Хеҙмәт геройҙары – арабыҙҙа13.11.2013
Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путин быйылғы Указы менән “Хеҙмәт геройы” исемен тергеҙергә ҡарар итте.

Башҡортостандан кемгә бирелер икән был юғары награда тигән һорауға яуапты үҙем, элекке ауыл хужалығы хеҙмәткәре булараҡ, агросәнәғәт өлкәһендә фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткән кешеләр араһынан табырға тырыштым.
Шулар араһында иң лайыҡлыһы – Өфө районының “Алексеевка” совхозы директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Е.Н. Майстеренко тип иҫәпләйем. 1990 йылдан алып ошо хужалыҡтың алыштырғыһыҙ етәксеһе ул. Тәүге йылдарҙа совхоз башлыса ҡапланған һәм йылытылған ҙур булмаған майҙанда йәшелсәселек менән шөғөлләнә ине. Тиҙҙән Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә күп тармаҡлы алдынғы хужалыҡ булып танылды.
Өфө ҡалаһы халҡы йыл дауамында ошо совхозда етештерелгән йәшелсә менән тәьмин ителә. Һуңғы осорҙа хужалыҡ етәкселеге, яңы баҙар шарттарына ярашлы, баҫыусылыҡты һәм малсылыҡты үҫтереү буйынса ҙур эш башҡарҙы. Бында етештерелгән һәм эшкәртелгән иген, һөт аҙыҡтарына һатып алыусыларҙа ихтыяж ҙур.
Хеҙмәт коллективының уңышлы эшләүе Е.Н. Майстеренконың оҫта етәкселек итеү һәләтенә туранан-тура бәйлелер тип уйлайым. Ул бында тир түккән кешеләргә тейешле хеҙмәт шарттары һәм лайыҡлы эш хаҡы булдырыуҙы үҙенең төп бурысы тип һанай.
Евгений Николаевичтың күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте илебеҙҙең юғары наградалары менән дә баһаланған.
Ғөмүмән, республикабыҙҙың ауыл хужалығында көсөн, һаулығын йәлләмәй, юғары күрһәткестәргә өлгәшеп күп йылдар эшләгән һәм ошоноң менән “Хеҙмәт геройы” исеменә лайыҡлы ябай хеҙмәт кешеләре бихисап.
Әйтәйек, Башҡортостан үҙенең сифатлы балы менән (ә бал — халҡыбыҙҙың бренды) бөтә донъяға билдәле. Хәтерем яңылышмаһа, республикабыҙ тарихында умартасылыҡ менән шөғөлләнгән һәм күпләп бал етештергәндәр араһында Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен алыусылар булманы. Бар ул республикала ундай бал етештереү оҫталары! Тик уларға бығаса тейешенсә баһа ғына бирелмәне. Әйҙәгеҙ, был үҙенсәлекле һөнәр кешеләренә лә ҡарашты үҙгәртәйек.


Вернуться назад