Рәсәй Президентының Контроль идаралығы һәм Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты Өфө эргәһендә “Кроношпан” заводын төҙөүҙең нигеҙлелеген тикшерҙе. Ревизорҙарҙың сәфәре бына бер нисә ай инде объектты төҙөүгә ҡаршы сығыш яһаған граждандарҙың күп һанлы мөрәжәғәттәренә бәйле. Тулы хоҡуҡлы вәкил аппаратына хәлде контролгә алырға ҡушылды. “ФедералПресс. Приволжье” хәбәрсеһе менән әңгәмәлә Михаил Бабич ошо хаҡта һөйләне.
— Тикшереү Президенттың Контроль идаралығы менән Тулы хоҡуҡлы вәкил аппараты тарафынан үткәрелде. Ул башланғанға тиклем үк бөтә идара итеү ҡарарҙары ҡабул ителгәйне инде, — тине М. Бабич. — Мин үҙем республикаға барып, завод төҙөүгә әҙерлектең ойошторолоуын ҡараным, етәкселәрҙең докладын тыңланым. Халыҡтың инициатива төркөмө белдергән дәғүәләр буйынса фекер алыштыҡ. Улар күп йәһәттән нигеҙле тип танылды. Тикшереү башланғанға тиклем объектты төҙөү буйынса эш туҡтатып торолдо.
Мәсьәләне ҡарағандан һуң уның һөҙөмтәләре тураһында Рәсәй Федерацияһы Президентына хәбәр иткәс, тейешле күрһәтмә алдыҡ, әле уны үтәйбеҙ. Ил Президентының күрһәтмәһе проектты техник-иҡтисади нигеҙләүҙе, дәүләт һәм экологик экспертизаны үҙ эсенә алған махсус документтар әҙерләүҙе күҙаллай. Формаль яҡтан экспертиза талап ителмәй, шулай ҙа был осраҡта ул мотлаҡ үткәреләсәк. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһындағы власть органдарына завод төҙөү һөҙөмтәһендә хоҡуғы һәм мәнфәғәте сикләнәсәк граждандар менән ярашыу процедураһы үткәрергә ҡушылды. Ошондай сараларҙы тормошҡа ашырғандан һуң ғына эште башлау хаҡында ҡарар ҡабул итергә мөмкин.
Минең бойороғома ярашлы, Аппарат, Башҡортостан Хөкүмәтенең хоҡуҡ һаҡлау һәм контроль-күҙәтеү органдары хеҙмәткәрҙәре ингән махсус эш төркөмө төҙөлдө. Был төркөм дәүләт башлығының күрһәтмәһен үтәү мәсьәләләрен тулыһынса контролдә тотасаҡ. Бөгөн “Кроношпан” заводын төҙөү тирәләй айырым сәйәсмәндәр тыуҙырған ығы-зығы нигеҙһеҙ. Ҡарарҙар ҡабул ителгән, улар мотлаҡ үтәләсәк. Булмаған проблеманы күтәрергә, республика власына тап төшөрөргә, бының менән милли республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә бәйле эштең ыңғай һөҙөмтәләрен шик аҫтына ҡуйырға маташыуҙың ысын мәғәнәһендә кире эҙемтәгә килтереүе ихтимал. Быға юл ҡуйырға ярамай. Кешеләргә ярҙам итеү теләге бар икән, бының өсөн республикаға килеп, хәлде урында баһаларға кәрәк. Әгәр ҙә инде “яңғырауыҡлы” белдереүҙәр артында, кешеләрҙең мәнфәғәтен иҫәпкә алмайынса, арзан сәйәси дивиденд алыу теләге торһа, быны яуапһыҙлыҡ һәм ҙур хәүеф тип атарға кәрәк.