Тәүәтәй ауылында күптән түгел иман йорто асылды. Ҡорбан байрамы осоронда яҡташтары, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, "Башинформсвязь" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директорының именлек һәм хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Рәсих Исҡужин ауыл халҡы өсөн ошондай байрам ойошторҙо. Күптәрҙең хыялы тормошҡа ашты: бер йыл эсендә тиерлек ауыл уртаһында матур, мөһабәт бина ҡалҡып сыҡты.
Тантанала дин әһелдәре, район хакимиәте вәкилдәре, Өфөнән, күрше ауылдарҙан ҡунаҡтар ҡатнашты. Республика мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин доға ҡылды, байрамға килеүселәрҙе иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы. "Ислам — тыныслыҡ һәм изгелек дине. Мосолмандар үҙ-ара ғына түгел, башҡа дин вәкилдәре менән дә уртаҡ тел табырға тейеш. Аллаһ йорто һалыу — иман юлындағы тәүге аҙым ул. Мәсет асыу ғына аҙ, кешеләрҙең бында юлды онотмауы мөһим", — тине ул телмәрендә.
Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин, уның урынбаҫары Заҡуан Әхмәтов, Себенле ауыл Советы башлығы Владик Миңлеғәлиев, ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы үҙҙәренең сығышында мәсеттең әһәмиәте хаҡында һүҙ алып барҙы. Нурмөхәмәт хәҙрәт республика мосолмандарының Диниә назараты исеменән Рәсих Исҡужинға рәхмәт хаты тапшырҙы.
Байрамдың рәсми өлөшө дөйөм намаҙ, ҡорбан ите ҡуйылған табын менән тамамланды. Абруйлы ҡунаҡтар мәсет эргәһенә ылыҫлы ағастар ултыртты, урындағы мәктәп уҡыусылары һәм район мәҙәниәт йорто артистары концерт менән ҡыуандырҙы.
Иман йортон асыу тантанаһы ысын халыҡ байрамына әүерелде. Йәше-ҡарты мәсет алдындағы майҙанға йыйылды. Күптәр ғаиләләре менән килгән. Көндөң һалҡын тороуына ҡарамаҫтан, күңелдәрҙә яҡты һәм йылы ине. Һауа берҙәмлек, рух күтәренкелеге менән һуғарылғайны. Был көндә Тәүәтәй ауылында атай-олатайҙар иҫтәлегенә, һәр кемдең һаулығына арналған, тыныслыҡҡа һәм татыулыҡҡа саҡырған тәүге аҙан яңғыраны.