Фәнде сәнәғәткә бәйләп...13.11.2013
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Фәндәр академиялары етәкселеге: Башҡортостандан — Рәмил Бәхтизин, Татарстандан — Әхмәт Мазһаров һәм Саха (Яҡут) Республикаһынан Игорь Колодезников менән осрашты.

Сара барышында хеҙмәттәшлек йүнәлештәре, фәнни асыштарҙы сәнәғәт етештереүенә индереү алымдары тикшерелде, төбәк академияларын һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу мәсьәләһе күтәрелде. Хәтерегеҙҙәлер, быйыл сентябрҙә Рәсәй Фәндәр академияһын реформалау тураһындағы закон ҡабул ителгәйне.
Рөстәм Хәмитов ғилми берләшмә менән хеҙмәттәшлек яҡлы булыуын белдерҙе.
— Татарстандан Башҡортостанға химия, нефть химияһы өсөн сеймал сығарыу мәсьәләһен тикшереү ҡыҙыҡлы булмаҡсы, — тине Рөстәм Хәмитов. — Яҡутстандағы коллегаларыбыҙ менән геологик разведкалау мәсьәләләрен күтәрә алабыҙ. Унда алмаз ятҡылыҡтарында булғанда уларҙы үҙебеҙҙең баҡыр-цинк сыҡҡан урындар менән сағыштырҙым. Карьерҙар ҙа, күләмдәр ҙә оҡшаш.
Осрашыу һөҙөмтәһендә Фәндәр академиялары араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды.


Вернуться назад