Өҙөлгән ғүмерҙәр15.11.2013
Өҙөлгән ғүмерҙәрйәки Ни өсөн балалар яҡты донъя менән хушлаша?
Бынан биш-алты йыл элек булған ваҡиға әле һаман онотолмай. Ауылыбыҙҙағы бер малай үҙ-үҙенә ҡул һалғайны. Бер уйлаһаң, сәбәбе лә ғүмер өҙөрлөк түгел кеүек. Яратып йөрөгән ҡыҙы икенсене оҡшатыуы һәм киләсәктә уның менән бергә буласағы хаҡында әйткән…

Бер нисә көн буйы мәктәп уҡыусыһын ауыл, яҡын-тирәләге тау-урман буйлап эҙләнеләр һәм уның үле кәүҙәһен төҙөлөп ятҡан йорттарҙың береһендә таптылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ромео менән Джульетта тарихы әле һаман көнүҙәк булып ҡала. Класташына йәки мәктәптәге башҡа малайға ғашиҡ булған ҡыҙҙар хистәрен кире ҡаҡҡанды йәки көлгәнде күтәрә алмай, үҙ-үҙенә ҡул һалыусан. Ә малайҙарҙы ҡыҙҙарҙың «яратмайым» тип әйтеүе һәм башҡаны һайлауы яҡты донъя менән хушлашырға мәжбүр итә. Ҡыҙ менән малайҙың бер юлы үлеү осраҡтары ла бар. Сәбәбе: уларҙы ата-әсәһе айырырға маташҡан йәки башҡа сәбәптәр саф мөхәббәттәренә кәртә булған. Үҫмер ҡыҙҙарҙың ауырға ҡалыу осраҡтарының да 25 проценты үлем менән тамамлана икән.
Балаларҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыуы һәр ваҡыт тетрәндергес. Бер уйлаһаң, үҫмер саҡ – ғүмерҙең иң матур мәле. Тормошҡа ҙур өмөттәр бағланған, осрашыуҙар, танышыуҙар осоро. Әммә, икенсе яҡтан, өлкәнәйеү мәле лә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәрҙә ул шыма ғына бармай, психологик йәрәхәттәргә, хатта үлемгә алып барып еткерә.
Үҫмер саҡ – шәхес булып формалашыуҙың иң ауыр осоро. Тирә-яҡ мөхит, ғаилә, ата-әсә, дуҫтар, төрлө мауығыуҙар менән бәйле сәбәптәр ғүмер менән хушлашырға этәрә лә инде. Әммә шул уҡ ваҡытта күп нәмә үҫмерҙең үҙенә, тормошҡа яраҡлаша алыуына бәйле.
Үҙ-үҙенә ҡул һалыусыларҙы психологтар, ғәҙәттә, дүрт төргә бүлә. Беренсеһе – эгоист – үҙ-үҙенә йомолған балалар. Икенсеһе – альтруист. Уларға, киреһенсә, бөтә нәмә лә тиҙ тәьҫир итә, йәмғиәткә тоғро ҡалыусандар, шуға «компания үлеме» яҡлылар. Өсөнсөһө – фаталист. Ул бөтә нәмәнең дә яҙмыш ҡулында икәнлегенә ышана. Бынан тыш, «имитаторҙар» тип аталған төркөм дә йыш осрай. Улар үҙҙәренең маҡсатына ирешер өсөн башҡаларҙы үҙ-үҙен үлтерәм тип ҡурҡыта.
Йыш ҡына үҫмерҙәр эргәһендә ололар был хәлгә иғтибар итмәй. Былар барыһы ла эшһеҙлектән, тормошҡа етди ҡарамауҙан, ти. Ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа балаларҙы бындай аҙымға этәргән сәбәптәрҙе шаяртыу тип уйлап хаталана. Шул уҡ ваҡытта уларҙың ныҡлап ҡайғырыуы, был хәлде үҙе генә күтәрә алмауы ихтимал. Хатта беҙ, өлкәндәр ҙә, ғәзиз яҡындарыбыҙҙы юғалтҡанда йәки ауыр хәлгә тарығанда, кемдеңдер йылы һүҙенә, ныҡлы терәгенә мохтажбыҙ. Ә яңы ғына тормош юлын башлаған бала өсөн ҡырыҫ ысынбарлыҡтың алдағы тормошонда ҙур бер кәртәгә әйләнеүе бар.
Ғаиләләге хәл, ата-әсә, дуҫтар менән бәйле ығы-зығы, яңғыҙлыҡ һәм тиҫтерҙәренең кәмһетеүе балаларҙы үҙ-үҙенә ҡул һалырға этәрә. Белгестәр фекеренсә, был, ғәҙәттә, тулы йәки имен булмаған ғаиләләргә ҡағыла. Әммә шул уҡ ваҡытта яҡшы ғаиләләрҙе лә ошо бәлә урап үтмәй. Бының иң беренсе сәбәбе, әлбиттә, иғтибар етмәү. Хәҙер йыш ҡына ата-әсәләр рухи түгел, матди байлыҡ артынан ҡыуа. Күптәрҙән «тәрбиәләйбеҙ» түгел, «үҫтерәбеҙ» тигәнде ишетергә мөмкин. Һөҙөмтәлә бала яңғыҙ тороп ҡала һәм уны урам, Интернет һәм дуҫтары «кеше итә». Бөтә нәмәне ата-әсәһенән өйрәнәһе урынға улар башҡа абруйлы кешеләрҙе – апаларын, ағаларын, уҡытыусыларын, хатта сит кешеләрҙе – эҙләй. Әгәр тапмаһалар, төрлө компанияға эләгеп, уның башлығының холҡон ҡабатлай башлайҙар.
Ғаиләлә бала яңғыҙ тәрбиәләнһә лә насар. Мәҫәлән, икәү булһалар, бер-береһе менән уйнап, аралашыуға һыуһамайҙар. Йыш ҡына ата-әсә карьераны өҫтөн ҡуйып, бала хаҡында бөтөнләй онота. Һөҙөмтәлә контроль юғала, уҡыуҙа ла бала артҡа ҡала. Күп кенә өлкәндәр мәсьәләнең айышына төшөнмәй, улын йәки ҡыҙын тыя башлай, хатта ҡайышҡа үрелә. Шулай итеп, бәләкәй шәхес түбәнһетелә.
Бер балалы тулы ғаиләлә иғтибар, киреһенсә, артығы менән. Шуға ул йыш ҡына үҙен генә уйлаған, үҙаллы бер нәмә лә атҡара алмаҫлыҡ булып үҫә. Уның өсөн бөтәһен дә ололар хәл итә. Шулай итеп, тормошҡа яраҡһыҙ, йәмғиәттә үҙ урынын таба алмағандар тәрбиәләнә.
Тулы булмаған ғаиләлә иғтибар етешмәй. Ҡағиҙә булараҡ, әсә балаһы һәм эш араһында өҙгөләнә, кескәйгә тейешенсә ваҡыт бүленмәй. Үҫмер үҙ-үҙенә бикләнә йәки дуҫтарына ынтыла. Үҙен бер кемгә лә кәрәкмәй тип һанай. Йыш ҡына был суицидҡа килтерә.
Һуңғы йылдарҙа баланы опекаға, попечителлеккә йәки патронатҡа алыу тураһында йыш ишетәбеҙ. Ҡайһы берәүҙәр быны баҙарға барып әйбер күтәреп ҡайтыу кеүек күрә башланы, ахырыһы. Кескәйҙе ғаиләгә алғанда үҙ иңегеҙгә ниндәй ҙур яуаплылыҡ төшөүе тураһында уйланһағыҙ ине, тип өндәшке килә ундайҙарға. Ҡайһы берәүҙәр баланы үҙҙәре менән бер аҙ йәшәткәс, кире илтеп тапшыра. Улар бәләкәстең күңеле тураһында уйлап та бирмәй. Ә бала йөрәгендә ниндәй ҙур яра ҡала?! Ул үҙен бер кемгә лә кәрәкмәгән йән тип инана. Күптән түгел генә Баймаҡ районының Түбә балалар йортонда булған ваҡиға күптәргә һабаҡ бирһен ине.
Үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар араһында мәктәп уҡыусылары күберәк, ти психологтар. Республикалағы медик-социаль бүлексәләрҙә, нигеҙҙә, имен булмаған ғаиләләрҙән һәм ауыр тормош шарттарына юлыҡҡан балалар теркәлгән. Былтыр Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһының көслө ағыуланыу бүлексәһенә 104 үҫмер эләккән. Уларҙың 70 процентын ҡыҙҙар тәшкил итә. Фажиғәгә тарығандарҙың 40 проценты – ғаиләләге ығы-зығы, 39 проценты – мөхәббәт, 12 проценты ҡурҡытыу менән бәйле сәбәптәр арҡаһында үҙ-үҙенә ҡул һалған. Был ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың 61 проценты тулы булмаған ғаиләлә тәрбиәләнгән. Әйткәндәй, былтыр республикала ошондай 4 мең 622 бала теркәлгән.
Күптәр тәрбиәгә алынған һәр бала өсөн түләнгән аҡсаға ғына ҡыҙыға шикелле. Уның бер-ике көндә бөтөүе мөмкин, ә баланы кеше итергә, уҡытырға, тәрбиәләргә кәрәк.
Фажиғәне иҫкәртеү хәйерлерәк. Иң мөһиме – һәр ҡыҙ йәки малайҙың ауыр минуттарында таяныр кешеһе булһын. Уларҙы бүлдермәйенсә тыңлай белеү мөһим. Үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташып, ғүмерлеккә ғәрип булғандар тураһында әйтеү үҙе бер фәһем, ти психологтар. Шуға дарыуҙарҙы, ҡоралды күҙ алдында тоторға ярамай, тип кәңәш бирәләр. Әгәр үлем алдынан яҙылған ҡағыҙҙы күрһәгеҙ, мотлаҡ психологтарға мөрәжәғәт итегеҙ, хатта дауаханаға ла барырға тура килер. Әйткәндәй, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында үҫмерҙәр үҙәге эшләй.
Психологтар кескәй сағынан уҡ балаға шәхес итеп ҡарарға, уның мауығыуҙарын инҡар итмәҫкә саҡыра. Әгәр ҙә яратҡан шөғөлө булһа, яңы дуҫтары ла табыла. Ул йәшәүгә ынтылышын юғалтмай, киләсәккә пландар ҡора, өмөттәр бағлай. Спорт менән шөғөлләнеү ҙә кире күренештәргә юлыҡтырмай, тәртипкә өйрәтә. Физик әүҙемлек, кино ҡарау, китап уҡыу иһә төрлө насар уйҙарҙан ҡотҡара. Ата-әсә үҙе төшөнкөлөккә бирелмәү, рухи ныҡлыҡты, киләсәккә ышаныс менән ҡарау, изге күңелле булыу өлгөһөн күрһәтһен.
Ер йөҙөндә быуындар бәйләнеше булғанда ғына тормош дауам итәсәк. Әгәр уның бер генә сылбыры өҙөлһә лә, был төрлө үҙгәрештәргә килтерә. Ғаилә иһә – һәммәбеҙҙең тормошондағы иң беренсе мәктәп. Кеше унда бер-береһен яратырға, хөрмәт итергә өйрәнә, аралашыу нескәлектәрен үҙләштерә. Шуға кескәйҙәребеҙҙең һөйөнөстәренә һөйөнөп, көйөнөстәренә көйөнөп, бер-беребеҙгә терәк булып йәшәүгә бер ни етмәй.


Әсәй һәм атай өсөн ун бурыс

1. Балаң һинең кеүек йәки һин теләгәнсә булыр тип көтмә. Уға үҙе булып үҫергә ярҙам ит.
2. Улыңа йәки ҡыҙыңа ғүмер биргәнең өсөн хаҡ һорама. Һин уға йәшәү бүләк иткәнһең, ул үҙ сиратында икенсегә йәшәү бәхетен бирер, артабан өсөнсө ғүмер яралыр.
3. Ҡартайған көнөңдә «әсе икмәк ашамаҫ» өсөн ғәзизеңә үпкәңде төшөрмә, сөнки ни сәсһәң, шуны урырһың.
4. Балаңдың проблемаларына күҙ йомоп ҡарама. Хоҙай һәр кемгә үҙе күтәрерлек һынауҙар ебәрә, бәлки, уға һиңә ҡарағанда ауырыраҡтыр, сөнки уның тәжрибәһе юҡ.
5. Кәмһетмә!
6. Кешенең иң мөһим осрашыуҙары балалары менән икәнлекте онотма. Уларға иғтибарыңды күберәк бүл.
7. Кескәйең өсөн берәй нәмә эшләй алмаһаң, борсолма. Әгәр атҡара алып та бер ни ҡылмаһаң, ҡайғыр.
8. Бала булмышыңды, ҡаныңды ғына түгел, ғүмереңде яулап алыр тиран түгел. Ул – ғүмер һаҡланасаҡ һауыт һәм унда ижади ҡомарҙы үҫтерергә кәрәк. Ул – ата-әсәнең мөхәббәте, уларҙың үҫәсәк «беҙҙең», «минең» балаһы ғына түгел, һаҡларға бирелгән йәне лә.
9. Башҡаларҙың ҡыҙын йәки малайын ярата бел. Үҙеңдең ҡыҙыңа йә улыңа нимәне эшләмәүҙәрен теләһәң, башҡаларҙыҡына ла шуны ҡылма.
10. Балаңды нисек бар – һәләтһеҙ, уңышһыҙ, өлкән көйө лә ярат. Әгәр бөгөн уның менән аралашаһың икән, ҡыуан, сөнки бала – ул әле һинең менән булған байрам.
Януш КОРЧАК.


Вернуться назад