“Электрон китапхана” һеҙҙе көтә13.11.2013
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала электрон китап һаҡлағыс барлыҡҡа килде.

Ошоға арналған сарала сығыш яһап, Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова республика Президенты Рөстәм Хәмитовҡа проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт әйтте һәм был мәҙәни ҡиммәттән күптәр файҙаланыр тигән өмөт белдерҙе.
Сара башланыр алдынан ҡунаҡтар Милли китапхананың төҙөкләндерелгән бинаһы, “Асыҡ мөхит” программаһына ярашлы һатып алынған ҡорамалдар менән танышты. Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә китаптарҙы автоматлаштырылған тапшырыу системаһы, шулай уҡ бурҙарҙы тотоусы ҡапҡа күрһәтелде. Китапхана директоры Айгөл Моратова китап һаҡлағыс эшенең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.
Атап әйткәндә, был проект дүрт этапта ғәмәлгә ашырылған. Әле бында сканерланған 132 баҫма, алты аудио, бер видеоматериал тупланған.
Проект “Китапхана эшен үҫтереү” айырым маҡсатлы программаһына ярашлы бойомға ашырыла.


Вернуться назад