2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса “Рәсәйҙең иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе” тигән исемгә Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡала округтары араһында Башҡортостандан Стәрлетамаҡ алдынғылыҡты яуланы. Призерҙар иҫәбенә Октябрьский ҡалаһы ла инде.
Бәйгелә алты категорияла 85 муниципаль берәмек ҡатнашты. Приз фонды 100 миллион һумды тәшкил итте. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү, муниципаль берәмектәрҙе төҙөкләндереү йәһәтенән ҙур эш башҡарған өсөн ҡайһы бер биләмәләр ведомствоның дипломдары менән билдәләнде. Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы Алексей Изотовҡа, Октябрьскийҙан Сергей Молчановҡа, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө Нурмөхәмәт Ниғмәтуллинға ошо өлкәләге хеҙмәттәре өсөн рәхмәт хаттары тапшырылды.