Автотеркәгескә эләкмәгеҙ!13.11.2013
“Берҙәм Рәсәй”ҙең “Хәүефһеҙ юлдар” федераль партия проектына ярашлы иғлан ителгән “Халыҡ күҙлегенән” республика конкурсының дүртенсе этабына йомғаҡ яһалды. Был юлы партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов Өфө егете Юрий Апканаевты тәбрикләне. Уның видеояҙмаһын тауыш биреүселәр иң һәйбәте тип тапҡан.

Акция июндә башланғайны. Сараның төп маҡсаты — юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу, балаларҙың юлда имгәнеүен иҫкәртеү, транспорт хужаларының һәм йәйәүлеләрҙең юл йөрөү тәртибен боҙоуын булдырмау. Бәйгелә 18 йәштән өлкәнерәк һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн [email protected] электрон адресына, “Халыҡ күҙлегенән” тигән билдә ҡуйып, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған осраҡты теркәгән видеояҙманы ебәрергә кәрәк. Материалдар “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сайтындағы “Хәүефһеҙ юлдар” проекты рубрикаһында, шулай уҡ “Бәйләнештә” (vk.com) социаль селтәрендәге рәсми төркөмдә урынлаштырыласаҡ. Бында үҙегеҙгә оҡшаған яҙма өсөн тауыш бирергә лә була.


Вернуться назад