Йәштәр театрында — яңы директор13.11.2013
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры коллективын яңы директор — Флүр Билал улы Саламатов менән таныштырҙылар.

Флүр Саламатов төрлө йылдарҙа Сибай дәүләт филармонияһында йәнле һөйләү жанры артисы, Стәрлебаш районында прокурор ярҙамсыһы, “Башҡорт энциклопедияһы” нәшриәтендә ғилми мөхәррир, юрисконсульт, директор урынбаҫары, Нефтекама ҡала округында хакимиәт башлығы урынбаҫары, территориаль һайлау комиссияһы рәйесе булып эшләй. Һуңыраҡ Нефтекама дәүләт филармонияһына етәкселек итә. Әлегә тиклем Башҡортостан Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығының Өфө ҡалаһындағы Орджоникидзе районы бүлеге начальнигы урынбаҫары булды.


Вернуться назад