Европа "амурҙар"ҙы алҡышланы13.11.2013
Европа "амурҙар"ҙы алҡышланы“Бородино көнө” тип аталған Бөтә Рәсәй хәрби-тарихи фестиваленән ҡайтып, ил-йортта бер аҙ тын алып, ғәҙәти тормошобоҙға аяҡ баҫыу менән, “Любизар” 1-се Башҡорт атлы полкы” хәрби-тарихи клубы ағзаларын тағы ла оло сәйәхәткә әҙерләнеү хәстәре бергә йыйҙы.

Клуб ағзаларының
коллектив йөҙө

Ҙур сығым талап иткән сәфәр, йәғни ысын мәғәнәһендә әлегәсә тиңе булмаған хәрби-тарихи тергеҙеү фестивале — “Лейпциг янындағы “Халыҡтар һуғышы” көтә ине “башҡорт яугирҙәрен”.
16 — 21 октябргә билдәләнгән халыҡ-ара фестивалдә башҡорт яугирҙәре сифатында ҡатнашыр өсөн рәсми саҡырыу республиканың ике хәрби-тарихи клубына (“Любизар” 1-се Башҡорт атлы полкы”на һәм “Өфө пехота полкы” клубына), шулай уҡ республика Хөкүмәте етәкселегенә килгәйне. Рәсми саҡырыуҙы алғас та, үҙебеҙҙең хәл-булмышыбыҙҙан ғына фекер йөрөтөп, кеҫәләр таҡырлығын самалап, был саҡырыуҙы инҡар итеү, ил-йортта ҡул ҡаушырып ултырып ҡалыу халҡыбыҙ алдына ҡуйылған ҙур яуаплылыҡтан ҡасыу булыр ине, әлбиттә. Республика ҡаҙнаһын файҙаланыуҙың был осраҡта маҡсатҡа ярашһыҙлығын етди аңлап, буласаҡ сәйәхәтте ойоштороуға бюджеттан тыш сығымдар йәлеп итеүгә айырыуса ҙур әһәмиәт бирҙек, үҙебеҙҙең төп бағыусыбыҙҙы “Урал” хәйриә фонды йөҙөндә таптыҡ. Ҙур рәхмәт!
Ниһайәт, алыҫ юлдарҙы бергә үтерлек көр кәйефле, һау-сәләмәт, дәртле һәм ғәйрәтле ир-ат “Любизар” 1-се Башҡорт атлы полкы”ның поход төркөмө сафына баҫты. Йыл үҫәһен ай үҫеп, ай үҫәһен көн үҫеп етлеккән, быуынға ултырған әкиәт батырын да хәтерләтеп ҡуйғандай тойолдо беҙҙең төркөм. Шулай булмай мөмкин дә түгелдер. Бер нисә йыл элгәре шартына тура килтереп тектерелгән тарихи яу кейеме, поход йыһаздары, ҡорал макеттары тураһында уйлап-уйлап та осона сығырлыҡ түгел кеүек ине. Хәҙер килеп, башҡорт яугирҙәре өҫтөндә буҫтау сәкмәндәр, бурһыҡ, бүре тиреләренән тегелгән уҡалы ҡамсат бүректәр, иңдәрендә уҡ-һаҙаҡтар менән тығыҙлап тултырылған тире ҡанъялдар, яндарында керештәре тығыҙ тартылған йәйәләр, билдәрендә семәрле ҡайышҡа тағылған ғәскәри ҡылыстар! Бынан тыш, аттар өсөн яҡшы, уҡалы йүгәндәр, сергетыштар, эйәрҙәр һәм сынъяһау кейеҙ тирмәбеҙ ҙә әҙер тора. Быларҙың барыһы ла — бағыусыбыҙҙың халҡыбыҙ тарихына ҙур ихтирам менән ҡарап, шул тарихты тергеҙеүселәр өсөн кәрәкле сығымдарҙы бүлеп, ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙыу һөҙөмтәһе.
Өфө егете Рафаэль Амантаев әйтелгән әйберҙәрҙең бер өлөшөн, баҡыр, еҙ ҡалайҙарҙы сүкеп-семәрләп, шартына килтереп биҙәне. Уның ҡулы ҡағылған һәр әйбер зауыҡлы, камил төҫ ала. Билбау ҡаптырмаһымы, портупеямы, нәҡ боронғоса иҫке салғынан ҡырҡып эшләнгән ағас ҡынлы башҡорт бысаҡ-хәнйәре булһынмы, барыһы ла оҫта-яугир Амантай туғандың (клуб ағзалары яратып уны шулай атай) ҡулында йәнләнә. Ул ғына ла түгел, беҙҙең Амантай – оҫта бейеүсе лә! Ҡурайың ғына әҙер торһон, һис инәлтеп тормай ул, үксәләренән осҡон сәсрәтеп, ерҙе дер һелкетә! Юҡҡа ғына “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемде йөрөтмәй бит.
Учалы ҡалаһынан килгән Мәжит Ибраһимов та — үҙ йөҙөн, үҙ асылын тапҡан егет. Зауыҡ менән аҡ кейеҙҙе иләп, яу сәкмәне тегеп кейгән. Ҡара тәкә тиреһенән үҙ ҡулдары менән эшләп, яугир ҡолаҡсынын да тергеҙгән, уҡ-һаҙағын да семәрләп яһаған. Мәжит — кисәге һәләтле сәнғәт уҡытыусыһы, бөгөн — Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының тырыш эшсеһе. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙ халҡының тоғро улы, буш ваҡытын башҡорттоң тарихи үткәненә, һынлы сәнғәтенә бағышларға өлгөрә, скульптура әҫәрҙәре ижад итә. Улы Булатты ла шул юҫыҡта тәрбиәләй, белгәндәрен өйрәтә.
Азат Ҡужиндың исеме күптәргә рәссам-иллюстратор сифатында таныш. Ләкин ул беҙҙең клубта иҫ китмәле нәзәкәтле һәм юғары профессиональ кимәлдәге поход ашнаҡсыһы булараҡ хөрмәт ҡаҙанды. Ысын яугир. Ялан шарттарында, асыҡ һауалағы лагерҙа дөрөҫ туҡланыу — ғәскәрҙең тулы ҡанлылығын тәьмин итеүсе төп шарт. “Биле ныҡтың — иле ныҡ” тигәндәй, туҡ ғәскәрҙең сафтары ла сыҙамлы була бит. Азат туған һәр бер яугиргә ифрат иғтибарлы, талапсан. Уларҙың дөрөҫ һәм ваҡытында туҡланыуы өсөн бар көсөн бирә. Башҡорттар яҡҡан усаҡҡа йылыныр өсөн дә, һыйланыр өсөн дә кис һайын ҡунаҡтар-дуҫтар йыйылышып килә. Етмәһә, Азат поляк, чех, инглиз телдәрендә иркен һөйләшеп, бик күп мәғлүмәт еткерә, аралашҡанда тәржемәсе ролен башҡарып, башҡорттарҙың киң ҡарашлы, күп белемле булыуҙарына бер дәлил булып тора. Клубтың сайтын, сувенир әйберҙәрен, эмблемаһын эшләүҙә лә ул әүҙемлек күрһәтте, бар һәләтен биреп башҡарҙы.
Юлай Ғәлиуллин — ысын мәғәнәһендә клубтың умыртҡа бағанаһы. Ул — идара рәйесенең урынбаҫары ла. Сәйәхәтте ойоштороу, финанс хәрәкәтен көйләү, визалар, авиабилеттар менән тәьмин итеү, аттарҙы ҡуртымға алыу өсөн махсус иҫәп асып, уларға яңы йүгәндәр, сергетыштар яһатыу, ҡылыс-ҡорал макеттарын эшләтеп алыуҙы хәстәрләү, фестивалде ойоштороусылар менән тура бәйләнеште булдырыу кеүек бик күп йомош йөкмәй. Сос, заманса етеҙ, әүҙем йәш ир-егет был бурыстарҙың барыһын да теүәл үтәй. Походтың башынан аҙағынаса дөрөҫ йүнәлеш алыуы, етәксе менән кәңәшләшеп бер төптән эшләй белеүе Юлай туғандың үҙ эшенә ихлас, етди ҡарауынан. Хәрбиҙәрсә әйткәндә, ошондай егеттәр менән разведкаға барып була.
Айҙар Мәжитов тураһында, ысын Баймаҡ егете, тибеҙ. Ошо алыҫ сәфәргә барып, үҙен һынап ҡарауға бар көсөн һалды. Өмөтбай ауылындағы мәктәптә тарих уҡыта ул. Тыуған яғының, башҡорт халҡының тарихын яҡшы белә, уны ғорурланып йәш быуынға өйрәтә. Әле яңы ғына, августа Азовҡа, Дон казактары янына барып ҡайтҡайны, талымһыҙ, тынғыһыҙ егет тағы оло юлға әҙер. Ышаныслы булыуын иҫәпкә алып, уға ҙур күләмле багажды айырым алып барыуҙы йөкмәтәбеҙ.
14 октябрь. Бына, ниһайәт, юлға ҡуҙғалыу ваҡыты ла етте. Октябрь иртәһендә, хәйерле юлға изге доғалар уҡылып, яугир “любизарҙар” ултырған самолет Өфө — Прага йүнәлешендә ҡанаттарын йәйеп болоттарға үрләне. Шул уҡ көндә “Өфө пехота полкы” ағзалары (етәксеһе — Рәмил Рәхимов), Татарстандың хәрби-тарихи клубтары менән бергә автобуста юлланыр өсөн Ҡазанға ҡарай юлға сыҡты. Ситтән бағыусы-ярҙамсыларҙың булмауы сәбәпле, клуб ағзалары үҙ көстәренә таянып, күршеләрҙең арбаһына ултырып барыуҙы хуп күрҙе.
Самолет менән осоуҙың өҫтөнлөктәре күп булһа ла, һәр кешенең багажы 20 килограмдан артмаҫҡа тейеш. Шуға күрә Айҙар Мәжитов та беҙҙең багаждарҙы “пехота” менән автобуста оҙатып бара. Беҙҙәге ҡорос ҡылыс макеттары, сувенир-күстәнәстәр, китаптар, бал, ҡаҙылыҡ, йүгәндәр… Быларҙың барыһын да Айҙар туған түкмәй-сәсмәй килтереп еткерәсәк.
Иртәнге унынсы яртыла Прага ҡалаһына килеп төштөк. Өфөнән дә шул уҡ ваҡытта ҡуҙғалып киткәнгә күрә, был үҙе бер мөғжизә булып тойолдо. Әйтерһең дә, сәмреғош, беҙҙе ҡанаттарына ултыртып, "һә" тигәнсә барыр еребеҙгә илтеп ҡуйҙы.
Прага беҙҙе таң нурҙарына мансылып, алтынланып-алланып, мөһабәт көмбәҙҙәрен баҙлатып, таҙа урамлы әкиәти ҡалалай көләс йөҙ менән ҡаршыланы. Алдан уҡ белешеп ҡуйған ҡунаҡханала туҡталып, бер аҙ хәл алғас, Лейпциг йүнәлешендәге юлға әҙерләнә башланыҡ. Үҙем менән Башҡортостан тупрағын алып килгәйнем. Уны изге доғаларын уҡып, Өфөнөң Сипайлово биҫтәһенән мөфтөй Хәмзә хажи Әкбәр Ғәлләмов үҙ ҡулдары менән биреп ебәрҙе. Тупраҡты ҡәҙерләп һалыр өсөн Мәжит Ибраһимовтың сигелгән муҡсайы бик ярап ҡалды.
Дрездендағы һәйкәл алдына һалыу өсөн ике миндек йәшел шыҙ ботаҡтарын да алып килдек. Уларҙы бәйләп, ыҡсым ғына бер ҡулса-венок яһаным да ҡыҙыл таҫмалар менән матурлап уратып ҡуйҙым. Яҙыуҙарын бергә уйлап таптыҡ: “Башҡорт халҡының батыр улдарына. 1813 — 2013”, “Храбрым сыновьям башкирского народа от благодарных потомков. 1813 — 2013”.
15 октябрь. Таң атҡас та, ҡуртымға һигеҙ урынлыҡ микроавтобус алып, Лейпциг йүнәлешендә юлға сыҡтыҡ. Рулдә — Юлай Ғәлиуллин. Юлыбыҙ ҙа, уйҙарыбыҙ ҙа Чехия ерҙәре аша Дрезден ҡалаһына төбәлгән. Машина тәҙрәһенән тирә-яҡҡа бағабыҙ. Юлдар иҫ китмәле төҙөк һәм тигеҙ. Тирә-йүндә лә баҫыу-ҡырҙар бөхтә, юл буйҙарында сүп әҫәре юҡ. Урмандар аша үткән юлдарҙа ҡырағай йәнлектәр өсөн хәүефһеҙлекте хәстәрләп, юл аша бихисап арҡыры күперҙәр төҙөлгән. Юлдарҙағы таҙалыҡ-бөхтәлеккә хайран ҡалып, үҙебеҙҙәге Өфө — Белорет автотрассаһын иҫкә төшөрөп килә торғас, ике сәғәт үтеүгә Дрезденға яҡынлаштыҡ. Бында беҙҙең тәүге туҡталыш. Был ҡалала 2006 йылда ике яҡташыбыҙ — Ирек Байышев менән Нәсүр Йөрөшбаев — башҡорт яугирҙәре хөрмәтенә иҫтәлекле таш ҡуйҙырыуға өлгәшкән. Шул таш алдында туҡталып, баш эйеп, хәрби тәртип менән ихтирам күрһәтеп китеү — беҙҙең бурыс.
Тарихи кейемдәребеҙҙе кейенешеп, ҡоралдарыбыҙҙы билгә тағып алғас, нәҡ 200 йыл элгәре шул ерҙәрҙән үткән ҡанбабаларыбыҙҙы үҙебеҙ күреп-тойғандай һәйкәл-таш алдында сафҡа теҙелеп тын ҡалдыҡ.
— Тигеҙлән!
— Үрәғат!
— 1813-1814 йылдарҙағы Рәсәйҙең сит ил походтарында ғәзиз йәндәрен аямайса яуҙарҙа ҡатнашҡан башҡорт халҡының батыр улдары иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтеү өсөн ҡылыстарҙы ҡындарҙан сығарырға!
— Башҡорт халҡының яугир улдары хөрмәтенә бағышланған иҫтәлекле һәйкәлгә Башҡортостандың изге тупрағын һәм йәшел гирлянданы һалырға!
— Батыр олатайҙарыбыҙ, Европа ерендә ятып ҡалған яугирҙәр рухына изге доғаларҙы уҡыр өсөн ҡылыстарҙы — ҡындарға!
Был сәйер ҙә, ғәжәйеп тә тамашаны юл ситенән үтеп-һүтеп йөрөүселәр тын да алмайынса күҙәтте. Беҙ ҡуҙғалып киткәс, һәйкәл алдына килеп баш эйгәндәрен күреп күңелебеҙ тулды.

Хәрби-ялан лагерында

Лейпциг ҡалаһындағы Маркклееберг районы паркындағы хәрби-тарихи ҡаласыҡҡа килеп етеүебеҙ хөрмәтенә ошонда йәшәүсе яҡташтарыбыҙ Ирек Байышев менән Нәсүр Йөрөшбаев ҡаҙан тултырып аш әҙерләп, оло ғәскәр палаткаһын ҡороп, башҡорт лагерын әҙерләп тә ҡуйған. Яндарында тағы ике башҡорт егете усаҡ тирәһендә мәж килә. Был егеттәр ҙә — беҙҙең клуб ағзалары, аталы-уллы Мәхмүт менән Дамир Сәлимовтар. Улар үҙ сығымдарына ҙур теләк һәм дәрттәрен ҡушып, Дондағы Ростов ҡалаһынан иртән килеп еткән. Өлкән Сәлимов — ҙур тәжрибәле хәрби кеше, отставкалағы подполковник. Ул — тәүге Чечен һуғышының дары еҫен байтаҡ татыған шаһиты, ҡаһарман яугире лә. Ҡаты йәрәхәт алыуы ғына уны отставкаға сығырға мәжбүр иткән. Мәхмүт Бакир улы Дәүләкән районының Яппар ауылында тыуған. Улы менән ейәнен илһөйәрлек рухында, үҙ үрнәгендә тәрбиәләй, тыуған төйәгенә йәй һайын ҡайтып йөрөй.
Бынан 21 йыл элек “Бородино яуы”ның 180 йыллығына бағышланған сараларҙа бергә булып, ул ваҡыттағы йәш, дәртле майор менән танышыуым беҙҙең бөгөн дә дауам иткән дуҫлыҡҡа нигеҙ булған икән. Былтырғы юбилей сараларында Дамир улы менән Бородино яланына Дон казактары составында килгәйне. Шундай ҙур рухлы милләттәштәребеҙҙең республиканан ситтә лә илем, халҡым тип янып, дәртләнеп йәшәүе — барса атайҙарға өлгө булырлыҡ һоҡланғыс күренеш.
Төнгө һалҡын һауаға осҡондар сәсеп, сытырлап янған усаҡ яҡтыһында бер бөтөн отрядты туплап, йәмғеһе ун башҡорт егете сафҡа теҙелдек. Беҙ хәҙер буласаҡ сараларҙа башҡорт яугирҙәрен кәүҙәләндереүсе “1-се Башҡорт атлы полкы” һуғышсылары ҡиәфәтенә инеп, махсус кейемдәребеҙҙе кейеп алдыҡ.
Тыуған Уралдан йыраҡта, алыҫ Европа ерендә осрашыу хөрмәтенә башҡорт халҡының тоҡомдары боронғонан ҡалған йолаларҙы үтәп, табын ҡороп, ҡурай тартып, усаҡ тирәләй ултырышып тәүге төндө ҡаршыланы. Күктә тулған ай тәбиғәт балаларының ихлас шатлығын аҡлан ситендә үҫкән ағастар аръяғынан тыйнаҡ ҡына күҙәтте.
16 октябрь. Иртәнге көҙгө ҡырау ялтырап яланға түшәлгән. Еүеш һауа бөтә тирә-яҡты аҡ томанға сорнаған. Палатка алдында төнө буйы янған усаҡ та, аҡ көлөнә ҡапланып, быҫҡып ята. Бынан 200 йыл элек тә олатайҙарыбыҙ иртәләрҙе ҡаршылағанда иҫән-имен яуҙан ҡайтыу теләге менән Тәңрегә тәсбих әйткәндер, дошманға ҡаршы барғанда, үлем менән осрашҡанда быуындары ҡалтыранмаһын өсөн тәндәрен сафландырып ғөсөл ҡойонғандыр.
Беҙ ҙә был тыныс, хәйерле иртәне сәләмләп, хәрби-тарихи лагерҙың асылыуын ҡотлап, яҡында ғына аҡҡан бер йылғаға төшөп, оҙайлы юлдар үтеп арыған быуындарыбыҙҙы яҙып, ҡойоноу ғәҙәтен башланыҡ. Яугир кешегә һалҡын һыуҙа ҡойоноу – походта йөрөгәндә сәләмәт рух нигеҙе, сынығыу сараһы ла. Мәжит Ибраһимов, Рафаэль Амантаев менән ах та ух килеп һыу кереп, көр кәйеф менән ”Любизар”ҙы йырлашып лагерыбыҙға ҡайтҡанда, башҡалар өсөн дә торорға ваҡытты белдереп, борғо тауышы яңғыраны. Башҡорттар янында күршеләш йәшәргә теләйбеҙ, тип һөлөктәй таҙа кәүҙәле Дон казактарының яныбыҙға килеп, палаткаларын ҡороп урынлашыуы лагерь тормошон тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.

(Дауамы бар).


Вернуться назад