Бәйгегә йомғаҡ яһалды13.11.2013
Хөкүмәт йортонда “Айыҡ ауыл-2013” республика конкурсына йомғаҡ яһау буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте.

Кәңәшмәне асып, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова “Айыҡ ауыл” бәйгеһен уңышлы һәм перспективалы йәмәғәт башланғысы өлгөһө тип атаны. 2011 йылда төбәк власы “Айыҡ Башҡортостан” йәштәр хәрәкәтенең ошо тәҡдимен хуплап сыҡһа, быйыл бәйгене ойоштороуға 1 миллион һум аҡса бүленде.
Әле конкурста 40 муниципаль район һәм ҡала округынан 85 ауыл биләмәһе ҡатнашты. Июндән алып ноябргә тиклем комиссия улар тәҡдим иткән материалдарҙы өйрәнде, күсмә кәңәшмәләр үткәрҙе. Һөҙөмтәлә Иглин районының Үктәй, Әбйәлил районының Рәхмәт һәм Бүздәк районының Түреш ауылдары еңеүсе тип танылды. Уларҙың һәр береһе 200 мең һум аҡса аласаҡ. Бынан тыш, өҫтәмә номинацияларҙа иң яҡшылары тип табылған ауылдарға 40-ар мең һум тапшырыласаҡ. Еңеүселәр декабрь башында бүләкләнә.
— Айыҡ тормошҡа ылыҡтырылыуға йүнәлтелгән сараларҙан тыш, эскелеккә бирелгән ғаиләләр менән дә ныҡлы эшләргә кәрәк, — тине Лилиә Ғүмәрова.


Вернуться назад