Бала саҡтан “Башҡортостан” менән бергә үҫтем. Атайымдың гәзит-журналдарға булған һөйөүе балаларына ла күсте. Бөгөн туғандарымдың барыһы ла уны алдыра. Бергә осрашҡанда гәзиттә баҫылған мәҡәләләр хаҡында һөйләшәбеҙ, фекер алышабыҙ, бәхәсләшеп киткән мәлдәр ҙә булғылай.
Агроном булараҡ, мин бигерәк тә ауыл хужалығы тураһындағы яҙмаларҙы яратып уҡыйым, “Йорт-ҡура”, “Баҡса” махсус биттәрен ҡыҙыҡһынып ҡарап сығам. Шулай уҡ гәзиттә баҫылған хикәйәләр оҡшай. Яңы авторҙарҙың ижады күберәк донъя күрһә, отошло булыр ине.
Бер кемгә лә сер түгел, “Башҡортостан”ды күпселек ауылда йәшәүселәр һәм оло быуын вәкилдәре алдыра, шулай булғас, ауыл тормошон яҡтыртҡан, уларҙың йәшәйешен, проблемаларын сағылдырған, өлкәндәр яҙмышын һүрәтләгән мәҡәләләр күберәк булһын, тигән теләктәмен.
Ни сәбәптәндер, бер осор ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылмай ҡалғайным. Шул ваҡытта үҙемде иң яҡын дуҫыма хыянат иткәндәй тойҙом. Башҡаса ундай хәл бер ваҡытта ла ҡабатланмаясаҡ.
Гәзит уҡыусыларға әйтер һүҙем дә бар: “Башҡортостан” – минең дуҫым, ә һеҙҙеке кем? Әлбиттә, “Башҡортостан” булырға тейеш!