Урамһыҙ ауыл15.11.2013
Көтмәгәндә яҡын бер танышым (исемен үҙгәртеп, Азат тип атайыҡ) шылтыратты:
— Ағайым китеп барҙы бит, ерләшергә киләһеңме?
Мәрхүмде ҡуйғандан һуң, бер килгәндә тип, ҡәберҙәрҙе ҡарап сығырға булдыҡ — минең дә туғандар ята бит бында. Азаттарҙың ауылы әллә ни ҙур түгел, ләкин зыяратҡа килеп ингәс, ҡәберҙәрҙең күплеген күреп, күңелдә ниндәйҙер бер шом тыуа. Етмәһә, хәтһеҙ ҡәберҙәрҙең ҡалҡып сығыуына әллә ни күп ваҡыт та үтмәгән кеүек. Уйымды һиҙгәндәй, танышым:
— Аптырама, был яғы “Йәштәр урамы” була инде, — тине. Уның мәлһеҙ шаяртыуына асыулана биреп тә ҡуйҙым. Ҡәберҙәр араһынан үтәбеҙ.
— Был егет һинең һымаҡ гармунсы ине. Бөтә байрамдар, туйҙар, клубтағы кисәләр унһыҙ уҙмай торғайны. Йәшләй генә китте. Унан һуң ауылда йүнләп гармун уйнаған кеше лә юҡ шикелле.
Икенсе ҡәбер. Быныһы Х класты тамамлағас та фермаға эшкә ингән, өйләнергә йөрөгәндә, яңғыҙ әсәһен ҡалдырып, башын элмәккә тыҡҡан. Эх, егет, егет... Аҙағын уйламаныңмы һуң — кемде еңдең инде?
Ары китәбеҙ. Бер туғандар ята. Йә, Хоҙай, ата-әсә йөрәге нисек сыҙағандыр? Эшкә әрһеҙ булғандар. Көнө-төнө бер ярты хаҡына эшләп йөрөгәндә балаларығыҙ, туғандарығыҙ хаҡында уйланығыҙмы икән? Ҡырҡ йәшегеҙ ҙә тулмаған бит.
Илле йәштәр самаһындағы апай ҡәбере эргәһендә туҡталабыҙ. Фотоһында — һылыу ғына ҡатын.
— Бөтөн яҡтан да өлгөлө ғаилә ине. Аш-һыуға, тегеү-сигеүгә оҫта булды апай. Ире мәрхүм булғас, бөтөнләй үҙгәрҙе. Башта йәшереп эсте, унан өйөнә лә ҡайтмай, теләһә-ҡалай йөрөп китеп барҙы, — тине Азат, ҡулын ғына һелтәп.
Арыраҡ — бала ҡәбере. Бә-ә-ә-й, бер сабый ғына түгелме һуң? Нимә генә күреп өлгөрҙөң инде һин был донъяла? “Ағай, әсәйемдәр ниңә килмәй икән? Уйынсыҡ алып килһәләр ине. Апайымдар рәхәтләнеп уйнайҙыр инде”, — тигән һымаҡ был бала. Эх, сабый, сабый... Нимә тип кенә йыуатайым икән һуң һине?! “Ярай, ярай, әйтермен әсәйеңдәргә, һиңә уйынсыҡтар алып килерҙәр...”
Бик матур итеп кәртәләнгән бер ҡәберҙе оҙаҡ ҡына ҡарап торғас:
— Был ысын етәксе ине. Кесеһе, олоһо менән дә уртаҡ тел тапты. Халыҡҡа биргән һәр вәғәҙәһен ваҡытында үтәп, эшен еренә еткереп башҡарҙы. Күптәр уға, йәш булыуына ҡарамаҫтан, атаһының исеме менән генә өндәште! Уйламаны егет ғаиләһен, уйламаны — эскелек харап итте уны ла, — тип көрһөндө танышым.
Зыяраттың бер мөйөшөндә генә тапанабыҙ — әллә күпме фажиғә, әллә күпме аяныслы яҙмыш. Ә күптәренең йәше 40-ҡа, юҡ, 35-кә лә етмәгән бит. Кем ғәйепле? Был тулҡынды туҡтатырға берәй төрлө сара юҡмы икән һуң? 100-гә, 90-ға тип әйтмәйем, 80 йәшенә булһа ла етеп донъя ҡуйған берәүҙе лә осратманыҡ. Ундайҙар юҡмы икән әллә? Көндөң һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, тән түгел, күңел өшөй ине.
— Азат, әйҙә ҡайтайыҡ инде.
Зыяраттың ҡапҡаһынан сығып барғанда:
— Ағай, сыҡҡанда ҡапҡаны ябып еткермә әле, — тигән тауыш ҡолаҡҡа салынғандай булды...
Урам буйлап ҡайтып килгәндә йәш кенә егеттең иҫерек килеш юл уртаһында аунап ятыуына шаһит булдыҡ. Баяғы серле тауышты иҫкә төшөрөп, йөрәгем жыу итеп ҡалды.
— Ағай, ҡапҡаны ябып еткермә әле...


Вернуться назад