә түгел, күңел торошо ла мөһим роль уйнай.)
Бөгөн Рәсәйгә сәйәси, иҡтисади йәһәттән белемле, төплө аҡыллы белгес менән гуманлы, юғары рухлы кешене, ғалимды, диндарҙы һәм яҡшы философты берләштергән етәксе кәрәк. Йәғни ул — йән өрөүсе лә, хужалыҡ итеүсе лә.

Ҡапма-ҡаршылыҡтар берҙәмлеге

Шулай итеп, яңы дәүерҙең үҙенсәлеген бығаса тоташа алмаған, ә ҡайһы саҡта хатта ҡапма-ҡаршы булған йүнәлештәрҙең берҙәмлегендә күрәм. Рухиәт һәм матди йәшәйеш, идея һәм ғәмәли эшмәкәрлек, фән һәм дин, белем һәм һиҙемләү тойғоһо, һәр яҡлы (техник, мәғлүмәти һ.б.) үҫеш һәм тәбиғәт (тәбиғилек), милли үҙаң һәм халыҡ-ара, донъя кимәлендәге тормош һулышын тойоп йәшәү – ошо төшөнсәләрҙең синтезы Ерҙәге гармониялы үҫеште тәьмин итер ине.
Мәҫәлән, башҡорттоң урыҫса һөйләшеүе, тәү ҡарамаҡҡа, маңҡортлоҡ, хыянат кеүек күренә. Әммә күңелендә башҡорт рухын йөрөткән кеше, ниндәй телдә һөйләшһә лә, үҙенең башҡортлоғон күрһәтәсәк. Шул кешенең башҡа телдәрҙе белеүе арҡаһында ил йәки халыҡ-ара кимәлгә сығып, халҡының милли хазинаһын башҡа халыҡтарға күрһәтә, таныта алыуы ватансылыҡ түгелме? Был хаҡта һүҙ ҡуҙғатҡас, шуны ла әйтеп китеү мөһим: беҙгә, башҡорттарға, үҙ-ара дуҫ, берҙәм, ярҙамсыл булыуҙы көсәйтеү мөһим. Барыбыҙҙың да йөрәк тамырҙарынан бер ҡан аға, бер-беребеҙгә ағалы-һеңлеле мөнәсәбәттәбеҙ, тик ошо туғандаш, бауырҙаш булыу менән бергә йәндәш булыу ҙа милләтебеҙгә ниндәй бәхет, ырыҫ, ҡот өҫтәр ине. Әлбиттә, үҫешер, яңы кимәлгә күтәрелер өсөн, бәлки, үҙ-ара ярыш та кәрәктер, тик рухташыңдың үрләүҙәрен, уңыштарын, еңеүҙәрен таный һәм уларға ысын күңелдән шатлана белеү, кәрәк саҡта ярҙам итеү; хаталар ебәрә икән, уларҙы фаш итмәй, урыҫтар әйтмешләй, йорт эсенән сүп сығармай, төплө аҡыл менән үҙ-ара тыныс хәл итеү, ғәфү итә белеү; бер-беребеҙгә таяныс була алыуыбыҙҙы белеүҙән һәм шул ышанысты тойоуҙан халыҡтың үҙен иркен, азат тотоуы, ҡыйыу булыуы рухи камиллыҡҡа, һәр яҡлап үҫешкә илтеүсе төп талаптарҙыр. Ошо берҙәмлеккә таянып йәшәү, ижад итеү, төҙөү; үҙебеҙҙең мөхит-йәшәйеш менән генә сикләнмәй, киңерәк даръяларға сығыу; заманға яраҡлашыу ғына түгел, ә үҙебеҙ шул заманды булдырыу – бөгөнгө кешенең, бөгөнгө башҡорттоң тормош ихтыяжы.
Фән менән диндең синтезына килгәндә, бер генә миҫал килтерәм. Фән тармағы булараҡ, медицина бөгөн ныҡ үҫешкән. Быға ҡарамаҫтан, ул ҡайһы бер сирҙәрҙе, уларҙың сәбәбен билдәләй һәм аңлата алмай. Табиптар, заманса ҡорамалдар кешегә һауығырға, сирҙән ҡотолорға ярҙам итә, ә дин шул сирҙең тамырына төшөп, уның сәбәбен асыҡлай. Тамыры һау ағасты йығыуы ауыр. Сирҙәр, нигеҙҙә, кешенең донъяға ҡарашына һәм мөнәсәбәтенә, күңел торошона һәм асылына бәйле була.

Йәштәр – беҙҙең бөгөнгөбөҙ

Яңы дәүер һулышын тойоп, дәртләнеп эшләп йөрөгән, сәләмәт тормош алып барған, иманлы, сәмле йәштәргә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Бына беҙҙең бөгөнгөбөҙ, тип уйлап ҡуяһың. Ысынлап та, «Йәштәр – беҙҙең киләсәк» тип әйтергә өйрәнгәнбеҙ. Донъяға үҙ ҡарашы һәм мөнәсәбәте булған, шуларҙан сығып үҙаллы эштәр башҡарған кешеләргә «киләсәк» тип ҡарау уларҙың бөгөнгөһөнә әһәмиәт биреп еткермәү кеүек. Шул кешеләр кисә – бала, бөгөн – киләсәк, иртәгә ҡарттар рәтенә инһә, тормоштоң хәҙергеһен тотоп алып буламы?
Үҙҙәре атай-әсәй булған кешеләрҙән йыш ҡына түбәндәге һүҙҙәрҙе ишеткәнем булды: «Үҙем тормошҡа ашыра алмаған уй-маҡсаттарымды балаларым киләсәктә ғәмәлләштерер». Ул балалар, үҙ сиратында, буй еткергәнсе хыялдар менән янып йәшәй ҙә, мәлен тотоп ала алмаһалар, ниәттәре «минән булманы инде, балаларым башҡарыр» категорияһына күсә. Шулай күпме эске ынтылыш янмайынса һүнә, тормош кисектерелә. Йәмғиәттә ошондай «алтын» мәлдәргә тейешле иғтибар һәм әһәмиәт бирергә өйрәнеү үткәндәргә уфтанмай, киләсәккә генә өмөт бағламай, бөгөнгөнө сәскә аттырырға ярҙам итер ине.
Мәҡәлә темаһына бәйле һуңғы фекеремде төйнәп, түбәндәге һорауға яуап биреп ҡарайым: «Кешене нимә йәшәтә?» Был һорауға яуапты студент йылдарымда уҡ күңел һандығына төйөнсөкләп һалып ҡуйғанмын. Бөгөн, шул «һандыҡ»тың эсен аҡтарғанда, элек иң төбөнән өсмөйөшлө хаттар килеп сыҡҡан кеүек, мин дә өсмөйөшлө яуап табып алдым: маҡсат, донъяға оптимистик ҡараш, һөйөү. Киләсәккә маҡсат ҡуйыу, әммә уның ҡолона әүерелмәй бөгөнгө менән йәшәү; тормош биргән һынауҙарҙы алға атларға ярҙам итеүсе баҫҡыстар тип ҡабул итеү һәм шунлыҡтан һәр ваҡиғаға, ғөмүмән, йәшәйешебеҙгә ыңғай ҡарашта булыу; донъяға һөйөүеңде бүләк итеүҙән һәм үҙең шул яҡты тойғоно ҡабул итә алыуҙан шатланып йәшәү кеше ғүмеренең асылын билдәләй, минеңсә.


Вернуться назад