Йорт түрендә сәңгелдәк бәүелһен!31.12.2011
Зиннур Нурғәлин, ғалим:

– Илебеҙ Аждаһа йылына ҙур өмөт менән аяҡ баҫа. Халыҡ яҡшы, тыныс тормошҡа ынтыла һәм уға лайыҡ. Илдә барған ваҡиғалар шул турала һөйләй.
Үҙемә ҡалһа, мине ғалим дәрәжәһенә еткергән “Башҡортостан” менән дуҫлыҡты өҙмәҫкә ине. Бынан теүәл 51 йыл элек гәзиттә тәүге ҙур мәҡәләм баҫылғайны.
Алдағы йылда ла Хоҙай таҙалыҡтан айырмаһын.

Гүзәл Ситдиҡова, шағирә:

– Ҡәйнәм гелән генә, батшалар килешеп йәшәһен, тип доға ҡыла торғайны. Ни тиклем ҙур мәғәнә һалынған был һүҙгә. Донъяла именлек, татыулыҡ булһа, бөтә ауырлыҡтарҙы еңергә мөмкин. Йәнә йорттарыбыҙ түрендә сәңгелдәк бәүелһен. Бала тауышы ишетелгән өйҙән дә изге урын юҡтыр, моғайын.
Шәхсән үҙемә килгәндә, Хоҙай булғанынан айырмаһын тим.

Рәшит Үтәев, Баймаҡ ҡалаһы, матбуғат ветераны:

– Ҡара әле, мин Аждаһа икән дә! Бығаса үҙемдең кем икәнлегемә иғтибар ҙа итмәгәнмен. Һәр кем Яңы йылдан мөғжизә, тормошонда матур үҙгәреш көтә. Инде апаруҡ йәштә булһам да, мин дә яҡты өмөттәр менән ҡаршылайым. Йәнә лә күп нәмә үҙеңдән торғанын онотмаҫҡа кәрәк. Алдыңа ниндәйҙер маҡсат ҡуйып, шуға ынтылып йәшәһәң, уңыштар ҙа буласаҡ.

Тәнзилә Дәүләтбирҙина, шағирә:

– Аждаһа йылында тыуғандар хисле, ижадҡа әүәҫ була, көслө, тормош ығы-зығыһына бирешеп бармай, тиҙәр. Бер башын киҫеп ташлаһалар, икенсеһе үҫеп сыға, тип тә шаярталар. Мин дә үҙемдә ошо сифаттарҙы күрәм. Бәләкәйҙән үк шиғриәт үҙенә арбаны.
Үҙ йылында аждаһаларға уңышлы буласаҡ тигән ҡараш йәшәй. Күберәк ижад итергә, хыялдарҙы тормошҡа ашырырға ине ниәт.

Нәсимә Ғиззәтуллина, Сибай дәүләт филармонияһының художество етәксеһе:

– Һәр әсә ғаиләһенең, балаларының һау-сәләмәт булыуын теләй. Мин дә улым яҡшы билдәләргә генә уҡыуы менән ҡыуандырһын ине, тим. Үҙебеҙ йорт һала башлағайныҡ, ошо изге эште дауам итергә кәрәк.
Аждаһа йылы тарихи ваҡиғаларға бай булмаҡсы: 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тула. Билдәле булыуынса, был һуғыш халҡыбыҙ күңелендә, тарихында тәрән эҙ ҡалдырған. Был саранан беҙҙең филармония ла ситтә ҡала алмай – тантанаға ҙур программа әҙерләйбеҙ.

Айгиз Баймөхәмәтов, йәш журналист:

– Уҙған йыл минең өсөн уңышлы булды, университетты тамамлап, ҡулыма диплом алдым, аспирантураға уҡырға индем. Яңы йыл тағы ла һәйбәтерәк булыр, тип уйлайым. Бәлки, Аждаһа хәйер-фатихаһы менән үҙенең бән-фәҡирен өйләндереп тә ҡуйыр. Ялҡынлы уты менән өшөгәндәрҙе йылытыр, донъяға бары тик изгелек орлоғо сәсер.

Ҡәҙриә Муллагилдина, Өфөләге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһы:

– Атай-әсәйем һау булһын, мәктәпте “бишле”гә генә тамамлағым килә.


Вернуться назад